-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Февраль 2018, 18:42

Йәш быуында өмөт бар

Район үҙәгенең «Сулпылар» балалар баҡсаһында күңелле һәм фәһемле кисә — «Аулаҡ өй» үтте.

Район үҙәгенең «Сулпылар» балалар баҡсаһында күңелле һәм фәһемле кисә — «Аулаҡ өй» үтте. Тәүҙән үк кисәнең исемен яҙып үтәм, сөнки борон-борондан аулаҡ өй ул йәш ҡыҙ-ҡырҡындың, йә өләсәйҙәр менән ҡыҙ-ейәнсәрҙәрҙең бергә йыйылып, ҡурмас ҡурып, әкиәт һөйләшеп, ҡул эштәре менән шөғөлләнеп ултырыр урын булған. Хәҙер генә уны пар таба алмай йөрөгән яңғыҙаҡтарҙың осрашыу кисәләренә әйләндереп, төп асылын үҙгәртеп ебәрҙеләр.

«Уҡыу йылы башында уҡ беҙ өлкәндәр төркөмөн ата-әсәләрҙең ризалығы менән башҡорт төркөмө итеп ойошторҙоҡ, — ти учреждение мөдире А. Н. Хәлилова. — Тәрбиәселәр балалар менән башҡортса хәрефтәр генә өйрәнеп ҡалмай, туған телебеҙҙә моңло йырҙар башҡара, һанай, әкиәт һөйләй, йомаҡ ҡоя, шиғырҙар ятлай, башҡорт көйҙәренә бейей. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһен бөгөнгө кисәлә күрһәтергә ниәт иттек».

…Зауыҡлы ғына биҙәлгән, ҡорамалы-балаҫлы, ҡупшы яҫтыҡлы, һандыҡлы бүлмәлә, урындыҡта өләсәй менән олатай ипле генә әңгәмәләшеп ултыра. Өләсәй бәйләмен ҡуйып, бабайға өндәшә: «Ейәнсәрҙәр күренмәйсе, тағы шул телефон-смартфондарына тексәйеп ултыралармы икән, олатаһы? Әйҙә, шуларҙы экрандарынан айырып, үҙебеҙсә уйын ҡороп алайыҡ». Олатай ҙа ҡуй тимәй, һәм бүлмәгә саҡырыу буйынса «һә» тигәнсе тыптырлашып, башҡорт күлдәктәре кейгән йәтеш-йәтеш ҡыҙыҡайҙар килеп инде. Уларҙың янынан тағы бер апайҙары урын алды. Ырғаҡ, энә менән бәйләй торған ҡул эштәрен таратып алып, олатай менән өләсәһен тирәләп ултырған балалар күмәкләп «Шәл бәйләнем» йырын башҡарҙы. Ихлас көлөшөп, бәйләмдәре менән булышып ултырғанда, тағы ишек шаҡынылар һәм бүлмәгә олатай саҡырған ҡунаҡтар — малайҙар килеп инде. Улар күмәкләшеп, һис яңылышмай, тап-таҙа башҡорт телендә «Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар!» тип йырлап ебәрҙе. Артабан балаларҙың ҡара-ҡаршы тороп: «Әйтегеҙ әле, малайҙар, ҡалай утын яралар? — Әйтегеҙ әле, ҡыҙҙар, ҡалай ҡамыр баҫалар?» тип әйтешеүҙәре бигерәк матур килеп сыҡты.

Йырлап-бейеп, күңел асып алғас, ҡыҙ-малайҙар тағы олатай менән өләсәй тирәһенә һырпаланды. Шунан китте йомаҡ әйтешеү: 5 – 6 йәшлек кенә бәләкәстәрҙең бер-береһенә «Өй башында ярым ай», «Өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә», «Тей, тиһәң — теймәй, теймә тиһәң — тейә», «Өй башында айыу бейей» кеүек йомаҡтарҙы ғына түгел, кемуҙарҙан уларҙың яуаптарын әйтеп ултырыуҙары туған телгә һыуһаған күңелдәргә май булып яғылды. Әллә ҡасанғы, бала саҡтағы, өләсәй йортона ҡайтып, урамдағы әхирәттәр менән уйын ҡорған мәлдәр иҫкә төшөп китте…

Өләсәй ролен төркөмдөң тәрбиәсеһе, 29 педагогик эш стажы булған талантлы һәм ижади күңелле Венера Әмир ҡыҙы Баймырҙина килештереп башҡарҙы, балаларға бар күңелен һалып эшләүен күрһәтте. Олатай роле иһә ошо төркөмдәге Әсилә исемле ҡыҙҙың атаһы — «Байыҡ» телевизион конкурсы еңеүсеһе, ҡурайсы, баянсы, виртуоз музыкант Ильяс Сафинға эләкте. Ул да үҙенә ҡушылған бурысты оҫта үтәне — малайҙарға ҡурай серҙәрен төшөндөрҙө, уйнап күрһәтте, хатта «Ҡарт Байыҡ» бейеүенән өҙөк башҡарҙы. Ҡыҙҙарҙың апайҙары булған музыкаль етәксе Линара Ансар ҡыҙы Ибраһимова бынамын тигән башҡорт йырҙарын һайлап, уларҙы балаларға өйрәтеүе, бейетеүе һоҡландырҙы. Ғәҙәти башҡорт теле дәресе генә түгел, ә халҡыбыҙҙың бай хазиналы ижадына, фольклорына таянып яҙылған матур сценарий буйынса кисә ҡараны «Сулпылар»ға килгән ҡунаҡтар. Тәрбиәселәрҙең дә, үҙҙәре мәрйен теҙеп эшләгән биҙәкле иҙеүҙәрен тағып, сараны башҡортса ғына алып барыуҙары «Аулаҡ өй»гә айырыуса мәртәбә өҫтәне.
Читайте нас: