+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Апрель 2018, 12:04

«Ауылда ла белгестәр кәрәк»

Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыу йылдарында үҙен һәләтле, булдыҡлы студент итеп күрһәткән, быйыл магистратура тамамлаусы яҡташыбыҙ Заһит Ғәлимов тыуған төбәгенә файҙалы, кәрәкле кеше булып Әбйәлил мәнфәғәтенә хеҙмәт итмәксе.

Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыу йылдарында үҙен һәләтле, булдыҡлы студент итеп күрһәткән, быйыл магистратура тамамлаусы яҡташыбыҙ Заһит Ғәлимов тыуған төбәгенә файҙалы, кәрәкле кеше булып Әбйәлил мәнфәғәтенә хеҙмәт итмәксе.

Заһит Амангилде ауылынан. Техникаға ҡыҙыҡһыныу уны БДАУ-ҙың механика факультетына илткән. Егет юғары уҡыу йортонда һынатмай. Мәктәптә алған төплө белеменә таянып, тырышып уҡый. Гел «бишле» билдәләренә өлгәшеүсе яҡташыбыҙ агроинженерия, ҡулланма механика фәндәре буйынса студенттарҙың Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларында ҡатнаша. Саранск, Мәскәү, Санкт-Петербургтан призлы урындар яулап ҡайта. Фән менән етди ҡыҙыҡһынған Заһит производство практикаларында ла үҙен ыңғай яҡтан күрһәтеп, яҡшы ҡылыҡһырлама һәм баһалар ала. Буласаҡ инженер Яр Саллыла двигателдәр заводында, Өфөлә ит-консерва комбинатында ғәмәли белемен камиллаштыра, бер ураҡ миҙгелен «Урал аръяғы» МТС-ының Әбйәлил филиалында комбайн операторы булып уҙғара.

— Бакалавриатты ҡыҙыл дипломға тамамланым. Диплом эше буйынса фәнни етәксем — факультеттың деканы И. Х. Мәсәлимов артабан уҡырға тәҡдим итте. Беҙҙең курстағы 80 кешенән ун өсөбөҙ генә магистратурала ҡалдыҡ. Бында ла Илһам Хамбал улының етәкселеге аҫтында фәнни өйрәнеү эштәре һәм ҡыҙыҡлы проекттар менән шөғөлләнәм. Ауыл хужалығын механизациялау йүнәлешендә инновацион киптереү ҡорамалдары эшләйбеҙ. Магистр диссертацияһын да ошо тема буйынса яҡларға әҙерләнәм, — тип һөйләй яҡташыбыҙ.

Бер юлы уҡып та, эшләп тә йөрөй Заһит. «Нисек өлгөрәһең?» — тигән һорауға теләк кенә булһын, тип яуапланы. Әйтергә кәрәк, егет уҡыу йортоноң юғары стипендияһын ала, бынан тыш ағымдағы уҡыу йылында РФ Хөкүмәте стипендиаты исеменә лайыҡ булған. Баш ҡалала белем алыусы Әбйәлил студенттары берлеге эшендә лә әүҙем ҡатнаша ул, район йәштәренең волейбол командаһы ағзаһы.

Эш урыны иһә уҡыу өҫтөндә генә. БДАУ-ҙың механика һәм инженер графикаһы кафедраһында техник лаборант булып хеҙмәт итә. Бында хеҙмәт итеүе яҡташыбыҙға фән өлкәһендә яңы офоҡтар аса. Быйыл Фән көнөндә хеҙмәттәштәре, үҙе кеүек башлы егеттәр — аспирант Хәсән Кәримов, өлкән уҡытыусы, техник фәндәр кандидаты Шамил Фәйзрахманов менән бергә башҡарған ИК-технология һәм вакуум нигеҙендәге мобиль киптереү ҡоролмаһын эшләү буйынса коллектив проекттары өсөн Башҡортостан Республикаһы грантына лайыҡ булғандар. Грант сараларын егеттәр ҡоролманы артабан камиллаштырыуға, кәрәкле материалдар һатып алыуға тотонасаҡ. Юғары баһа алған был ҡоролма яңыраҡ Өфөлә үткән «Агрокомплекс–2018» күргәҙмәһендә лә алтын миҙал яулаған.

Ғилми етәксеһе, дуҫтары бөгөн килеп Заһитты аспирантураға ҡалырға өгөтләй. Энергияһы ташып торған, идеяларға бай тырыш егеттән киләсәктә яҡшы ғалим да сығыр ине. Ләкин яҡташыбыҙ магистрлыҡ диссертацияһын яҡлағас, ошоға тиклем юлдаш иткән, йәш кенә килеш танылыу килтергән фән юлынан айырылып, ғәмәли донъяға — хеҙмәт юлына аяҡ баҫырға иҫәпләй.

— Иң тәүҙә һалдат бурысын үтәп ҡайтасаҡмын. Унан эшләргә. Һөнәрем буйынса районда эшкә урынлашып, тыуған ергә хеҙмәт итергә теләйем. Ауылда ла белгестәр кәрәк, — ти ул.

Һүрәттә: республика Хөкүмәте Премьер-министры Р. Х. Мәрҙәнов ҡулынан фәнни эштәр конкурсы һөҙөмтәһе буйынса БР гранты тураһындағы диплом алған мәле.

Читайте нас: