+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Май 2018, 12:39

Һин — иң яҡшыһы!

Былтырҙан башлап НТВ каналы эфирына сығыусы «Ты супер!» проекты телевизор ҡараусыларҙың, йәмәғәтселектең иғтибарын һәм һөйөүен яуланы.

Былтырҙан башлап НТВ каналы эфирына сығыусы «Ты супер!» проекты телевизор ҡараусыларҙың, йәмәғәтселектең иғтибарын һәм һөйөүен яуланы. Проекттың үҙенсәлеге һәм уңышлылығының сере шунда: ул балалар йортонда йәки уллыҡҡа алынған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе йыр-моңға маһир балаларға ҙур сәнғәт донъяһына юл аса. Район мәғариф бүлегенең опека һәм попечителлек бүлеге Әбйәлил кимәлендә ошондай сара үткәреп, үҙ ата-әсәһенең һөйөүенән мәхрүм балаларҙың ижади һәләттәрен күрһәтергә мөмкинселек бирҙе.

Мәғариф бүлеге начальнигы В. Ә. Зәйнуллин сараны асып, йәш таланттарға уңыштар теләне һәм етем балаларҙы ғаилә ҡосағына алыусы, тәрбиә биреүсе миһырбанлы ата-әсәләргә оло рәхмәтен еткерҙе.

— Дәүләт етем балаларҙың матди етешлеген тәьмин итә, белем алыуын, сәләмәтлеген һәм ялын ойоштороуҙы хәстәрләй, әммә ғаилә наҙын бирә алмай. Һеҙ уларға кескәй саҡтарында юғалтҡан бәхеттәрен ҡайтараһығыҙ, һөйөүгә сорнайһығыҙ, шатлыҡ өләшәһегеҙ, уҡыуҙа айырым ҡаҙаныштарға ирешергә, ижади һәләттәрен асырға булышлыҡ итәһегеҙ. Хәҙерге көндә районда 114 опекун ғаиләлә 129 бала тәрбиәләнә, 75 ғаиләлә 109 бала тәрбиәгә, 52 ғаиләлә 61 бала уллыҡҡа алынған, Асҡар балалар йортонда 32 бала йәшәй, — тине Вәлит Әхмәтшәриф улы.

«Һин — иң яҡшыһы!» балалар ижады фестиваль-конкурсын «Ты супер!» проектының быйылғы миҙгелендә ҡатнашып, башҡорт йырын бөтә Рәсәйгә яңғыратҡан, моңло, көслө тауышы өсөн юғары баһа алған Асҡар балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Зарема Шәйхетдинова «Бер алманы бишкә бүләйек» йыры менән асып, сараға матур башланғыс бирҙе. Рысҡужала йәшәүсе Ишморат Хәйбуллин игеҙәктәр кеүек бергә үҫкән Дилара Хөснитдинова менән шаян бейеү тәҡдим итте. Дәүләттән Анастасия Афанасьеваның сығышы уның хисле һүҙ оҫтаһы булыуына инандырҙы, әле мәктәптә, ауылда алып барыусы булған ҡыҙҙың, бәлки, киләсәктә актриса булып танылырына өмөт уятты. Амангилденән Нәркәс Әйүпова, Ташбулаттан Ольга Киселева, Буранғолдан Наҙгөл Әйүпова, Әүнәштән Анастасия Обуткина, Ҡаҙмаштан Арсен Ниғмәтуллин өҙҙөрөп башҡортса бейеһә, Асҡарҙан Диана Таһирова сиған, Таштуйҙан Диана Сәғитова төрөк, Ҡаҙмаштан Айсилә Ниғмәтуллина менән Александра Хисмәтуллина һинд, Һамарҙан Рената Ғарипова Латин Америкаһы бейеүҙәре менән әсир итте. Бейеүселәрҙең иң кесеһе 8 йәшлек Наҙгөлдән башлап иң өлкәне 17 йәшлек Диана Сәғитоваға тиклем һәр береһенең быға тиклем дә бик күп ижади бәйгеләрҙә ҡатнашыуы, еңеүҙәр яулауы уларҙы ғаиләлә тәрбиәләүсе ата-әсәләренең һәм законлы вәкилдәренең дә ҡаҙанышы. Балаларға шөғөлләнергә, үҫешергә шарттар тыуҙырыуҙары өсөн уларға афарин тиергә генә ҡала. Әйтергә кәрәк, алып барыусылар сығыш яһаусыларҙың ижади юҫыҡтағы ғына түгел, уҡыуҙағы уңыштары тураһында ла ғорурланып һөйләне. Мәҫәлән, Ольга башҡорт, рус теле һәм әҙәбиәттәренән район олимпиадаларында ҡатнашҡан. Нәфис һүҙ менән сәхнәгә сығыусы Хәлилдән Айбулат Муллағолов та башҡорт теленән олимпиадала белем кимәлен һынаған.

Араларында ижади һәләттәрен профессиональ кимәлдә үҫтереүселәр, сәнғәт мәктәптәрендә шөғөлләнеүселәр ҙә байтаҡ. Бөтә Рәсәй йәш музыканттар конкурсы, Рөстәм Шәрипов исемендәге, Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов приздарына республика ҡурайсылар бәйгеләре лауреаты булған Асҡар егете Рәсүл Зәйнуллинға сәнғәт юлында яҡты киләсәк насип булһын, тип теләге килә. Ҡырҙастан 10 йәшлек Ләйлә Нөғәмәнова ҡыл-ҡумыҙ һәм вокал менән етди шөғөлләнә, бәйгелә аһәңле итеп «Сыңрау торна» йырын башҡарҙы. Амангилденән Арсель Ғабдрахмановтан шәп гармунсы үҫеп килһә, Асҡарҙан Иҙел Әбитаев баянда уйнарға өйрәнә генә әле.

Рауилдә урынлашҡан Асҡар балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Зоя Ботова, Сергей Ғималетдинов, Ульяна Савинова, Марина Крапивина, Богдан Соколов сараны үҙҙәренең йөрәк моңдары менән биҙәне. Богдандың «Уфтанма» тип башҡортса йырлап тороуы малайҙың башҡорт мөхитенә ерегеүенә бер миҫал ғына. Рәхмәттән 12 йәшлек Ринат Ғаззалов «Ҡышҡы романс» йырын башҡарып, матур тауышы менән таң ҡалдырҙы һәм дәррәү алҡыштарға лайыҡ булды. Әйтергә кәрәк, тамашасылар сығыш яһаусыларҙың һәр береһен «Һин — иң яҡшыһы!» тип ҡеүәтләп оҙатты. Сараны ойоштороусылар бәйгесе-ләрҙе бәләкәй генә бүләктәр һәм район мәғариф бүлегенең дипломы менән дәртләндерҙе.

Район хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһының секретары Н. Ғ. Фәттәхова махсус бүләктәрен Зарема Шәйхетдинова, Рәсүл Зәйнуллин һәм Ринат Ғаззаловҡа тапшырҙы.

— Сәхнәлә генә түгел, көндәлек тормошта ла «Һин — иң яҡшыһы!» тигән баһаға йәшәргә яҙһын. Яҡшы кешеләр булып үҫегеҙ, һәммәгеҙгә лә уңыштар теләйем. Зарема беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, Рәсүлгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, ә бөгөнгө сараның асышы булған Ринатҡа «Ты супер!» проектында ҡатнашырға яҙһын, — тине Нәдилә Ғизетдин ҡыҙы.

Опека һәм попечителлек бүлегенең баш белгесе Э. Ф. Ниғмәтова сарала ҡатнашыусы һәр бала сағыу сығышы менән дөйөм концертҡа ҙур өлөш индереүен билдәләп, киләсәктә «Һин — иң яҡшыһы!» фестивале йолаға инәсәк, тип ышандырҙы.

Читайте нас: