+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Март 2018, 12:11

Бар яҡтан үрнәк улар

Ҡоролған татыу, берҙәм ғаиләләр үҙҙәренең матур итеп донъя көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Иҙәш Ҡусҡары ауылында йәшәүсе Вәсилә менән Заһит Шәриповтар ҙа ошондай күркәм ғаиләләрҙең береһе.

Ғаилә — йәшәү башланғысы, мөхәббәт һәм ихтирам сығанағы. Әҙәм балаһы ғаиләлә йәшәү көсө бирерлек йылы усаҡ, һыйыныр тыныс урын таба. Һәр кем ер йөҙөнә яратырға, яратылырға, донъя ҡорорға, бәхетле булырға килгән. Ҡоролған татыу, берҙәм ғаиләләр үҙҙәренең матур итеп донъя көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Иҙәш Ҡусҡары ауылында йәшәүсе Вәсилә менән Заһит Шәриповтар ҙа ошондай күркәм ғаиләләрҙең береһе.

1-се Асҡар мәктәбенең Тал Ҡусҡары филиалы етәксеһе вазифаһын башҡарған Вәсилә Рәсих ҡыҙы менән ошо уҡ мәктәптең газ ҡаҙанлығы операторы Заһит Дәрис улы Иҙәштә йәшәйҙәр. Вазифауи бурыстары буйынса Тал Ҡусҡары ауылында үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалмайҙар, йәшәү урыны буйынса ла бөтә йәмәғәт эштәренең башында тора улар. Өҫтәүенә, Вәсилә Иҙәш ауылында ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы.

Былтыр Тал Ҡусҡары халҡы «Сәләмәт ауыл» район бәйгеһендә ҡатнашты, ошо юҫыҡта үткән төп сараларҙан ситтә ҡалмаған Шәриповтар. Быйыл был бәйгегә иҙәштәр ҡушылған, тимәк, был ғаилә ауыл еңеүсе булһын өсөн тағы ла бар көсөн һаласаҡ. Ошо көндәрҙә район ойошма-предприятиелары араһында барған «Атайсал» смотр-конкурсында ла 1-се мәктәп коллективы составында мәҙәниәт һарайы сәхнәһен дер һелкетеп ҡайтҡандар. Вәсилә Рәсих ҡыҙы участка һайлау комиссияһы ағзаһы ла.

Уҙған йәй Иҙәш Ҡусҡарында ауылдаштар осрашыуы үтте. Был байрамдың ойошҡанлы һәм юғары кимәлдә үтеүендә ойоштороу комитеты составында булған ирле-ҡатынлы Шәриповтарҙың индергән өлөшө ҙур. Төп әҙерлек эштәренән тыш, Вәсилә Рәсих ҡыҙы байрамды алып барыусы ла була. Заһит Дәрис улы иһә милли көрәш өсөн яуаплы була, атаһы Дәрис ағай Шәрипов иҫтәлегенә үткәрелгән ярыштың бағымсыһы ла үҙе һәм туғандары була, еңеүсегә тәкә һәм башҡа бүләктәр әҙерләй уларӨйҙә татыулыҡ, берҙәмлек булмаһа, әлбиттә, берҙәй үҙ эштәрендә лә, йәмәғәт тормошонда ла уңышҡа өлгәшә алмаҫ ине улар.

Вәсилә менән Заһит Иҙәштә генә түгел, тотош районда өлгөлө ғаилә булараҡ билдәле. Тупаҡ һылыуы менән Заһит Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында уҡығанда таныша. Быға тиклем Заһит Магнитогорск ҡалаһында комбинатта эшләй, әммә егетте тыуған ер үҙенә тарта һәм ул ауыл еренә яраҡлы һөнәр үҙләштерергә ҡарар итә.

Был мәлдә Вәсиләнең Магнитогорск педагогия училищеһы студенты булараҡ, Тупаҡ мәктәбендә педпрактика үткән сағы була. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан йәштәр күп тә үтмәй гөрләтеп туй яһай. Ҡулына диплом алыу менән Вәсилә Тал Ҡусҡары мәктәбендә хеҙмәт һәм һыҙма уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Шул уҡ ваҡытта Магнитогорск педагогия институтының башланғыс кластар уҡытыусылары әҙерләүсе факультетына ситтән тороп уҡырға инә.

Колхоздарҙың гөрләп торған сағы булғас, һәр ерҙә һөнәрле йәштәрҙе ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Бригадала ветеринар вазифаһын башҡара Заһит, бар ғүмерен һарыҡсылыҡҡа арнаған, оҙаҡ йылдар Иҙәш фермаһын етәкләгән атаһы Дәрис ағайҙы алмаштырып, ферма мөдире булып эшләргә тура килә. Әммә үҙгәрештәр еле ҡағылып, колхоздар тарҡала… Төрлө хәлдә лә юғалып ҡалмаған, ныҡлап уйлап эш итергә күнеккән, айыҡ аҡыл йөрөткән Заһит Дәрис улы заманаға яраҡлы һөнәр үҙләштерә, газ операторына уҡып ала.

Йәш ғаилә башта Заһиттың ата-әсәһе йортонда бергәләп йәшәйҙәр. Өс йыл үтеүгә үҙ донъяларын һалып сығалар.

— Йортобоҙҙо төҙөүҙә оҫта ҡуллы атайымдың ярҙамы ҙур булды. Ауылдаштар осрашыуына йортобоҙҙо тағы ла күркәмерәк итәйек, тип тырышып, былтыр ремонт яһаныҡ, — ти Заһит Дәрис улы.

Ауылды йәмләгән иркен, матур йорттары әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Өйҙөң һәр мөйөшө ентекле уйлап эшләнгән, ҡаласа уңайлыҡтар булдырылған. Юҡҡа ғына Шәриповтарға «Өлгөлө йорт» алтаҡтаһы бирелмәгән шул.

Ғаиләнең мөхәббәтен нығытып, донъяларын йәмләп өс бала буй еткерә был күркәм йортта. Ҡыҙ-улдарын тейешле иғтибар бүлеп тәрбиәләйҙәр, һәр береһенең бәләкәй генә булһа ла уңыштары бар, улар ата-әсәһе кеүек йәмәғәт эшендә әүҙем булыуҙары, яҡшы уҡыуҙары менән алдыралар.

Регина бөгөн Сибай институтында биология факультетының һуңғы курсында уҡып йөрөй, белемен артабан да камиллаштырырға хыялланған ҡыҙ киләсәктә әсәһе менән өләсәһенең, бар ғүмерен Иҙәш мәктәбендә балаларға башланғыс белем биреүгә арнаған Зәйтүнә Мөхәмәтйәр ҡыҙының, юлын дауам итергә теләй. Мәктәптә уҡығанында уҡ бейеүгә әүәҫ ҡыҙыҡай Асҡар сәнғәт мәктәбендә фортепиано буйынса уҡый. Әле ул институттың «Сармат» ансамбле составында бейей. Күптән түгел «Байыҡ»та еңеү яулаған ансамблдә ҡыҙҙарының да бейеп йөрөүе менән ғорурлана ата-әсә.

Мирза ла студент, ул Сибайҙағы педколледжда физкультура факультетында уҡый. Мәктәптә уҡыған йылдарында Вәсиләнең олатаһы бүләк иткән баянда уйнарға үҙаллы өйрәнгән Мирза ла Асҡар сәнғәт мәктәбенең баян класында оҫталығын шымартҡан.

Данлыҡлы көрәшсе булған Дәрис ағайҙың улдары Заһит та, Фәрит тә бәләкәйҙән келәмдә. Шуғалыр ҙа инде Мирза ла башҡа спорт төрҙәренән бигерәк тә көрәште үҙ итә. Район һабантуйҙарында, башҡа ярыштарҙа көрәштә ал бирмәгән Шәриповтар нәҫелен дауам итеүсе булараҡ, еңеүҙәре лә күп уның.

Заһит Дәрис улының да көрәшсе тигән даны бар, күп һанлы миҙал-дипломдары һөйләй был хаҡта. Колхоз, район һабантуйҙарында көс һынашып, һарыҡ, велосипед, саңһурҙырғыс, хатта телевизор алған ваҡыттары булған. Үҙҙәре көрәшсе затынан булғанға ла, көрәш ярыштарына йыш ҡына бағымсы булып һарыҡ бирә ағалы-ҡустылы Заһит менән Фәрит Шәриповтар.

Кинйәкәйҙәре Гөлзана дүртенсе класта уҡый. Ҡыҙыҡай ҙа апай-ағайы кеүек әүҙем булыуы менән айырылып тора. Күптән түгел ауыл клубында башланғыс класс уҡыусылары араһында үткән «Гүзәлкәй» бәйгеһендә еңеү яулаған, ике туған ҡустыһы, беренсе класс уҡыусыһы Йәлил Фәрит улы малай-ҙар араһында «Шәп егет» номинацияһын алған.

Булдыҡлы кеше барыһын да булдыра, тигәндәй, күпләп мал да аҫырай эшһөйәр Шәриповтар. Һыйыр, һарыҡ ихата тулы. Ат та тоталар, йәй көндәре үҙҙәре өсөн генә бейә бәйләп, ҡымыҙ ҙа яһайҙар. Ҡышҡы осорҙа һыйырҙар һыуалған мәлдә һөтһөҙ булмаҫ өсөн һауын кәзә лә алғандар. Яҙ етеү менән ихата эсе ҡош-ҡорт менән тула. Тауыҡ ҡына түгел, ҡаҙ себештәрен үҙҙәренең инкубаторында сығарыуҙы ҡулай күрәләр. Йәйгеһен баҡса тултырып йәшелсә-емешен дә үҫтерәләр, уларҙан ҡышҡылыҡҡа етерлек ҡайнатма, тоҙланма-салаттар эшләй-ҙәр, ишек алдын аллы-гөллө сәскәләр биҙәй.

— Балалар бәләкәйҙән эштең рәтен белеп үҫергә тейеш, тип бөтә эште бергәләп башҡарабыҙ, — ти Заһит Дәрис улы.

Эштән бер аҙ бушаған ваҡыттарында ял итергә лә ваҡыт табалар — балаларын Башҡортостандың билдәле урындары менән таныштырыу маҡсатында сәйәхәткә сығалар.

— Иҙәштә, Тал Ҡусҡарында өйҙәргә газ үткән. Балаларҙы музыка, спорт мәктәптәренә, башҡа түңәрәктәргә йөрөтөү өсөн район үҙәге эргәлә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең ауылда төпләнергә теләге юҡ, буйҙаҡ егеттәр ҙә күп, — тип ауылдарҙың киләсәге өсөн борсола Заһит Дәрис улы.

Уҡыусылар һаны кәмегәс, Тал Ҡусҡарында хәҙер башланғыс кластар һәм мәктәпкәсә төркөм генә эшләй. Шулай ҙа ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлағандарҙың осрашып-һөйләшергә ине тигән тәҡдимдәренән сығып, икенсе йыл инде бында осрашыу кисәһе үткәрелә. Һәм был эштәрҙе ойоштороу тағы ла Вәсилә Рәсих ҡыҙы һәм уның коллегалары иңенә ята.

Янында һәр эшен ҡеүәтләп, үҙен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап торған ире булғанда, йәмәғәтселек хәстәре менән янып йәшәгән ҡатында тауҙар аҡтарырлыҡ көс бар, минеңсә. Шуға ла ваҡыт етмәүгә зарланмай донъяһын да ялтыратып тота, эшендә лә өлгөрә, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та билдәле Вәсилә Рәсих ҡыҙы.

Ваҡыты еткәс, балалары үҙҙәренең тормошон ҡороп, матур йәшәһендәр өсөн ата-әсәнең яҡшы өлгө күрһәтеүе мөһим. Шәриповтар иһә ул-ҡыҙҙарына ғына түгел, райондаштарға ла донъя көтөүҙә, балалар бағыуҙа, эшһөйәрлектә, халыҡ өсөн йәшәүҙә бар яҡтан үрнәк.

Читайте нас: