Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Февраль 2018, 11:34

30 йылдан һуң ғына табылған…

«Сит илдәрҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул», тип боронғолар белмәй әйтмәгәндер. Ҡайҙалыр алтын бар, барһаң баҡыр ҙа юҡ тигәндәй, сит тарафтарға эш артынан китеүселәр күбәйҙе. Әлбиттә, улар ҡотороп түгел, яҡшыраҡ хеҙмәт хаҡы эҙләп — ғаилә ҡарайым, донъя бөтәйтәм тигән ниәттән алыҫ яҡтарға юл тота.

«Сит илдәрҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул», тип боронғолар белмәй әйтмәгәндер. Ҡайҙалыр алтын бар, барһаң баҡыр ҙа юҡ тигәндәй, сит тарафтарға эш артынан китеүселәр күбәйҙе. Әлбиттә, улар ҡотороп түгел, яҡшыраҡ хеҙмәт хаҡы эҙләп — ғаилә ҡарайым, донъя бөтәйтәм тигән ниәттән алыҫ яҡтарға юл тота. Ярай, эштәре ыңғай килеп сыҡһа. Хеҙмәт хаҡын ала алмағандар йәки туғандары менән бәйләнешкә сыҡмай, юғалғандар ҙа бар бит. Түбәндәге тарих шул хаҡта...

Күсем ауылы егете Мәһәҙей Заһретдинов алыҫ 1989 йылда аҡса эшләп ҡайтыу теләге менән Ҡаҙағстанға юллана. Ҡаҙаҡ дуҫының анһат ҡына ҙур аҡса эшләргә мөмкин булыуы хаҡында һөйләгәндәренә ышана һәм шул дуҫы, тағы бер рус егете менән өсәүләп бәхет эҙләп сығып китәләр. «Ковыльная» тип аталған совхозда өлкән көтөүсе булып эшкә урынлаша. Ҡаҙаҡ тыуған ауылына ҡайта, рус иптәше лә оҙаҡ тормай. Ҡаҙ урлағас, ҡыуып ҡайтаралар. Шулай итеп Мәһәҙей яңғыҙ ҡала, тик бер ҙә эсе бошмай. Аҙыраҡ аҡса туплар ҙа, тыуған яҡтарыма ҡайтырмын, оҡшатып йөрөгән ҡыҙын кәләш итеп алырмын, йорт һалырмын тип хыяллана. Килгәненә үкенмәй, типһә тимер өҙөрлөк 27 йәшлек егеттең ике ҡулына бер эш тигәндәй: икһеҙ-сикһеҙ ялан буйлап иҫәпһеҙ-һанһыҙ һыйыр, һарыҡ ҡараған көтөүселәргә күҙ-ҡолаҡ булырға ғына кәрәк. Ҡушҡанды үтәгән, булдыҡлы егет хужаларға ла бик оҡшай. Хатта, уға һинең кеүектәр тағы юҡмы, булһа саҡыр тиҙәр. Паспортыңды бир, юғалтып ҡуйырһың, эш хаҡын да шунда йыйып барырмын тигәс, Мәһәҙей документтарының бөтә-һен дә эш биреүсеһенә тоттора... Һәм ҡабат ала алмай. Ҡа-ҙаҡ байы тағы саҡ эшлә инде, кеше юҡ бит, берәйһен тапһам ҡайтарырмын, аҡсаны күп түләрмен тип ышандыра. Көҙ етһә, ҡыш сыҡҡансы тор, яҙ етһә, йәйҙе үткәр, ти. Шулай йыл артынан йыл үтә. Мәһәҙей ябай көтөүсегә әйләнә, уға мөнәсәбәт тә хөртәйә, ашау, йәшәү шарттары ла насарая. Айғырҙарҙы ялынан тотоп ҡына менеп сапҡан егет, ауылдаштары әйтмешләй ажар Мәһәҙей ҡол хәленә ҡала...

Шул ваҡыттан 30 (!) йыл ғүмер үткән. Әлбиттә, туғандары эҙләп ҡараған, тик бушҡа. СССР мәлендә Мәһәҙей бер туған апайын район үҙәгенә телефон аша һөйләшергә саҡыра. Тик апайы барып өлгөрмәй, һәм ошо яҙмаған һөйләшеү ҙур үкенес булып ҡала. Ҡустыһы ни әйтергә теләгәндер, ҡайҙа икәнлеген белдергеһе килгәнме, ярҙам һорағанмы — мең төрлө юрайҙар. Ҡаҙағстан тарафтарынан ҡайтыусыларҙан һорашалар. Уға оҡшаған кешене күрҙек тип әйтеүселәр ҙә була. Беренсе каналда «Жди меня» тапшырыуына мөрәжәғәт итеүҙәре һөҙөмтәһеҙ була. Мәһәҙей һыуға төшкәндәй юҡҡа сыға.

Ғәзиз улы ана ҡайтыр, бына ҡайтыр тип көткән атаһының өмөттәре аҡланмай. Көнө-төнө ауыр уйҙар йөрәген телгесләгән атай кеше оҙаҡҡа бармай. Ике апайы ла вафат була. Һигеҙ баланан алтау ҡалалар. Сәғәҙей ағаһы ҡустыһының тере булыуына, ҡасан булһа ла табыласағына ышанып йәшәй. Үлгән булһа, күңелгә һиҙелер ине, ти ул. Шишмә районында йәшәүсе Сабур Заһретдинов та туғанының иҫәнлегенә өмөтөн өҙмәй, ошо көндәргә тиклем эҙләү эшен дауам итә, был эшкә улын да йәлеп итә.

Хоҙайҙың күңеле киң. Донъяла мәрхәмәтле кешеләр ҙә юҡ түгел. Юғалған кешеләрҙе эҙләүҙә интернет та ҙур ярҙамсы. Сабур ағайҙың улы Илсур «Бәйләнештә» селтәрендә Башҡортостандан Мәһәҙей Заһретдиновтың туғандарын эҙләйбеҙ тигән хәбәргә юлыға. Тиҙ арала күрһәтелгән телефон һандары буйынса бәйләнешкә сығалар. Ҡаҙағстан егете А. Айманов Мәһәҙейҙең «Ялғыс тал» совхозында (элекке «Ковыльная» совхозы) булыуын, ауыр хәлдә икәнлеген һөйләй. Бөйөрҙәре шешеп, аяҡтан яҙған. Документтары булмағас, дауаханаға һалмайҙар. Мәһәҙейҙең туғандары оҙаҡҡа һуҙмай, ҡустыларын тыуған яғына алып ҡайтыуға әҙерләнә башлай. Табылғас булды, бараһың да алаһың кеүек еңел тойолһа ла, был эштең үҙ мәшәҡәттәре бихисап икән. Нимәгә тотонорға белмәй, албырғап ҡалғанда, кемдер утлы нөктәләрҙән ҡоллоҡҡа алынған егеттәрҙе ҡайтарыу эшендә тәжрибәһе булған Рәсүл Шөғүровҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә. СССР мәлендәге паспорты ғә-мәлғә яраҡһыҙ булһа ла, Рәсүл Иғдисам улының аныҡ ярҙамы менән Мәһәҙей Заһретдиновты суд аша депортация менән таможня аша үткәрәләр. Ҡаҙағстан сигенә тиклем килтереүҙә аталлы-уллы Аймановтар ярҙамлаша. Был яҡтан Сәғәҙей менән Сабур Заһретдиновтар Троицкиҙа ҡаршы ала. 30 йыл күрешмәгән туғандарҙың осрашыуының ҡыуаныслы ла, ҡыҙ-ғаныс та булыуын яҙып торорға кәрәкмәйҙер, моғайын. Сит илдән сығарыу әтнәкәләрен, юл мәшәҡәттәрен хәл итеүҙә ярҙамлашҡан өсөн Заһретдиновтар ауылдаштарына, район Со-веты депутаты Р. Шөғүровҡа, «Яҡтыкүл» шифаханаһы директоры И. Нафиҡовҡа, һаҡ хеҙмәте етәксеһе А. Хөснуллинға оло рәхмәтле. Хәҙер уларға паспорт, башҡа документтарын юллап, ҡустыларын тиҙерәк дауаханаға һалырға кәрәк.

Аҡса эшләргә сығып китеп, байтаҡ ғүмерен сит яҡтар-ҙа уҙғарған Мәһәҙейҙең аяныслы яҙмышы ыңғайланыр, һауы-ғып, аяҡҡа баҫыр тип ышанғы килә. Был хәл башҡаларға һабаҡ-ғибрәт булһын тигән ниәттән сығып яҙылды. Ҡай-ҙалыр эшкә йүнәлгәндә, хәүеф-хәтәрҙән, яман уйлы кешеләрҙән һаҡ булыу, һәр кемгә ышанып бармау хәйерлерәк икәнен онотмағыҙ.


Читайте нас в