+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Февраль 2018, 11:12

«Афған шулай башланды»

1979 йылдың 25 декабрендә башланған Афған һуғышы тамамланыуға 15 февралдә 29 йыл булды.

1979 йылдың 25 декабрендә башланған Афған һуғышы тамамланыуға 15 февралдә 29 йыл булды. Афғанстанға үҙенең ғәскәрҙәрен индергән өсөн, Советтар иле АҠШ, Европа һәм башҡа мосолман илдәренең көслө сәйәси һәм иҡтисади ҡыҫымына алына, күп илдәр 1980 йылда Мәскәүҙә үткән олимпиадала ҡатнашмай. СССР-ҙың тарҡалыуына килтергән сәбәпселәрҙең береһе булған был һуғыш нисек башланған?

1973 йылдың июлендә Зәкир-Шах батшаны ҡолатып, хәрби түңкәрелеш яһап, ике туғаны генерал Мөхәммәт Дауд үҙен Афғанстан Республикаһы президенты тип иғлан итә. Был революция илдең Халыҡ демократик партияһы ҡатнашлығында эшләнә. Тиҙҙән президент Дауд илдә халыҡҡа вәғәҙә иткән реформа урынына, уны власҡа алып килгән АХДП ағзаларын һәм коммунистарҙы репрессияға дусар итеп, юҡ итә башлай. Илдә граждандар һуғышы тоҡана. Был хәлгә түҙә алмаған коммунистар һәм Афған халыҡ демократик партияһы (АХДП) 1978 йылдың 27 апрелендә (Саур) революцияһын ойоштора. Власҡа Н. Тараки, Х. Амин, Б. Кармаль килә, Афғанстанды демократик республика тип атайҙар. Ләкин, улар ҙа үҙ-ара һыйышмай, күп тә үтмәй Б. Кармаль беҙҙең илгә ҡаса. Әйтергә кәрәк, был йылдарҙа Афғанстандың ауыл ерҙәрендә феодаль тормош хөкөм һөрә, ә Ҡабул, Герат, Кандагар кеүек ҙур ҡалалар иҡтисади, социаль яҡтан үҫешкән үҙәктәр була. Радио, телевидение эшләй, кинолар күрһәтелә. Ҙур магазиндар менән бергә бәләкәйҙәре эшләп тора, беҙҙә булмаған сит ил тауарҙары күпләп һатыла. Илдә феодализм ҡоролошон бөтөрөүҙе һәм демократик реформалар үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуялар. Быға ҡаршы булған радикал ҡарашлы ислам фундаменталистары бергә ойошоп, революция яҡлыларға һәм афған армияһына ҡаршы һуғыш башлай. Америка Ҡушма Штаттары уларға аҡсалата һәм ҡорал менән ярҙам итә, күрше Пакистанда хәрби күнекмә ла-герҙары асып, НАТО илдәре инструкторҙары һуғышсылар әҙерләп ебәрәләр. Кемдәрҙе әҙерләгәндәре бөгөн барыһына билгеле. Граждандар һуғышы тағы ла көсәйә. Ошондай ҡатмарлы, сыуалыш барған, етмәһә күрше ятҡан илгә СССР етәкселеге ғәскәр индерергә ҡарар итә. Был аҙым, беҙҙең ил өсөн күтәр-һегеҙ ауырлыҡ тыуҙыра, күп аҡса, матди ресурстар түгеүҙе талап итә, тағы сит илдәрҙең санкцияларынан иҡтисади үҫеш туҡтай. Көнкүрештә тауар дефициты тыуа, ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә 80-се йылдарҙа талон системаһы индерелә. Иң ҡыҙғанысы, был һуғышта илебеҙ 15052 һалдатын юғалта, 53753-ө яраланып ҡайта, 417 кеше хәбәрһеҙ юғала.

1979 йылдың 24 декабрь төнөндә Ярлыҡап ауылы егете, десантсы Ришат Мәхмүт улы Рыҫҡолов хеҙмәт иткән Белоруссияның Витебск ҡалаһында урынлашҡан 103-сө гвардия һауа-десант ғәскәрҙәре дивизияһын тревога буйынса күтәрәләр. Бөтә шәхси составты теҙеп, хәрби бурыс ҡуялар. Һуғыш ҡоралдарын, кәрәк-яраҡтарын барларға, техниканы әҙерләргә, өс көнлөк аҙыҡ алырға ҡушыла. Был һуғыш хәленә яҡынайтылған хәрби күнекмәләр башланыу тип иғлан итәләр. Өс сәғәттән техниканы, десантсыларҙы бортына алған хәрби транспорт самолеттары бер-бер артлы һауаға күтәрелә.

— Күптәребеҙ 1961 йылғы йәш һалдаттар. Көҙгөһөн генә хеҙмәт итә башланыҡ, ошонда учебкала әҙерлек үттек. Мин артиллерист, ҡороусы инем. Бойороҡ алғас, шунда уҡ платформаларға снарядтар тейәй башланыҡ. Транспорт самолеттарға машиналарҙы, гаубицаларҙы урынлаштырып нығыттыҡ. Үҙебеҙгә күп итеп патрон, граната бирҙеләр. Ҡайҙа барғаныбыҙҙы белмәйбеҙ, әйтмәйҙәр, командирҙан һораһаҡ «хәрби сер», ти. Шаяртып, һөйләшеп барабыҙ, ләкин күңелдә шомло, командирҙарҙың үҙҙәрен тотошона ҡарап, хәлдең бик етди икәнлеген һиҙәбеҙ. 5-6 сәғәттән беҙҙең самолет бер ҙур хәрби аэродромға килеп төштө. Төн. Алда ҙур ҡаланың уттары яна. Тиҙ генә самолеттарҙы бушатырға ҡуштылар. Һауанан бер-бер артлы самолеттар төшөп тора, йөктән һәм һалдаттарҙан бушатылғандары шул арала кире һауаға күтәрелә. Бер туҡтауһыҙ самолет моторҙары геүләүе, тирә-яҡта команда биргән тауыштар яңғырай, төрлө ерҙә һалдаттар теҙелә, машиналарға, БМД-ларға тейәлеп, йәйәүләп тә, командалар төнгө ҡараңғылыҡта юғала тора. Аҙаҡтан белеүебеҙсә, ошондай һауа юлы менән беҙҙең дивизияны 27 декабрь төшкә тиклем күсереп бөткәндәр икән.

— Самолеттан төшкәс беҙҙе лә теҙҙеләр, һеҙ Афғанстан ерендәһегеҙ, урындағы ил хөкүмәте һәм халҡының һорауы буйынса ярҙамға килдек, тип яңы хәрби бурыс ҡуйҙылар, — тип һөйләгәйне 1980 йылдың йәйендә яҡшы хеҙмәте өсөн бирелгән бер айлыҡ отпускыға ҡайтҡанында Ришат Мәхмүт улы. Уларға барлыҡ совет һалдатын билдәләүсе знактарҙы алырға, фотоһүрәт һәм һаҡланған хаттарҙы яғырға ҡушалар.

Шулай итеп «Байкал-79» исемле хәрби операция башлана. Уның маҡсаты: баш ҡала Ҡабулдың иң мөһим хәрби һәм граждан объекттарын, министрлыҡтарҙы, ҙур ғәскәри штабтарҙы, радио һәм телеүҙәкте һаҡҡа алырға. Ҡалала урынлашҡан Афғанстан Ҡораллы көстәренең хәрби частәрен, штабтарын ҡа-марға ҡушыла.

— Ҡараңғы төн. Беҙ Ҡабулға килгәс, ҡалҡыулыҡта урынлашҡан, уттары күренгән бер ҙур йорт алдындағы асыҡ майҙанда туҡтаныҡ. Шул йорт яғына ҡаратып орудиеларҙы урынлаштырырға, окоп ҡаҙырға ҡуштылар. Ер ташлы, ҡаты, ҡаҙырлыҡ түгел. Саҡ ярты метр тирәһе окоп ҡаҙа алдыҡ, арып йоҡлап киткәнбеҙ. Бер ваҡыт тауышҡа уянып киттек, һыҙылып таң атып килә. Эргәлә мәсет булған икән, шунан иртәнге аҙан ҡысҡырған тауыш ишетелгән. Аҙан тауышы тымғас, күп тә үтмәй беҙҙең өсөн мәхшәр башланды.

Төрлө яҡтан автоматтарҙан ут астылар, башты күтәрерлек түгел — окоп һай булғас, кеше менән тулған, йәшенер урын юҡ. Беҙ ҙә ҡарамайынса тирә-яҡҡа ата башланыҡ. Бер аҙҙан тынысланып, дошмандың бер нисә ут нөктәһен юҡ иткәс кенә атыш туҡтаны. Беҙҙең өсөн афған һуғышы шулай башланды, — тип һөйләгәйне Ришат.

Бынан һуң төрлө хәрби операцияларҙа ҡатнашып, ике йыл унда хеҙмәт итеп ҡайтты беҙҙең ауылдаш. Күрше батареяла хеҙмәт иткән Асҡар ауылы егете Марат Әминев һөйләүенсә, Ришат ниндәй хәлдә лә ышаныслы, эскерһеҙ, саф күңелле тоғро дуҫ булды, ти. Әйткәндәй, Марат үҙе лә унда Ҡабул аэродромын ике йыл буйы һаҡлай. Ысынлап та, Ришат бала саҡта ла, ауыр һуғыш юлдары үтһә лә ябай, кешелекле, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер кеше булып ҡалды. Ҡатыны Миңзәлә менән өс бала үҫтерҙеләр. 18 йәшлек кенә сағында ошо һуғыштың михнәттәрен, ауырлыҡтарын кисереүе, эргәһендәге иптәштәрен юғалтыуы, бер кемгә лә белгертмәһә лә дуҫыбыҙҙың һаулығын ҡаҡшатҡандыр. Ул, 2006 йылдың 17 авгусында, ҡырҡ биш йәше лә тулмаған көйө, Ярлыҡап ауылы эргәһендә атаһының бесәнлегендә бесән сапҡанда йөрәге ҡапыл туҡтап вафат булды.

Читайте нас: