+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Апрель 2018, 13:43

Рәсәй Дәүләт Думаһында практика

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттарҙың бөтә башланғыстарын хуплап, ярҙам итеп тора. Был юлы, етәкселек РФ Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров менән килешеү нигеҙендә, бер төркөм студенттарҙы Дәүләт Думаһында практика үтергә ебәрҙе.

Бындай хоҡуҡҡа яҡшы уҡыған, спорт өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән, институт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан 5 студент лайы булды. Улар араһында яҡташыбыҙ, Асҡар ауылы ҡыҙы, «Юриспруденция» факультетының өсөнсө курсында уҡыусы Роза Мортазина ла бар.
9-нан 13 апрелгә тиклем студенттар Дәүләт Думаһының структураһын өйрәнде, эш барышын күҙәтте, Федераль Йыйылыш Аппараты менән танышты. Бынан тыш улар пленар ултырыштарҙа булды һәм практика сиктәрендә ҡанун сығарыу эшмәкәрлегендә ҡатнашып, депутат Зариф Байғусҡаров исеменә килгән мөрәжәғәттәргә яуап бирҙе, закон проекттарын анализланы. Әйткәндәй, Зариф Закир улы йәш яҡташтарына Дәүләт Думаһы буйлап экскурсия уҙғарырға, коллегаларының эш барышы менән таныштырырға, буласаҡ юристарға файҙалы кәңәштәрен бирергә ваҡыт тапты.
Студенттар Мәскәүҙең иҫтәлекле урындарында булып, тәьҫораттар алып, тәжрибә туплап, дәртләнеп ҡайтты.
Читайте нас: