+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ғинуар 2018, 11:42

Маҡсаттарына табан ҡыйыу юл яра

Һөйкөмлөлөгө, тыйнаҡ йылмайыуы менән арбаған был һылыуҡай кем тиһегеҙ? Мәскәүҙең абруйлы уҡыу йорттарының береһендә юғары белем алған, шул уҡ ваҡытта төрлө ижади бәйгеләрҙә, матурлыҡ конкурстарында ҡатнашып, юғары еңеүҙәр яуларға өлгөргән Сөмбөл — Исхаҡ ауылы ҡыҙы.

Һөйкөмлөлөгө, тыйнаҡ йылмайыуы менән арбаған был һылыуҡай кем тиһегеҙ? Мәскәүҙең абруйлы уҡыу йорттарының береһендә юғары белем алған, шул уҡ ваҡытта төрлө ижади бәйгеләрҙә, матурлыҡ конкурстарында ҡатнашып, юғары еңеүҙәр яуларға өлгөргән Сөмбөл — Исхаҡ ауылы ҡыҙы. Яҙыусы Мәҙинә Йәғәфәрова менән эшҡыуар Вәли Лоҡманов бәләкәй саҡтан уҡ балаларының һәләттәрен үҫтереүгә, яҡшы тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүлә.

Сөмбөл урта белемде Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла ала. Маҡсатлы, үҙ-үҙенә талапсан ҡыҙ яҡшы өлгәшә, «Аҡйондоҙ» бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә, гимназияның бөтә йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай.

— Аттестат алғандан һуң документтарымды Ҡазан, Мәскәү, Өфө ҡалаларының биш вузына бер нисә факультетҡа тапшырҙым. Минең алда бик ауыр һайлау торҙо: Ҡазанда уҡырға хыяллана инем, сөнки унда бөтә уңайлыҡтары булған студенттар ҡаласығы бар, ләкин әсәйем Мәскәүгә барырға өгөтләне. Күңелем тартмаһа ла, баш ҡалаға юлландым. Һәм бер ҙә үкенмәйем, сөнки бында белем эстәү өсөн офоҡтар киңерәк, мөмкинлектәр күберәк, — ти Сөмбөл.

М. В. Ломоносов исемендәге хи-мик технологиялар университетының икенсе курсында белем алған студент уҡыуы бик ҡыйын булыуын йәшермәй. Уҡытыусылар ныҡ талапсан, шуға күрә бөтә көсөн һалып тырышырға тура килә. Тик йәшлектең иң гүзәл миҙгеле — студент йылдарын китаптар артында ғына уҙғарыу мөмкин түгел бит. Етмәһә, Сөмбөл кеүек бер урында ултырып сыҙамаған, аралашырға яратҡан өлгөр ҡыҙға?! Мәскәүгә килеү менән бындағы берҙән-бер башҡорт «Алтын ай» бейеү түңәрәгенә яҙыла, үҙенең бейеүсе дуҫтарын да өгөтләп алып килә. «Йәсмин» матурлыҡ студияһында шөғөлләнә.

— Мәскәүҙә башҡорт йәштәре ойошторған сараларҙың береһенән дә ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Үҙ-үҙемде үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләйем — «Рәсәй студенты — 2016» форумында ҡатнаштым. «Мәскәү һылыуҡайы — 2017» гүзәллек бәйгеһендә беренсе урын һәм «Мәргән уҡсы» номинацияһын яуланым. Был бәйге минең өсөн ҙур мөмкинлектәр асты: төрлө билдәле мода һәм матурлыҡ агентлыҡтары менән хеҙмәттәшлек итәм, — тип һөйләй тырыш ҡыҙ. — «Вдоль Великого шелкового пути. С запада на восток» проектында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған дизайнер-художник Раушания Бәҙретдинова һәм Юлия Михайлованың кейем коллекцияһын күрһәтеүҙә ҡатнаштым. Шулай уҡ ETHNO ART FEST-2017 халыҡ-ара этномәҙәни фестиваленә саҡырҙылар. Унда билдәле яҡут дизайнеры Анже-лика Кириллина кейем коллекцияһын күрһәтеү өсөн үҙе мине һайлап алды. Бында эләгеүемә ныҡ шатмын, сөнки билдәле модельер Валентин Юдашкин менән күрешеү бәхете тейҙе! Шул уҡ ваҡытта бейеүҙе лә онотмайым: «Открой Россию — 2017» шоу-күргәҙмәһендә, Гөлназ Макаева-Ғәлимуллина-ның «Монисто» фотокүргәҙмәһендә, Булат Йосоповтың «Бабич» фильмын күрһәткәндә башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән сығыш яһаным. Башҡортостанда үткән «Йәшлек» гүзәле — 2017» бәйгеһендә еңеүсе булдым һәм интернет гүзәле номинацияһын яуланым.

Ваҡытын дөрөҫ бүлә белгән, һәр саҡ хәрәкәттә булған ҡыҙға сәйәхәт итеү, төрлө илдәр, яңы ерҙәр күреү оҡшай. Йыл аҙағында бала саҡ хыялы булған, сихри бейеүҙәре менән арбаған Һиндостанға барыу бәхете йылмайған.

— Ғөмүмән, уҙған йыл минең өсөн төрлө иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды, — ти Сөмбөл.— Ағымдағы йылға ла яңы маҡсаттар ҡуйҙым, бигерәк тә инглиз телен камиллаштырыу өҫтөндә тырышасаҡмын. Киләсәктә үҙемде химик технологиялар өлкәһендә инглиз телен яҡшы белгән һәйбәт белгес сифатында күргем килә, шул уҡ ваҡытта бәләкәй саҡтан күп көс һалған бейеүҙе лә ташламаясаҡмын.

Ҙур хыялдар менән янып йәшәгән, маҡсаттарына табан ҡыйыу юл ярған Сөмбөлгә тик уңыштар юлдаш булһын!


Читайте нас: