+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Апрель 2018, 11:34

Парлы йәшәү маһирлығы

Күптәргә өлгө булып, бынамын итеп донъя көткән, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған Ләлә һәм Иштимер Ғүмәровтар ҙа Амангилденең генә түгел, тотош райондың, республиканың йөҙөк ҡашы булырҙай ғаилә.

Бер-береһен ҡурсалап, үҙ-ара аңлашып, хөрмәттә һәм татыулыҡта ғүмер итеп, яҙмышҡа зарланмай, бәләкәс кенә тормош һөйөнөстәренән дә йәм табып йәшәгән ҡотло ғаиләләр — илебеҙ биҙәге. Күптәргә өлгө булып, бынамын итеп донъя көткән, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған Ләлә һәм Иштимер Ғүмәровтар ҙа Амангилденең генә түгел, тотош райондың, республиканың йөҙөк ҡашы булырҙай ғаилә.

Ауылда башланғыс мәктәп кенә булғанлыҡтан, Исхаҡ ҡыҙы Ләлә Буранғол мәктәбендә уҡыуын дауам итә һәм буласаҡ ғүмерлек йәре менән биш йыл бер класта белем ала.

Һигеҙенсе кластан һуң Иштимер Ғүмәров педагогия училищеһына уҡырға инһә, Ләлә апай белем эстәүен Асҡар урта мәктәбендә дауам итә. Унан инде егет кеше ил алдындағы изге бурысын үтәргә әрме сафына алына, ә ҡыҙ Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультеты студенты булып китә.

Уҡытыусы дипломы алған Иштимер Солтан улын яҙмыш Ләлә апайҙың тыуған ауылына илтә: ул Исхаҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.

Бер аҙҙан Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы Буранғол мәктәбенә практика үтергә ҡайта. Береһе өсөн береһе тыуған икәнлекте аңлаған ике йәш йөрәк сәстәрен сәскә бәйләй, гөрләтеп туй үткәрә.

— 1971 йылдың декабрендә өйләнештек. Тройка егелгән саналарҙа гармун тауыштарына, дәртле йыр-моңға күмелеп йөрөнөк беҙ ҙә, ҡунаҡтар ҙа туй мәлендә, — матур бер хәтирә итеп һаҡлайҙар ул көндө Ғүмәровтар.

Халыҡ араһында шундай ырым бар: «Туй матур үтһә, ул парҙың ғүмерҙәре лә йырға оҡшаш була». Ғүмәровтарҙың да тормоштары мәғәнәле, тәрән йөкмәткеле булыуы, йәшәүгә, тыуған төйәккә һүнмәҫ һөйөү уятыуы менән халыҡ йырын хәтерләтә.

Практикаһын тамамлаған Ләлә апай диплом яҡларға китә. Уның артынса ситтән тороп юғары белем алырға ҡарар иткән Иштимер Солтан улы ла баш ҡалаға юллана.

— Өфөнән инде шатлыҡ-һөйөнөстәр йөкмәп ҡайтып индек. Ләлә диплом алды, мин Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Иң ҙур бәхетебеҙ — шунда өлкән улыбыҙ тыуҙы, — ти Иштимер ағай ул алыҫ йылдарҙы хәтерләп.

Буранғол мәктәбендә йәш белгестәрҙе ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Һәр эштә әүҙемлек күрһәткән Иштимер Солтан улын тиҙҙән ауыл Советы башҡарма комитетына секретарь итеп ҡуялар. Дәрте ташып торған, йыр-моңға әүәҫ гармунсы Иштимер Ғүмәровҡа бер үк ваҡытта клуб мөдире вазифаһын башҡарыуҙы ла йөкмәтәләр. Ошо йылдарҙа райондың «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында республика буйлап, Мәскәүҙә, сит илдәрҙә лә булып ҡайта ул.

Комсорг, унан инде бер нисә хужалыҡтың партком секретары ла булып эшләргә тура килә юғары ойоштороу һәләтенә эйә И. С. Ғүмәровҡа. Был эштә махсус белемгә ихтыяж уны Свердловск юғары партия мәктәбенә алып килә.

«Амангилде» совхозы төҙөлгәс, Иштимер Солтан улын Амангилдегә партия ойошмаһы секретары вазифаһында эшкә ебәрәләр. Шулай итеп 1987 йылдан алып Ғүмәровтарҙың көнитмеше ошо ауыл менән бәйле.

Иштимер Солтан улына дүрт йыл райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе йөгөн дә тартырға тура килә. Унан инде Ҡаҙмаш урмансылығында мастер вазифаһына тәғәйенләнгәс, был эштең дә нескәлектәренә төшөнөп ала, бында ул йәмәғәт башланғысында профсоюз ойошмаһын етәкләй. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре араһында һөнәри, башҡа төрлө конкурс-бәйгеләр ойоштороп, учреждение тормошон йәнләндереп, уға яңы һулыш өрә.

Эшһөйәрлеге, әүҙемлеге менән дан алған Иштимер Солтан улын райондың ул саҡтағы иң ҙур предприятиеларынан һаналған ДРСУ начальнигы Мирхәт Рәжәпов ДРСУ-ға профком рәйесе вазифаһына саҡыра.

Предприятиеның йәмәғәт тормошон ойоштороп ҡына ҡалмай, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булған М. З. Рәжәповтың уң ҡулына әйләнә И. С. Ғүмәров, ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, секретары вазифаһын алып бара.

Район ҡоролтайы нәҡ ошо йылдарҙа И. С. Ғүмәровтың туранан-тура ҡатнашлығында, эҙмә-эҙлекле эш алып барыуы һөҙөмтәһендә телде, мәҙәниәтте үҫтереү, арҙаҡлы шәхестәрҙең исемдәрен тергеҙеү, шулай уҡ утлы нөктәләрҙә һәләк булған егеттәребеҙҙең исемдәрен халыҡ хәтеренә һеңдереү өсөн бихисап эштәр башҡара.

Әбйәлилдәрҙең республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында алдынғылар иҫәбендә булыуында ла Иштимер Солтан улының өлөшө ҙур. Матбуғат уҡыусылары араһында үткәрелгән төрлө бәйгеләргә бағыусы булараҡ та, ойоштороусы булараҡ та сығыш яһаны район ҡоролтайы. Милли матбуғатты таратыуға ҙур өлөш индергәне өсөн заманында «Совет Башҡортостаны», «Йәшлек» гәзиттәренең, «Ағиҙел» журналының Почет грамоталарына лайыҡ булды Иштимер Солтан улы. «Бөтә класс менән «Йәшлек»кә» акцияһында еңеүсе булған мәктәп балаларын башҡалаға сәйәхәткә, Магнитогорск ҡалаһына «Металлург» хоккей клубы сығыштарына бушлай алып барыуҙы ла башлап ойоштороусы ул.

Яҡташыбыҙ, талантлы шағир, драматург Рәмил Ҡол-Дәүләт призына ойошторолған шағирҙар бәйгеһе районда традицияға әйләнде. Һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларҙа Тыуған илгә, тарихыбыҙға һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында тарихи даталарға арнап, мәктәп йәшендәге балалар араһында һүрәттәр, шиғырҙар конкурстары ваҡытында даими үткәрелә.

Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура райондары журналистары ҡатнашлығында Һаҡмар йылғаһы инешенән алып ул ҡойған Ырымбур өлкәһенә тиклем экспедиция ойошторола, йылғаның буйҙары таҙартыла. Тамъян ырыуы башҡорттарының йәйләүендәге (Башҡортостан ҡурсаулығы биләмәһендә) таш мәсеткә сәфәрҙәр ойошторола һ.б. — иле, ере, халҡы мәнфәғәтендә башҡарылған эштәрен һанап бөтөрлөк түгел уның.

И. С. Ғүмәровтың тынғыһыҙ хеҙмәте үҙе эшләп киткән төрлө ойошма-учреждениелар, улар ҡараған министрлыҡтарҙың иҫәпһеҙ-һанһыҙ Почет грамоталары, «Хеҙмәт батырлығы» миҙалы менән, республиканың элекке Президенты Мортаза Рәхимов исеменән Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.

Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Балаларға белем биреүҙәге оҙайлы намыҫлы хеҙмәте күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙарынан тыш, «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» исеме менән дә баһаланған.

Вазифауи бурыстары менән бер рәттән йәмәғәт башланғысындағы эштәрҙе лә мөһим тип үтәргә күнеккән ирле-ҡатынлы Ғүмәровтарҙың төрлө йәмәғәт ойошмаларынан Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары бихисап. Улар һаны һуңғы йылдарҙа айырыуса артҡан. Сөнки хаҡлы ялда булған Ләлә апай менән Иштимер ағай өйҙә генә бикләнеп ултырған кешеләрҙән түгел, ауылда, районда үткән һәр сараның сағыу биҙәге улар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ауыл тормошона йән һәм йәм өргән, халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм уны башҡаларға еткергән өсөн Ғүмәровтарҙы бер нисә тапҡыр рәхмәт хаты менән бүләкләгән. Свердловскиҙа үткән һабантуйҙарҙа, уҙған йылда Сурдлимпия уйындары барышында тотош Башҡортостан исеменән район ҡуйған тирмәләрҙең эсе нигеҙҙә Ләлә Мөхәрләм ҡыҙының зауыҡлы ҡул эштәре менән биҙәлә. «Аҡ кейеҙгә баҫһам…» республика кейеҙ байрамын ойоштороуға индергән өлөшө лә намыҫлы баһаланған уның. Ҡорама ҡорау оҫтаһы булыуын «Ҡорама-туй» бәйгеһендә гран-при яулауы дәлилләй. Башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле башҡарған, күп тапҡырҙар ошо юҫыҡта үткәрелгән төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә еңеү яулаған Ләлә апайҙың сығыштарын район тамашасыһы ғына түгел, «Юлдаш» йыр-моң каналы тыңлаусылары ла көтөп ала.

Бөгөн Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы Амангилде ауыл биләмәһенең «Ағинәйҙәр ҡоро»н етәкләй. Һәр яҡтан үрнәк булыуҙы талап иткән был вазифала фекерҙәштәре менән халыҡ араһында тәрбиәүи һәм хеҙмәт һабаҡтары алып бара, халыҡ йолаларын, кәсептәрен тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерә. Элек-электән ҡул эштәренә маһир Ләлә апай һуңғы йылдарҙа күҙҙең яуын алырлыҡ һаҡалдар, башҡа милли биҙәүестәр эшләй, уларҙы яһау серҙәрен әхирәттәренә ихлас өйрәтә.

Иштимер Солтан улы үҙе эшләп хаҡлы ялға киткән ДРСУ-ның ветерандар ойошмаһы рәйесе булараҡ, элекке коллегаларының хәл-әхүәлен дә белешергә, байрамдар менән ҡотларға ла, улар менән төрлө саралар үткәрергә лә ваҡыт таба.

Амангилде мәҙәниәт йорто янындағы «Сәсмәүер» фольклор төркөмө ағзалары булған Ләлә һәм Иштимер Ғүмәровтар ошо төркөм составында былтыр «Байыҡ» республика телевизион бәйгеһендә гран-при яуланы. Шулай уҡ оло йәштәгеләр араһында үткәрелеп килгән «Мин яратам һине, тормош!» республика бәйгеһендә лә сығыштары иң юғары баһа менән билдәләнде.

Мин барған көндө лә Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы урындағы мәҙәниәт йортона репетицияға китергә йыйына, ә Иштимер Солтан улы ДРСУ-лар менән бергә «Атайсал» район бәйгеһенең гала-концертында ҡатнашырға ашыға ине…

Был яҙманы уҡығандар, Ғүмәровтар тик сәхнә, йәмәғәт эше менән генә йәшәй, тип уйлар. Өйҙәренән ҡот, йылылыҡ бөркөп торған ғаилә ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫрарға, мал-тыуар тәрбиәләргә лә өлгөрә. Көндәр йылыныу менән бар эштәргә баҡса хәстәрҙәре өҫтәлә.

Кәзәнән ҡымыҙ, һөҙмә, хатта крем дә эшләй өлгөр ҡатын. Күптән түгел Башҡортостан телевидениеһының «Бәхетнамә» тапшырыуында Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы кәзә һөтөнөң файҙаһы, унан ризыҡтар әҙерләү сере менән дә уртаҡлашты

Ошо көндәрҙә бер-бер артлы ғүмерҙәренең етмеш йәшлек үрен билдәләгән бәхетле пар ата-әсәлек бурысын үтәгән, ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, бәләкәйҙән белемгә ынтылыш, эшкә һөйөү тәрбиәләгәндәр, туйҙар үткәреп, уларҙы йортло иткән. Бөгөн инде ейән-ейәнсәрҙәрен үҙҙәре рухында туған телгә, илгә оло һөйөү тойғоһонда тәрбиәләүгә бар көстәрен һала, балаларының шатлыҡтарын уртаҡлашып, уңыштарына һөйөнөп ғүмер кисерә.

Һәр имен атҡан таңға ҡыуанған, тормоштарын һөйөү нурынан семәрләп ҡойған ғаиләнең ныҡлығын ғүмер миҙгелдәренең аяуһыҙ һынауҙары ла, ел-дауылдары ла ҡаҡшата алмай. Артабан да күптәргә өлгө булып, яҡындарығыҙҙы күңелегеҙ йылыһына сорнап ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә, Ләлә апай һәм Иштимер ағай!

Читайте нас: