+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Апрель 2018, 11:41

Лайыҡлыларҙың лайыҡлыһы

Йыл йомғаҡтары буйынса энергия менән тәьмин итеү өлкәһендә иң яҡшы хеҙмәткәр тип Әбйәлил район электр селтәрҙәренең машинист-электромонтеры Байрам Зарипов билдәләнде.

Йыл йомғаҡтары буйынса энергия менән тәьмин итеү өлкәһендә иң яҡшы хеҙмәткәр тип Әбйәлил район электр селтәрҙәренең машинист-электромонтеры Байрам Зарипов билдәләнде.

Б. И. Зарипов предприятиела 20 йылдан ашыу хеҙмәт иткән иң тәжрибәле эшселәрҙең береһе. Ул бында 1995 йылда тракторсы-машинист булып килә. Соҡор ҡаҙып бағана ултыртыусы машинаға идара итә, әллә нисәмә саҡрым электр линияларын һуҙыуға үҙенең хеҙмәт өлөшөн индерә.

Быға тиклем район үҙәгендәге ҙур предприятиеларҙа — СХТ-ла, ХСМУ-ла иретеп-йәбештереүсе булып эшләү тәжрибәһе, 5-се һөнәри разрядҡа эйә булыуы яңы урында ла ҡулланылыш таба. Төп бурысына өҫтәп иретеп-йәбештереүсе вазифаһын йөкмәтәләр, бынан тыш электромонтерға ла уҡып ала. Трансформаторҙарҙы ремонтлау булһынмы, предприятиеның боҙолған техникаларын йүнәтеүме бар эшкә маһир Байрам Иштимер улына ҙур ышаныс һалына. Һәм ул һис һүҙһеҙ башҡара ла. Былтыр уға яңы алынған «Бобр» вездеходын ышанып тапшырғандар. Көрттә лә, һаҙлыҡта ла батмай торған, һыуҙан йөҙөп сығыусы ҡеүәтле техника буран, ташҡын мәлдәрендә электр линияларында авария булған урынға елдертеп алып барып еткереп, өҙөклөктәрҙе тиҙ генә ялғау мөмкинлеген бирә. Электр селтәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәрҙең эш графигы йыш үҙгәреүсән. Һауа торошо шарттарына йәки производствоға бәйле өҙөклөктәр булһа, хатта төн уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, эшкә саҡыртыуҙарға әҙер булыу мөһим. Байрам Зарипов был йәһәттән һәр саҡ оператив, эшкә яуаплы ҡарай.

— Күп яҡлы һөнәр эйәһе булған алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереү, баһалай белеү шарт. Һөнәре буйынса иң яҡшыһы исеменә Б. И. Зарипов лайыҡлыларҙың лайыҡлыһы. Үҙ эшен оҫталарса еренә еткереп башҡарыуҙан тыш, тәжрибәһен йәштәр менән бүлешеүе лә маҡтауға лайыҡ. Яҡшы ғаилә башлығы булыуын да билдәләп үтер инем, — тип ҡылыҡһырлай уны предприятие етәксеһе Д. М. Сафин.

Читайте нас: