Әүмеш ҡыҙы Альбина менән Ҡырмыҫҡалы егете Салауат ғаилә ҡороп, Әбйәлилдә төпләнәләр. Салауат Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләй, Альбина «Яҡты-Күл» шифаханаһы хеҙмәткәре.
Бөгөн уларҙың ғаиләһендә оло шатлыҡ — донъяға ҡыҙҙары тыуҙы. Өс йәшлек Аринаның хәҙер Элина исемле һеңлеһе бар.
Элина Йосопова район ЗАГС бүлегендә быйыл тыуған 100-сө бала булып теркәлде. Ошо айҡанлы бүлек белгесе Нияз Юлдашбаев йәш ғаиләгә баланың тыуыуы тураһында таныҡлыҡ менән бергә иҫтәлекле бүләк тә тапшырҙы.
Шулай уҡ ике балаға атай-әсәй булған Йосоповтар ғаиләһе әсәлек капиталына хоҡуҡ алды.
— Хөкүмәт биргән был ярҙамды төҙөй башлаған йортобоҙҙо бөтөрөп инеүгә тотонорға иҫәп, — ти бәхетле ата-әсә.