Ғүмерҙең фанилығын, һәр сәғәт-минутының һанаулы икәнен иҫкәрткәндәй, тыҡ-тыҡ һуҡҡан метроном тауышы аҫтында исем-шәрифтәр яңғырай: Фәнис Фазылйәнов, Рушан Ахунйәнов, Евгений Медведев, Рөстәм Шәйәхмәтов, Камил Сәйфуллин, Артур Әхмәтйәнов, Айҙар Мөхтәруллин, Ринат Зәйнуллин... Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан район тыуған яҡты өйрәнеү музейында әрме бурысын үтәргә китеп Төньяҡ Кавказдағы, башлыса Чечнялағы локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә хәтер кисәһе үтте.
Яҡындарының хәтирәләренән музей директоры Р. С. Лотфуллина туплаған мәғлүмәттәр буйынса алып барыусылар Ләйсән Бисенғолова һәм Илүзә Шәйәхмәтова егеттәрҙең бала, үҫмер саҡтары, тормошҡа ашмаған яҡты өмөт-хыялдары тураһында һөйләгәндә ҡайғылары яңырған әсәй-атайҙарҙың ғына түгел, сараға килгән барлыҡ ҡатнашыусыларҙың да йөрәктәре һыҡтаны, күҙҙәргә йәш эркелде. Ун йәшендә «Урал» мотоциклына атланған, йүгереү буйынса ярыштарҙа ал бирмәгән, спортты йәшәү рәүеше иткән Фәнис Күмертау физкультура техникумында уҡыуын ҡалдырып, ҡайтҡас дауам итермен тип, ил һағына китә. Рушан бәләкәйенән мал йәнле булып үҫә, йәнлектәрҙе яратҡанға күрә һөнәрселек училищеһында веттехникка уҡый. Женя теремек, ярҙамсыл бала була, мәктәп йылдарында үҙешмәкәр түңәрәктә әүҙем ҡатнаша. Рөстәм әрменән яҙған хаттарында: «Ҡайтҡас мотлаҡ табипҡа уҡыясаҡмын», — ти, тик хеҙмәтен тултырып ҡайтырға бер нисә ай ҡалғас, уның ғүмере Абхазия ерендә өҙөлә. Кескәй сағында атайһыҙ ҡалған Камилға иртә ҡул араһына инергә тура килә, бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ өҫтөнә алып, әсәһен һәм бәләкәй туғандарын ҡурсаларға тырыша, егеттең һалдат хаттары ла яҡындарына ҡарата һөйөү, ихтирам тойғолары менән һуғарыла. Артур 93-сө һөнәрселек училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай, водитель танытмаһы ала, ләкин уҡыуының мәнфәғәтен күрергә яҙмай. Бәлә килерен һиҙгәндәй, өйҙә хеҙмәтте кисектереү тураһында һүҙ сыҡҡас, иптәштәрем менән бергә китәм, тип үҙенекен итә. Атаһының уң ҡулы булып үҫкән ат йәнле Айҙар тарих фәнен һыу кеүек эсә, унан яҡшы уҡытыусы сығыр ине. Ринат юрист булырға хыяллана, әммә конкурстан үтә алмай, ысын ир-егеттәргә фарыз мөҡәддәс бурысын үтәп ҡайтҡас яңынан һынау тоторға ниәтләнә, әрмелә хеҙмәт итеү ҙә уның ҙур хыялдарының береһе була...
Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрендә үҙҙәренә генә хас таланттары менән дә балҡып ҡалырға өлгөрә улар – спорттағы еңеүҙәр, сәхнәләрҙе дер һелкетеп бейеүҙәр, ҡуйын дәфтәрҙәре тулы шиғырҙар. Үкенесле: быларҙың барыһы ла хәҙер хәтирәләрҙә генә йәшәй. Сара уңайынан әҙерләнгән «Һалдат һуғышты һайламай» күргәҙмәһендәге фотоларҙан йылмайған 18-20 йәшлек егеттәрҙең күңел йылыһын һаҡлаған шәхси әйберҙәрен, ҡул эштәрен, яҙмаларын тыныс ҡына ҡарап булмай.
Миңзилә Шәйәхмәтова улы Рөстәмдең ҡәҙерле иҫтәлеге булған һалдат кепкаһын музейға тапшырҙы. Улдарын юғалтҡандан һуң ата-әсәһе лә гүргә ингән Айҙар Мөхтәруллиндың туғандары уның Батырлыҡ орденын музейға тапшырырға ҡарар итте. Шулай уҡ үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ булған һабаҡташтар Камил Сәйфуллин һәм Ринат Зәйнуллиндың әсәләре һүҙ алды. Рәйсә Заһитова ил-йорт тыныс торһон, әсәйҙәргә бала ҡайғыһы күрергә яҙмаһын тине. Ғәлиә Зәйнуллина бандиттар уратыуында ҡалған улының әсирлеккә бирелмәҫ өсөн улар менән ҡуша үҙен дә шартлатыуы тураһында һөйләгәс, «Үҙебеҙ шулай, намыҫлы бул, дөрөҫ юлдан атла, тип тәрбиәләнек шул», — тине әрнеү ҡатыш ғорурлыҡ менән. Улдарын онотмай, улар иҫтәлегенә Михайловка мәктәбендә ярыштар үткәрелеүе һәм, ҡайғылары яңырһа ла, ошондай хәтер кисәләре ойошторолоуы өсөн рәхмәт белдерҙе Ғәлиә Хәкимйән ҡыҙы.
Райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин Әбйәлилдән 600-ҙән ашыу егет Чечен кампанияһында ҡатнашты, тине. Унда ҡорбан булған тыныслыҡ һалдаттарының ата-әсәләренең тәрән ҡайғыһын уртаҡлашып, Тыуған ил өсөн лайыҡлы улдар тәрбиәләгәндәре өсөн район хакимиәтенең һәм хәрби комиссариаттың Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Афған ветерандары советы рәйесе И. И. Хәйризаманов һуғыш тигән тамуҡты үҙенә лә үтергә тура килеүе тураһында һөйләне. Оло бәхеткә яуҙаштары тыуған ергә имен-аман ҡайтһа ла, бөгөн уларҙың яртыһы утыҙға, ҡырҡҡа, иллегә лә инмәй, һуғыш шаңдауы булған яралар, контузия, психик сирҙәр арҡаһында иртә донъя ҡуйыуҙарына үкенес белдерҙе. Ҡустыһын цинк табутта алып ҡайтып ерләгәндән һуң, мәғәнәһеҙ ҡан ҡойоштан хәҡиҡәт эҙләп, үҙ теләге менән «ҡыҙыу нөктә»гә барып юлыҡҡан, утлы өйөрмә эсенән имен-һау әйләнеп ҡайтҡан Азамат Шәйәхмәтовҡа ла һүҙ бирелде.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева улдарын ер ҡуйынына һалған ата-әсәләргә түҙемлек, уларҙың йәшәлмәгән ғүмерҙәре, эшләнмәгән эштәре, барып етелмәгән маҡсаттары өсөн йәшәргә кәрәк, тип рух ныҡлығы теләне. Т. Кусимов исемендәге гимназияның 8-се «б» класы уҡыусылары өсөн был сара фәһемле патриотик дәрес булды. Азамат Итекәевтың ҡурайҙа уйнаған «Азамат»ы ла кисәнең асылына шул тиклем ауаздаш булып, үҙәктәрҙе өҙҙө...