

Асҡарҙың үҙәк урамдары — Комсомол һәм Коммунистик урамдарында асфальт һалынды ла инде. Хәҙер иһә Рәүеф Дәүләтов урамында асфальт һалыу эштәре бара. Түбәнге, тигеҙләү ҡатламы инде эшләнгән, хәҙер нигеҙ тигеҙ булһын өсөн соҡорҙарҙы һәм тишектәрҙе бөтөрөү эштәрен башҡаралар. Техника геүләп эшләй, кешеләре урында.
Юлдарҙың тигеһ булыуы юл-транспорт ваҡиғаларын да кәметә
— Тауыш уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Был урамдарҙа йәшәүселәргә сабырлыҡ өсөн рәхмәт — ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар бер нисә йыл хеҙмәт итәсәк сифатлы юлға әйләнәсәк. Мәсьәләне шәхси контролдә тотам, — тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә район хакимиәте башлығы А. Әминев.
Әйткәндәй, район юл-ремонт идаралығы юлдарҙы төҙөкләндереп, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проект үтәлешенә тос өлөш индерә.