+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Март 2018, 12:13

Даны быуаттарҙан-быуаттарға етер

Өфөлә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы сыға башлауға 50 йыл тулыуға арналған «Наҙ ҙа, яҙ ҙа, ҡуҙ ҙа, ут та беҙ үҙебеҙ!» исемле юбилей кисәһе уҙҙы. Рухи аҙыҡ таратҡан журналыбыҙҙың усағы йылыһында йылынырға, илһамынан осҡон алырға теләүселәр йыйылды кисәгә.

Өфөлә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы сыға башлауға 50 йыл тулыуға арналған «Наҙ ҙа, яҙ ҙа, ҡуҙ ҙа, ут та беҙ үҙебеҙ!» исемле юбилей кисәһе уҙҙы. Рухи аҙыҡ таратҡан журналыбыҙҙың усағы йылыһында йылынырға, илһамынан осҡон алырға теләүселәр йыйылды кисәгә.

Халыҡ байрамына, күңел байрамына әүерелгән сара фойенан уҡ башланды. Милли биҙәүестәрҙән, милли кейем-һалымдан, музыка ҡорамалдарынан бай күргәҙмә эшләне. Бында ла әбйәлилдәр, һәр ваҡыттағыса, айырылып торҙо. Ташбулат мәҙәни-ял үҙәге етәксеһе Зөлфирә Ҡарағужина етәкселегендә ҙур делегация барғайны. Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр: уларҙың һәр ҡайһыһы «Башҡортостан ҡыҙы»н даими алдырыусылар, яратып уҡыусылар.

Ташбулат ауыл биләмәһе ағинәйҙәре (етәксеһе Рәйлә Рәхмәтуллина), модель китапхана эргәһендә эшләй башлаған, күрше ауылдарҙан дә йөрөгән «Селтәр» түңәрәге (Хәфизә Баязитова), «Гөлнәзирә» халыҡ фольклор коллективы (Рәйлә Ирназарова), ҡатын-ҡыҙҙар советы (Дилә Ғәлимова) ағзалары, Күсем, Айыуһаҙы, Нияҙғол ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙары, клуб мөдирҙәре Әғниә Бикмырҙина, Гүзәл Хибәтуллиналар сараның биҙәге булды. Әбйәлилдәр үҙ эштәренән «Башҡорт милли аш-һыуы» һәм «Селтәр» исемле күргәҙмә ҡуйҙы. Милли кейемдәрҙәге был ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһендә ҡумыҙы бар, кәрәк мәлдә, ҡумыҙ ҙа сирттеләр, Аҡмулланың «Нәсихәттәре»н дә көйләп әйттеләр. Милли аш-һыу күргәҙмәһендә нимә генә юҡ ине: ҡорот, сейәле май, ҡаҡ, ҡыҙыл эремсек, тултырма, ҡаҙы, көликмәк, табикмәк, талҡан, ҡурмас, тултырылған суртан, туңдырылған емеш-еләк, быҡтырылған балан, тоҙланған оҫҡон, төрлө ҡайнатмалар, кипкән дарыу үләндәре һ.б. Теләге булғандар барыһы ла ошо ризыҡтарға ҡушып әбйәлилдәрҙең буҙаһын, кәзә ҡымыҙын тәмләне.

Был байрамға Рәхмәт ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәре Зилә Лира кейеҙҙән эшләнгән үҙенең төрлө әйберҙәр күргәҙмәһе менән килгәйне. Халыҡтың яратҡан йырсыһына әйләнгән Зилә Лираның сәхнәләге сығышын да тамашасылар йылы ҡабул итте. Әбйәлилдәрҙән шулай уҡ журналдың хәҙерге баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева тәүге белемде эстәгән Ишҡол мәктәбе уҡытыусылары ла ҡатнашты был сарала.

Байрамдың рәсми өлөшөндә уны бар итеүселәр, әле лә усағын дөрләтеүселәр журналға ҡағылышлы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. «Башҡортостан ҡыҙы» журналын ойоштороуҙа ҡатнашҡан, тәүге хеҙмәткәрҙәренең береһе булған Мәрйәм Бураҡаева, оҙаҡ йылдар был баҫманы етәкләгән Гөлфиә Юнысова, унан һуң мөхәррирлек иткән БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йомабикә Ильясова үҙҙәре эшләгән дәүерҙәге хәтирәләрен барланы.

«Башҡортостан ҡыҙы»н матур байрамы менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡотланы һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.

«Тәүге һандарынан уҡ журнал гүзәл заттарҙың ғына түгел, тотош халыҡтың яратҡан баҫмаһына әүерелде. Сөнки уның биттәрендә күп яҡлы тормош сағыла. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың сәләмәтлеге, ғаилә психологияһы, балаларҙы тәрбиәләү нескәлектәре, ҡул эштәре дәрестәре менән бергә бында тормошобоҙҙоң төрлө өлкәһе, шул иҫәптән бөгөнгө социаль-иҡтисади үҙгәрештәр ҙә, төрлө осраҡтарға кәңәштәр, тәҡдимдәр ҙә бирелә. «Башҡортостан ҡыҙы» киләсәктә лә гүзәл заттарға яҙ ҙа, наҙ ҙа, ҡуҙ ҙа, ут та булып ҡалырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ», — тиелә ҡотлау хатында.

Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, «Сөйөмбикә» журналы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа бик күп абруйлы ҡунаҡтар телмәр тотто, изге теләктәрен еткерҙе.

— Фәһемле хикәйәләре, күңелгә илаһилыҡ биргән шиғриәте, ҡыҙыҡлы, билдәле шәхестәр менән интервьюлары, дан ғаиләләр, көслө рухлы ҡатындар, хөрмәткә лайыҡ әсәләр хаҡындағы һүрәтләмәләре, журнал битендә баҫылған башҡа төрлө әһәмиәтле мәҡәләләре, файҙалы кәңәштәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм хужабикәләрҙең бер быуынын ғына тәрбиәләмәне. Күптәр өсөн журнал уҡыусылар аудиторияһына юл да асты, — РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаның ошо һүҙҙәре журналыбыҙҙың төп асылын асып бирҙе тиергә мөмкин.

Һуңғы йылдарҙа журналдың төп геройҙары, фотоһүрәттәре тышлыҡта баҫылған аҫыл ҡыҙҙарыбыҙ ҙа сәхнә түрен биҙәне.

«Башҡортостан ҡыҙы» элек-электән ҡатын-ҡыҙҙарҙы дәртләндереп, яңы асыштарға әйҙәп, журнал биттәрендә әллә күпме конкурстар ойоштороп, һәләттәрҙе аса, һәләтлеләрҙе күрһәтә килә. Байрам сиктәрендә журнал биттәрендә даими барған «Әсә йөрәге» шиғриәт бәйгеһе, алъяпҡыс, башҡорт ҡурсағы конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ла үтте.

«Башҡортостан ҡыҙы»н йөкмәткеле итеп сығарыуға күп көс һалғандарға, бөгөн был тәңгәлдә фиҙаҡәр эшләгәндәргә, баҫмаға төрлө яҡлап ярҙам итеп килгән абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарға Гөлназ Мират ҡыҙы «Башҡортостан ҡыҙы» исемле яҙыулы яулыҡтарҙы ябыуы, журналдың, уның хеҙмәткәрҙәренең башҡорт йолаларын һаҡлап, яҡлап, уны дауам итеүенең бер дәлиле булды.

Байрам сараһы сағыу концерт номерҙары менән аралашты. Яҡташыбыҙ Римма Амангилдинаның журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның һүҙҙәренә Флүрә Үҙәнбаева ижад иткән йырҙы башҡарғанда беҙ, әбйәлилдәр, яҡташтарыбыҙҙың уңыштары өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Шулай уҡ яҡташыбыҙ Лариса Сафуанова, йәш йырсылар Айгиз Ханов, Гәлсәр Байғусҡарова, «Тамыр» балалар студияһы (етәксеһе — Гөлназ Ҡолһарина) һәм башҡа сәнғәт йондоҙҙарының сығыштары күркәм сараны биҙәне.


Гөлназ Ҡотоева: «Әбйәлилдәр сарала әүҙем ҡатнашҡан кеүек, баҫмабыҙға һәр саҡ дәррәү яҙыла. «Баш-ҡортостан ҡыҙы»н алдырып, үҙҙәре уҡып ҡына ҡалмайҙар, башҡаларҙы лә өгөтләп яҙҙыралар! Баҫманың йөкмәткеһен белгән оло апайҙар, быуындар сылбырын ялғап, ҡыҙҙарына-килендәренә эстафетаны тапшырыуы маҡтауға лайыҡ. Ошондай рухлы, ярҙамсыл дуҫтарыбыҙ булғанда журнал йәшәр, даны быуаттарҙан-быуаттарға етер! Һеҙ булғанға, беҙ ҙә булғанбыҙ, барбыҙ һәм буласаҡбыҙ! Юбилейға арнап китабымды сығарҙым. Журналда баҫылған мәҡәләләрҙе руссаға тәржемә итеп, башҡорт ҡатыны хаҡында башҡортса белмәгәндәргә ишеттерергә теләнем. «В судьбе моей — «Башкортостан кызы» тип атала ул. Унда Башҡортостандың уңған, алдынғы ҡарашлы һылыуҙары хаҡында очерктар һәм һүрәтләмәләр тупланған».

Читайте нас: