+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Март 2018, 12:32

Ғаилә бәхете — балаларҙа

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итте. Бөгөнгө һүҙебеҙ Аһылай ауылында өлгөлө донъя көтөүсе, күп балалы ғаилә Тәнзилә һәм Нурислам Кәримовтар тураһында.

Һәр ауылда уңған ғаиләләр бар, улар үҙҙәренең матур итеп донъя көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Аһылайҙа ла өлгөлө ғаиләләр бихисап. Тыуып үҫкән төйәгенә ерегеп, бәрәкәтле тормош алып барған уңғандарҙың береһе — Нурислам Кәримов.

Нурислам ун бер балалы ғаиләлә иң кинйәһе була. Мәк-тәптә белем алғас, башҡалаға юллана. Йылғасылыҡ училищеһына уҡырға инә. Уҡып бөтөүгә ил алдындағы изге бурысын үтәргә ваҡыт етә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Өфөлә янғын һүндереү часына эшкә урынлаша.

Йәш саҡ — йүләр саҡ, ти-гәндәй, эштән арманһыҙ булып арып ҡайтһа ла, Салауат һәйкәле янына, йәштәр өсөн ойошторолған төрлө кисәләргә йөрөргә ваҡыт таба егет. Ул йылдарҙа гөрләп эшләгән «Аҡ тирмә» клубында үткәрелгән бер сараны ла тиерлек ҡалдырмай. Нәҡ ошо «Аҡ тирмә» лә осрата ла инде Нурислам үҙенең буласаҡ ғүмер юлдашын. Архангель ҡыҙы Тәнзиләнең был мәлдә һөнәрселек училищеһында уҡып йөрөгән сағы була.

Тәнзилә полиграфистар әҙерләгән училищены тамамлап, ҡулына диплом алғас, йәштәр ғаилә ҡора, кешелә фатирҙа йәшәйҙәр. Ғаилә шатлығын арттырып, улдары Динислам тыуа. Үҙ мөйөшөң булмағас, ҡалала йәшәүе еңел түгеллеген үҙ елкәһендә татығас, Нурислам ғаиләһен алып тыуған ауылына ҡайтып төпләнергә ҡарар итә, Тәнзилә лә ҡуш ҡуллап ризалаша.

Башҡортта килгән йола буйынса, Нурисламдың ата-әсәһе кинйә улдарына инселәп өйгә бура күтәрткән була. Ҡайтыу менән туғандары, дуҫтары ярҙамында өйҙәрен бөтөрөп инәләр.

Ауылда эш юҡ тип тормай, Нурислам Нәғимйән улы ауылдағы тимерлеккә эшкә сыға, шул уҡ ваҡытта туғандары менән бергәләп кешеләргә ялланып бура бурай, өй башы яба, башҡа эштәргә йөрөргә лә өлгөрә. Фото, видеотөшөрөүселәр бик һирәк булған замандарҙа туй-юбилейҙарҙа ошондай хеҙмәт күрһәтеп тә аҡса эшләй. Урындағы мәктәптә ҡарауылсы вазифаһын да башҡара. Ауыл ерендә ҡулай һөнәр кәрәклеген аңлаған Нурислам Кәримов ситтән тороп урман хужалығы техникумын тамамлаған, ун йыл инде Әбйәлил урмансылығында мастер вазифаһын башҡара. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғаиләһе мохтажлыҡ кисермәһен өсөн эшһеҙ тормай ул. Бының башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Сөнки Нурислам ете балалы ғаилә башлығы. Өҫтәүенә, Н. Н. Кәримов үҙе эшләгән ойошманың, ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Был көндәрҙә ул Асҡарға район үҙәге ойошма-предприятиелары араһында барған «Атайсал» конкурсында ҡатнашыр өсөн репетицияларға йөрөй, өҙҙөрә баҫып бейей ҙә, һыҙҙырып гармунда ла уйнай атай кеше.

Ә ҡатыны Тәнзилә — ныҡлы донъя тотҡаһы, өйҙәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр уның иңендә.

Йомшаҡ һүҙле, ипле, алсаҡ ҡатын ваҡыт етмәүгә лә һылтанмай, әсәлек бурысын тыныс ҡына үтәй. Көн һайын күпме эш башҡарырға кәрәк уға: ирен ашатып эшкә оҙатырға, унан инде балаларҙы тәрбиәләп мәктәпкә ебәрергә, тәмлекәстәр бешереп ҡаршы алырға, өҫ-баштарын йыуырға, һәр ҡай-һыһына тейешле иғтибар бүлергә, дәрестәрен тикшерергә, өйҙө йыйыштырырға, мал-тыуарҙы ла ҡарарға һәм башҡалар.

Йәй етһә, мәшәҡәттәр тағы арта төшә. Йөҙәрләгән баш ҡош-ҡорт алып тәрбиәләйҙәр. Ҡотло ҡуллы кешенең картуф-йәшелсәһе лә уңа, тапҡанының бәрәкәте лә арта. Өҫтәүенә, еләк-бәшмәк осоро етһә, урмандан ҡайтып инмәйҙәр тиерлек.

— Күңелле ул мәлдәр. Иртәнсәктән балалар менән күмәкләп сығып йыябыҙ. Еләкте, бәшмәктәрҙе Магнитогорск ҡалаһына, Белоретта ҡиммәтерәк булһа, шунда алып барып һатабыҙ. Мин һатып килеүгә, балалар тағы биҙрәләрен тултырып ҡуя, һатып ҡына өлгөр, — ти Тәнзилә. — Картуфты күп ултыртҡас, уны ла, һөт ризыҡтарын да һатып аҡса эшләйбеҙ. Тик ултырырға ваҡыт юҡ.

Бер-береһенең һүҙенә ҡо-лаҡ һалып, донъяларынан ҡәнәғәт булып, тормош ығы-зығыһына зарланмай йәшәгән ирле-ҡатынлы Кәримовтар балаларының шатлығына күмелеп, бәләкәй генә уңыштарына ла һөйөнөп, күптәргә өлгө булып ғүмер кисерә. Хәләл көстәре менән донъя көтөргә ынтылған, балалар баҡҡан һәм, иң мөһиме, уларға дөрөҫ тәрбиә биргән ғаиләләр булғанда киләсәгебеҙ өмөтлө.

Башҡорт лицейын тамамлаған өлкән улдары Өфөлә эшләп йөрөй. Уға етәһе ҡыҙҙары Нәсимә Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге гимназияны уңышлы бөтөп, Өфө нефть институтының беренсе курсында белем ала. Айҙар ҙа етенсе кластан һуң, уҡыуын республика инженер лицей-интернатында дауам итә.

Ҡалған дүртәүһе әлегә ата-әсә янында. Нәзилә, Уралиә, Нургизә мәктәп уҡыусылары, ҡыҙҙар тәртипле булыуҙары, яҡшы уҡыуҙары менән ҡәҙерлеләрен ҡыуандыралар.

Бәләкәй Нуриманға 6 йәш. Алдағы йылдарҙа шуҡ малай Рәхмәткә балалар баҡсаһына йөрөгән, тик икенсе ауылға йөрөтөүе ҡыйынға тура килгәс, бөгөн ул өйҙә апайҙары «тәрбиәһендә».

Һәр кем эштән һуң үҙ дәүләтенә — ғаиләһенә — ашыға. Ошо бәләкәй дәүләт берҙәм, татыу булһа, илебеҙҙең дә көс-ҡеүәте нығыраҡ. Шуға күрә әсәйҙәр генә түгел, үҙ йортоноң хужаһы булған атайҙар ҙа балаларына ныҡлы терәк, тормош өлгөһө булып йәшәргә тейеш. Нәҡ ошо тәңгәлдә күптәргә үрнәк Кәримовтар.

Читайте нас: