+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Март 2018, 13:27

Төпкөлдә лә тормош гөрләй

Хәмит һәм Шәрип ауылдарында уҙған йыйындарҙа район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Р. Р. Латипова етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө ҡатнашты.

Хәмит һәм Шәрип ауылдарында уҙған йыйындарҙа район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Р. Р. Латипова етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө ҡатнашты.

Райондың уҙған йыл йомғаҡтары менән Рәйсә Раил ҡыҙы таныштырҙы. Йыл дауамында башҡарылған эштәр буйынса Хәмит ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ф. Д. Ғәҙелшина отчет тотто. Йыл уңышлы ғына килгән, байтаҡ проблемаларҙы хәл итеүгә өлгәшкәндәр. 1976 йылда төҙөлгән һәм күптән туҙған, һыуыҡ булған хакимиәт бинаһы район етәкселеге ярҙамы менән эшләнгән капиталь ремонттан һуң тулыһынса яңырған. Янғын һүндереү депоһы төҙөлгән, машина һәм бер хеҙмәткәр ҡуйылған. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектында хәмиттәр әүҙем ҡатнашып, мәктәптең икенсе ҡатындағы тәҙрәләрҙе алыштырғандар. Һәр йорттан 1 мең һум аҡса йыйғандар, айырым ғаиләләр, уҡытыусылар бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән. Инициатив төркөм етәксеһе Әнүзә Мөлөковаға яҡшы эше өсөн хакимиәт башлығы рәхмәт белдерҙе. «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса Шәрип һәм Хәмит клубтары өсөн 10 пар сәхнә кейемдәре тектерелгән. Урам юлдары тәртипкә килтерелгән, лампаларҙы алыштырып, сығымдарҙы ҡыҫҡартыуға өлгәшкәндәр. Шәрип клубына яңы мейес сығарылған, мәктәптең иҙәне яңынан һалынған. Ике ауыл өсөн дә балалар майҙансығы алынған. Биләмәлә мәҙәни тормош гөрләй: «Таланттар иле — Әбйәлил» фестивалендә Гран-при яулағандар. Баһауетдиновтар шәжәрә байрамын ойошторған. «Сәләмәт ауыл» конкурсында беренсе урын алған хәмиттәр бүләккә бирелгән 15 мең һум аҡсаны спорт уйындары өсөн кәрәк-яраҡ алыуға тотонған. Фирүзә Дилмөхәмәт ҡыҙы төрлө йәмәғәт эштәрендә, экологик акция-өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан мәктәп, ФАП, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә, депутаттарға рәхмәт белдерҙе. Бер төркөм активистарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Йыйында урындағы хакимиәт белгестәре, мәктәп, ФАП, клуб етәкселәре йыл дауамында башҡарған эштәре буйынса отчет тотто, проблемалары хаҡында еткерҙе.

Шәриптәр исеменән сығыш яһаусы И. Шакиров ауылда быуа кәрәк, янғын сыға ҡалһа, һыу юҡ, тине. Һыуыҡ медпунктта халыҡты дауалаған, эшен намыҫлы башҡарған фельдшер Гөлдәр Абдрахмановаға һәм ауыл тормошона йән өргән яңы клуб мөдире Лилиә Яныбаеваға рәхмәт әйтте. Ике ауылда ла ер участкаһы алыу, уны рәсмиләштереү мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны. Йыйында ҡатнашыусылар биләмә башлығы Ф. Д. Ғәҙелшина эшен ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләне һәм артабан уға уңыштар теләне.

Читайте нас: