+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ноябрь 2016, 14:59

Аҙна һайын — ике бүләк

Вәғәҙә итеүебеҙсә, был дүшәмбеләге «Аҙна һайын — приз!» уйынында ике еңеүсе билдәләнде. Стакандар наборын Яңауылдан Р. Хисмәтова менән Тәпәндән Сәғиҙә Саниева отто. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм ИНН, паспорт күсермәләрен алып редакцияға килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ.

Киләһе аҙнала ла ике бүләк отторасаҡбыҙ. «Осҡон»ло ла, бүләкле лә булғығыҙ килһә, тиҙ арала киләһе ярты йыллыҡҡа йәки тотош бер йылға гәзиткә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға хат аша ебәрегеҙ (Асҡар, Ленин урамы, 14а) йәки үҙегеҙ алып килегеҙ.

«Супер приз от!» акцияһында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр оторға теләһәгеҙ, «Осҡон»ға һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәләрен Өфөгә, Нәшриәт йортона (Киров урамы, 45) ебәрергә кәрәк.

«Бәхетле авто» уйынында бүләк отоу өсөн «Осҡон»ға яҙылыу тураһындағы квитанция күсермәһен редакцияға алып килеп, беҙҙән автомобиль тәҙрәһенә йәбештереү өсөн наклейка алығыҙ. Уйынға йомғаҡ декабрь аҙағында яһаласаҡ.

Читайте нас: