Ошо көндәрҙә сик буйы һаҡсыларынан торған Әбйәлил командаһы «Алтын тирмә» уйынында үҙҙәренең белемен һынаны.
Совет Армияһы һәм Диңгеҙ флоты ғәскәрҙәре һәм Сик буйы ғәскәрҙәре төҙөлөүгә 100 йыл тулыуға арналған уйында ҡатнашыу өсөн команда капитаны, табип Ренат Мәһәҙиев менән Гусевтан уҡытыусы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, Буранғол ауыл биләмәһе хеҙмәткәре Ғәзим Усманов баралар.
— Таһир Кусимов, Рәүеф Дәүләтов, Муса Гәрәев һәм башҡа геройҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарына, биографияларына ҡағылышлы һорауҙар күп булды. Беҙҙең команда һынатманы, тарихты, шәхестәрҙе һәйбәт белеүебеҙҙе күрһәтә алдыҡ, — ти Ренат Таңатар улы.
Әбйәлилдәргә ҡаршы Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт иткән, Өфө мәктәптәренән егеттәр командаһы уйнаған. Уйын һөҙөмтәләре буйынса, бер иш мәрәйҙәр йыйып, ике команда ла еңеүсе тип табылған.
— «Алтын тирмә» тапшырыуында ҡатнашыуыбыҙға эшҡыуар Шәүрә апай Аллаярованың матди ярҙамы ҙур булды. Шулай уҡ район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙовтан бүләккә район энциклопедияһын, хәрби комиссар Р. М. Ғәҙелшиндан локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан егеттәрҙең батырлығына арналған китап тапшырҙыҡ. Шәүрә һәм Илһам Фәттәховтар («Ҡаҙмаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) күстәнәскә ҡымыҙ ебәрҙе. Шулай итеп, күмәк көс менән һынатмай, әбйәлилдәр исеменә тап төшөрмәй, үҙебеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтеп ҡайттыҡ, — ти команда капитаны.
Әбйәлил командаһының «Алтын тирмәлә»ге уйынын 25 февралдә 11.45 сәғәттә һәм 28 февралдә 19.30 сәғәттә ҡарай алаһығыҙ.