+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ноябрь 2016, 14:56

Бәхетле булһын әсәйҙәр, тәүфиҡлы үҫһен сабыйҙар!

Ҡатын-ҡыҙҙың иң бәхетле миҙгеле — әсәй булып, ҡулына сабыйын алған мәлдер.

Ҡатын-ҡыҙҙың иң бәхетле миҙгеле — әсәй булып, ҡулына сабыйын алған мәлдер. Ошо көндәрҙә бәпес тапҡан ҡатындарҙы тәбрикләү маҡсатында район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева һәм ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы Зәлифә Шакирова үҙәк дауахананың бала табыу бүлексәһенә юлланды.

— Йыл башынан беҙҙең бүлексәлә 75 сабый донъяға килде, — тип ҡаршыланы беҙҙе аҡ халатлы кендек инәләре. — Бөгөн Юлдаш ауылынан Әлфинә Шәйхисламованы өйөнә оҙатабыҙ.

Әлфинә өсөнсөгә әсәй булған: дүрт һәм йәш ярымлыҡ улдары Эльнар менән Эльдар янына ҡыҙыҡай «һатып алған». Ҡурсаҡ кеүек зауыҡлы итеп төрөлгән бәпесте ҡулына ҡәҙерләп кенә тотҡан йәш ҡатын шатлығы менән уртаҡлашты — көтөп алған ҡыҙы иҫән-һау, 3050 грамлыҡ булып донъяға килгән. Вахта ысулы менән эшләүсе тормош иптәше Илнур эштә булғанға күрә, уны ҡаршыларға әхирәте, туғандары килгәйне.

— Күп балалы ғаиләләр иҫәбенә индегеҙ, бәпесегеҙ бәхетле генә, иҫән-һау үҫһен, — тигән изге теләктәрен еткереп, Линиза Камил ҡыҙы Шәйхисламовтарға бүләк тапшырҙы.

Ағинәй Зәлифә Шакирова ла баланы ислам дине нигеҙҙәренә ярашлы тәрбиәләү, исем һайлау буйынса үҙ кәңәштәрен еткерҙе һәм: «Ҡыҙығыҙ иманлы булып үҫһен, ата-әсәһенең өмөттәрен аҡлаһын, тәүфиҡлы булһын», — тип йәш әсәләр өсөн кәрәкле мәғлүмәт тупланған белешмә бүләк итте.

Читайте нас: