Төҙөкләндереү
24 Сентября , 04:55

Медицина учреждениеларына юл ремонтлана

Башҡортостанда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты (нацпроект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә медицина учреждениеларына 30 саҡрымдан артыҡ юл ремонтланасаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Медицина учреждениеларына юл ремонтланаМедицина учреждениеларына юл ремонтлана
Медицина учреждениеларына юл ремонтлана

Әлшәй, Архангел, Балтас, Дыуан, Күгәрсен һәм Тәтешле райондарында алты юл участогын норматив хәлгә килтереү планлаштырыла. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 14 километр булған өс участок файҙаланыуға тапшырылған инде.

Күгәрсен районында Хоҙайбирҙе ауыл табип амбулаторияһын илтеүсе Магнитогорск – Ира юлының 3 саҡрымын, Архангел районында үҙәк район дауаханаһына илтеүсе Өфө – Инйәр – Белорет трассаһының 5 саҡрымын, Тәтешле районында Борай – Иҫке Балтас йүнәлешенең 6 саҡрымын яңыртҡандар.

2026 йылда Миәкә үҙәк район дауаханаһына илтеүсе  «Урал»-Шишмә – Аксен – Ҡырғыҙ-Миәкә М-5 юлының 5,2 километрын, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына илтеүсе 6,2 километр юлды ремонтлау планлаштырыла.

Шулай уҡ Балтас районында ла үҙәк дауаханаға  юлдар ҙа эштәр дауам итәсәк Уны ремонтлауҙы 2027 йылда тамамлау планлаштырыла. Медицина учреждениеларына илтеүсе юлдарҙы норматив хәлгә килтереү эше дауам итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас