+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Февраль 2018, 13:14

Һаулығығыҙға битараф булмағыҙ

Һуңғы йылдарҙа яман шеш диагнозы ҡуйылған сирлеләрҙең һаны артҡандан-арта бара. Ҡурҡыныс ауырыу олоһон да, йәшен дә аямай. Сирҙе мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау уны тулыһынса дауалауға, шеште еңеүгә ярты аҙым тигән һүҙ. Тик күптәр ауырыу аяҡтан йыҡмайынса, табипҡа күренеүҙе кәрәк тип тапмай һәм һөҙөмтәлә үҙенең сәләмәтлеген, хатта ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Үҙәк район дауаханаһы онкологы-хирургы Ренат Таңатар улы Мәһәҙиев ошо хаҡта бәйән итә.

Һуңғы йылдарҙа яман шеш диагнозы ҡуйылған сирлеләрҙең һаны артҡандан-арта бара. Ҡурҡыныс ауырыу олоһон да, йәшен дә аямай. Сирҙе мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау уны тулыһынса дауалауға, шеште еңеүгә ярты аҙым тигән һүҙ. Тик күптәр ауырыу аяҡтан йыҡмайынса, табипҡа күренеүҙе кәрәк тип тапмай һәм һөҙөмтәлә үҙенең сәләмәтлеген, хатта ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Үҙәк район дауаханаһы онкологы-хирургы Ренат Таңатар улы Мәһәҙиев ошо хаҡта бәйән итә.

Яман шеш — сәләмәт йәшәү рәүешен алып бармау, дөрөҫ туҡланмау, алкоголде самаһыҙ ҡулланыу, тәмәке тартыу, стресс һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килеүсе сир. Онкохеҙмәттең төп бурысы яман шеште ваҡытында асыҡлау, вафат булыусыларҙың һа-нын кәметеү һәм сирҙе киҫәтеү буйынса эш алып барыу. 2016 йылда үҙәк район дауаханаһында яман шеш менән ауырыусылар һаны 402 кеше булһа, шуларҙан 78-е тәүгә иҫәпкә алынды. 2017 йылда сирлеләрҙең дөйөм һаны — 444, тәүгә асыҡланғандар һаны 97 кеше тәшкил итте, шул иҫәптән беренсе һәм икенсе стадия 35 кешелә асыҡланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онкология ғүмерҙәрҙе ҡыйыуҙан туҡтамай. 2016 йылда мәкерле сирҙән 33 кеше донъя менән хушлашһа, 2017 йылда — 28 кеше. Шул иҫәптән, 13 кеше үҙендә яман шеш булыуын белмәй йөрөгән һәм табип ярҙамы күрһәтеү һуң булды. Үпкә, һөт биҙҙәре яман шеше айырыуса күп. Районды шартлы рәүештә дүрт өлөшкә бүлергә мөмкин: тау төбәге — Хәмит, Буранғол, Амангилде яҡтарында ашҡаҙан, үңәс яман шеше, ялан яғы — Хәлил, Йәнгелдә бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе, Красная Башкирияла үпкә, Байым, Рәхмәт яҡтарында тире, тел, ирен яман шеше таралған.

Ауырыуҙы иртә стадияларҙа асыҡлау өсөн табиптарға йыш күренеп торорға, тикшеренеүҙәр үтергә кәрәк. Экологияның боҙолоуы, насар ғәҙәттәр, аҙ хәрәкәтләнеү, консерванттар ҡушылған ризыҡтар менән туҡланыу, төрлө стресстар сир барлыҡҡа килеүенә этәргес бирә. Яман шеш яңы барлыҡҡа килгән ауырыу түгел. Кешеләр был сиргә электән дусар булған. Ул заманда ауырыуҙы асыҡлау өсөн хәҙерге кеүек юғары технологиялар, ҡорамалдар булмаған. Бөгөнгө көндә улар ярҙамында ауырыуҙы бөтөнләй юҡҡа сығарырға йәки туҡтатырға була. Күп осраҡта кеше үҙен һау тоя, табипҡа һирәк күренә. Әммә был ваҡытта уның организмында шештең симптомһыҙ ғына үҫеүе мөмкин. Тире, һөт биҙҙәре, ауыҙ ҡыуышлығы, аналыҡ муйынтығы һәм тура эсәк яман шеше кеүек онкологик сирҙәр-ҙең хәүефле симптомдары барлыҡҡа килгәнгә тиклем тикшереү ярҙамында асыҡлап була. Шуның өсөн дә хәҙерҙән табипҡа мөрәжәғәт итеп, тулы тикшеренеү үтеү мотлаҡ. Яман шештән дауаланып, тулыһынса һауыҡҡан кешеләр күп. Әлеге диагноз үлем тигән һүҙ түгел. Медицина алға бара, яңы химиопрепараттар етештерелә. Ба-рыһы ла яман шештең ниндәй стадияла икәнлегенә бәйле. Сир башланғыс осоронда тулыһынса дауалана. Даими профтикшеренеүҙәр, диспансеризация үтеү сирҙе алдан диагностикаларға ярҙам итәсәк. Башланғыс звенола эшләүсе фельдшерҙар, участка табиптары, терапевтар ауырыу аҙып китмәһен өсөн уны асыҡлай белергә тейеш. Сөнки пациенттар иң тәүҙә уларға бара. Яман шеш менән ауырыған кешене йылдар буйы бер ни борсомай һәм ул үҙен сәләмәт тип уйлай. Шуға ла һаулыҡҡа битараф булмаҫҡа, даими рәүештә анализдар тапшырып торорға кәрәк. Шуныһы үкенесле, беҙҙә бушҡа үткәрелгән диспансеризация тикшеренеүенә лә халыҡты килтереүе ҙур бәлә. 40 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙ ярты йыл һайын күкрәк биҙен маммограф аша тикшереп торорға тейеш. Әгәр ҙә күкрәктә төйөн барлыҡҡа килһә кисекмәҫтән табипҡа күренергә кәрәк. Тағы шуны иҫкәрткем килә: онкологҡа яҡын кешегеҙ менән бергә килеүегеҙ һәйбәтерәк, сөнки яман шеш диагнозы ҡуйылыу менән албырғап ҡалалар, табип һөйләгәндәрен аңламайҙар.


Читайте нас: