Программаны тормошҡа ашырыуға 672 мең 148 һум аҡса бүленгән. Ремонтты субподрядсы ойошма — Р. Ф. Малыбаевтың төҙөлөш бригадаһы башҡара.
Физик мөмкинлектәре сикле кескәйҙәр өсөн «Сулпылар»ҙа мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә алыу ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаясаҡ. Хатта иң бәләкәйҙәрҙе лә баҡсаға йөрөтөүҙе күҙаллай программа. Шулай булмаһа, ясли төркөмө пандус менән йыһазландырылмаҫ ине. Балалар баҡсаһының өс төркөмөндә инвалид балалар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Коляскалы бала уйын, йоҡо, бәҙрәф һәм йыуыныу бүлмәләренә ҡаршылыҡтарһыҙ инеп йөрөй алһын өсөн ишек уйымдары киңәйтелгән, яңы ишектәр ҡуйылған, бөтә ерҙә лә иҙән бер кимәлгә тигеҙләтелгән. Программа сиктәрендә йыуыныу һәм бәҙрәф бүлмәләрен ремонтлауға айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтелгән. Иҙәнгә керамогранит түшәгәндәр, стеналарҙы штукатурлап, кафель йәбештергәндәр, яңы сантехника урынлаштырғандар, бер юлы тәҙрәләрҙе лә алыштырғандар.
Төҙөүселәрҙең йылдам темпта эшләүенә ҡыуанып бөтә алмай баҡса хеҙмәткәрҙәре. Көндө төнгә ялғап, аҙна-ун көн эсендә ҙур күләмле эштең осона сығып та киләләр. «Йәһәтләмәйенсә лә булмай, ремонт тип, балалар баҡсаһын ябыу мөмкин түгел. Ата-әсәләр кескәйҙәрен ҡайҙа ҡалдырһын, райүҙәктә башлыса эшләгән халыҡ йәшәй. Шуға ремонт тыуҙырған ваҡытлыса мәшәҡәттәрҙе, төркөмдәрҙе ҡушып тороуҙы ата-әсәләр аңлап ҡабул итә», — тип һөйләй баҡса мөдире А. Н. Хәлилова.
Логопед һәм психолог бүлмәләренә яңы мебелгә заказ бирһәләр, балалар йортонан ҡалған һәм ошоғаса буш торған изолятор һәм медицина кабинетын психологик арыныу бүлмәһе итеп йыһазландырасаҡтар. Әле һуңғыһында штукатур-маляр эштәре тамамланыуға бара. Бүлмә әҙер булыу менән баш ҡаланан «Умка» ЯСЙ-һына заказ ителгән 218 мең һумлыҡ махсус ҡорамалды йәмғиәт үҙе килтереп урынлаштырып бирәсәк. Бында велотренажер, массажерҙар, ҡоро бассейн һәм башҡалар буласаҡ.
— Беҙҙә, шөкөр, физик мөмкинлектәре сикле балалар юҡ. Бөтә балаларҙың да һау-сәләмәт булыуҙарын теләр инем. Шулай ҙа телмәр үҫешендә тотҡарлыҡтары, сәләмәтлектәрендә проблемаһы булған һәм гиперактив холоҡло кескәйҙәр өсөн балалар баҡсаһында махсус ҡорамалдарҙың, сенсор бүлмәнең булыуы — заман талабы, — ти Алһыу Нуретдин ҡыҙы.