+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Февраль 2018, 11:39

Өйҙә буран булмаһын

Хәмит мәҙәни-ял үҙәгендә Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын ябыу һәм Ғаилә йылын асыуға арналған сара үтте.

Хәмит мәҙәни-ял үҙәгендә Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын ябыу һәм Ғаилә йылын асыуға арналған сара үтте. Йыл дауамында башҡарылған эштәр, экологик өмәләр тураһында мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары И. Р. Абдуллина, мәҙәни-ял үҙәге етәксеһе Ә. В. Ҡасимова сығыш яһаны. Ауыл биләмәһе башлығы Ф. Д. Ғәҙелшина Экология йылындағы эштәргә баһа биреп, әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләп үтте, Ғаилә йылына билдәләнгән пландар менән таныштырып, сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Ғаилә йылын матур концерт асты. Әнүзә Мөлөкова улы Фәнүз, Зөбәйлә Зәйнетдинова улы Рөстәм, Хәйҙәр Зәйнишев улы Вилдан менән моңло йырҙарын бүләк итһә, Илһөйәр Абдуллина ҡыҙҙары Айсулпан һәм Яҙгөл менән «Урал батыр» эпосын башҡорт, урыҫ, төрөк телендә һөйләп һоҡландырҙы. Ҡыҙҙар башҡарыуындағы дәртле бе-йеүҙәр һәм йырҙар сараға йәм өҫтәне. Концерт һуңында Әлиә Ҡасимова башҡарған йырҙағыса: «тышта буран булһа булһын, өйҙә буран булмаһын», – тип Ғаилә йылында бәхетле ғаиләләр һаны артһын, һәр йортта тыныс тормош дауам итһен тигән теләк белдерҙе ауылдаштарыбыҙ.


Читайте нас: