+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Апрель 2018, 12:52

Оҫталыҡҡа сиктәр юҡ

Район балалар ижады йорто уҙғарған традицион «Алтын энә» конкурсы быйыл мода театры темаһына арналды.

Район балалар ижады йорто уҙғарған традицион «Алтын энә» конкурсы быйыл мода театры темаһына арналды.

Һоҡланғыс кейемдәр коллекцияһы авторҙары — сикһеҙ фантазиялы, оҫта ҡуллы балалар конкурста мода ғына күрһәтеп ҡалманы, ә үҙҙәре тыу-ҙырған үҙенсәлекле моделдәр-ҙе яҡлап, телмәр ҙә тотто. Ниндәй генә материалдар ҡулланылмаған?! Ә коллекцияларҙың исемдәре һуң — «Сәскәле ожмах», «Нәзәкәтлек», «Яҙ һулышы», «Ҡояшҡай» һәм башҡалар. Балалар фантазияһы менән сағыу журнал биттәре күркәм киске күлдәккә әйләнгән, кейеҙҙән дә бынамын тигән модалы кейем һәм уға аксессуарҙар баҫҡандар. Гофраланған ҡағыҙҙан иҫ киткес ҡупшы бал күлдәктәре «тегергә» була икән, уның менән гүзәллек бәйгеләрендә лә хур булмаҫһың, тик ҡағыҙ — ҡағыҙ инде, йыртылып ҡуймаһын өсөн ипле генә йөрөр кәрәк. Бәйләм оҫтабикәләре көндәлек тормошта сисмәй кейгәндәй уңайлы, байрамдарҙа һыр бирмәҫлек күркәм күлдәктәр тәҡдим итте. Сүп-сар йыйыу өсөн тәғәйенләнгән төҫлө полиэтилен ҡаптар яңы тәғәйенләнешендә супермодалы кейемдәр булып балҡыны, хатта унан милли костюм әтмәләүҙәре оҫталыҡтың сиктәре юҡ тип меңдәрсә тапҡыр инанылған хәҡиҡәтте йәнә бер мәртәбә дәлилләне. Файҙаланыуҙа булып, кәрәге бөткән емерек жалюзи, пластик шешәләр моделдәрҙе биҙәүҙә ҡулланылыш табып, үҙҙәренең икенсе ғүмерен кисерҙе.

Ижад йорто хеҙмәткәрҙәренән торған жюриға еңеүсе-ләрҙе билдәләүе еңел булмағандыр, моғайын. Һәр коллекция ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрәк йылыһы һалып башҡарылған. Модельерҙарҙың үҙҙәре тыуҙырған мода шедеврҙарын подиумда уҡ булмаһа ла сәхнәлә ҙур кинәнес менән ихлас күрһәтеүҙәре быны раҫланы ла. Уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һәм дуҫ-әхирәттәрҙең ярҙамы маҡтауға лайыҡ. Рауилдәге балалар йортонан Ульяна Савиноваға «Бәхет ҡошо» тип аталған киске күлдәген әҙерләүҙә дуҫы Сергей Ғималетдинов ярҙамлашҡан. Ташбулаттан Розалия Зәйнуллинаға әсәһе булышҡан, бының өсөн улар «Ижади ғаилә» номинацияһында билдәләнде.

Конкурс шарттарына ярашлы, моделдәр өс йүнәлеш буйынса баһаланды. Тыуған төбәктең халыҡ традицияларына таянып башҡарылған эштәр араһында Йәнгел мәктәбе ҡыҙҙарының «Никах күлдәге» проекты (етәкселәре Л. В. Камалова, Ә. З. Ғәлиуллина) иң үҙенсәлеклеһе булып, еңеү яуланы. Һуңғы осорҙа киң ҡулланылған мосолман никах костюмдарынан айырмалы, Йәнгел оҫтабикәләре халҡыбыҙҙың милли кейеме стилендә бик матур коллекция әҙерләгән. Икенсе урынға Буранғол, Ишҡол мәктәптәренән моделдәр лайыҡ булды, өсөнсө урынға Сиҙәм ҡыҙҙары сыҡты. Мода театрында традицион булмаған материалдарҙан өҫ кейемдәре тәҡдим итеүселәрҙән «Көнсығыш әкиәттәре» коллекцияһы менән Йәнгелдән Р. Р. Әхмәтйәнова етәкселегендәге төркөм еңеүсе булды. Әбдрәш Рауил, Ишҡол — икенсе, Ташбулат, 1-се Асҡар мәктәптәре өсөнсө урында билдәләнде. Үҙҙәре әҙерләгән киске күлдәктәрҙә мода күрһәтеүҙә Ҡаҙмаш ҡыҙҙары (Г. С. Зәйнуллина) ал бирмәне. Икенсе урында балалар йорто һәм Күсем мәктәбе, өсөнсө урында ишҡолдар билдәләнде. Салауат мәктәбе «Иң сағыу», михайловкалар «Өмөт», таштимерҙәр «Иң креатив» номинацияларына лайыҡ булды.
Читайте нас: