Илебеҙҙең төрлө тарафтарында хәрби частәрҙә хеҙмәт итеүсе яҡташ егеттәребеҙ йыл һайын мәртәбәле наградалары, ҡаҙаныштары, Мәскәүҙәге Еңеү парадында ҡатнашыуы тураһында хәбәрҙәре менән ҡыуандырып тора. Быйыл бындай мөмкинлек Ишҡол ауылы егете Урал Йәрмөхәмәтовҡа ла эләкте.
Әүҙем йәмәғәтсе, Рауил ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Әҙеһәм Йәрмөхәмәтовтың ҙур ғаиләһендә тыуған кинйә малай ул Урал. Ағалары араһында иң кесеһе булһа ла, наҙланып, иркәләп үҫмәй — бәләкәйҙән эшкә тырыш, намыҫлы була, мәктәптә лә яҡшы өлгәшеүе, спортты яратыуы менән йәштәштәре араһында абруй яулай. Йәше тулғас, ил алдындағы изге бурысын ул Екатеринбург ҡалаһында, мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә үтә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, биш йыл тирәһе йә вахта менән, йә төҙөлөштә эшләй. Ошо осорҙа ул һөйгән ҡыҙы, Ишҡол ауылы һылыуы Гөлфиәгә өйләнә, ҡыҙҙары Әмилә тыуа. Әммә даими эш урыны булмау бәкәлгә һуға, матди ҡыйынлыҡтар йонсота. Шуға Урал ысын ир-егеттәр һөнәрен һайларға ҡарар итә — Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итеү өсөн өс йылға контракт төҙөй.
Мурманск өлкәһендә, диңгеҙ пехотаһы ғәскәрҙәрендә ярты йыл хеҙмәт иткәс, ул ғаиләһен дә үҙе янына күсереп ала. Диңгеҙ пехотаһы элиталы ғәскәрҙәрҙән һанала, улар ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, төрлө яуаплы хәрби операцияларҙа ҡатнаша, законлылыҡты нығытыу йүнәлешендә эшләй. Урал әйтеүенсә, уларҙың часы Мәскәүҙәге төп парадта һуңғы тапҡыр 1996 йылда ҡатнашҡан, шунан алып былтыр тәүгә ошондай тәҡдим алынған. Яҡшы традиция быйыл да дауам иткән һәм Урал Әҙеһәм улына парадта үтәсәк яугирҙәр сафына эләгеү насип булған.
«Әҙерлекте Мурманскиҙа ғинуарҙа уҡ башланыҡ, — тип һөйләй яҡташыбыҙ. — Һайлап алыу етди булды: кәүҙәгә лә, физик әҙерлеккә лә, төҫ-башҡа ла ҡаранылар. Ике ай шөғөлләнгәндән һуң 20 мартта, Мәскәү янындағы Алабино полигонына килеп урынлаштыҡ. Бында Ҡыҙыл Майҙандың тулы күсермәһе эшләнгән һәм парадта ҡатнашасаҡ Ҡораллы Көстәр вәкилдәре, хәрби техника ошонда күнекмә үтә. Көн һайын өс тапҡыр ҡабатланыҡ. Төшкө ялға ғына туҡтайбыҙ ҙа, артабан тағы, тағы аҙымдарҙы теүәлләйбеҙ, сафтар тигеҙлеген тикшерәбеҙ һ.б. Тәүҙә аяҡты тоймай, кискә арманһыҙ булып йығыла инек. Һанап ҡарағайныҡ, көнөнә 15 километрҙы йәйәүләп үтәбеҙ килеп сыҡты. Һуңғараҡ нығындыҡ, аҙымдар анығыраҡ, матурыраҡ була барҙы, үҙебеҙ ҙә өйрәнеп киттек. Еңеү көнө етә башлағас инде, баш ҡалаға килеп, төп майҙанда ике тапҡыр төнгө күнекмә үткәрелде».
Һәм бына 9 май иртәһе етә. Ил етәкселеге, һуғыш ветерандары, тамашасылар һәм хәрби частәр Ҡыҙыл Майҙанға килеп теҙелә. «Бөйөк Еңеү көнө етеп, брусчаткаға килеп баҫҡас, тулҡынланыу шул тиклем көслө ине, солғап алған хистәрҙе аңлатып та бирерлек түгел, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Урал. — Оркестр башҡарған «Священная война», «Прощание славянки» кеүек моңһоу йырҙар яңғырау менән тамаҡҡа төйөр тығыла. Шулай ҙа һынатмаҫҡа, ҡырҡ ҡабатлаған аҙымдарҙы онотмаҫҡа тырышып торабыҙ. РФ Оборона министры С. Шойгу, Президентыбыҙ В. Путин сәләмләгәс, төп тамаша башланды. Майҙан буйлап башта төрлө хәрби училищелар курсанттары, кадеттар, оркестр үтә, артабан Хәрби космос ғәскәрҙәре һәм уларҙан һуң беҙгә, Хәрби диңгеҙ флотына сират етә: моряктарҙан һуң диңгеҙ пехотаһы атлай. Был ғәскәрҙе 400 кеше, 200-шәр яугирҙән торған ике «коробка» тәшкил итте. Мин икенсе коробкала етенсе рәттә үттем. Шөкөр, барыһы ла яҡшы килеп сыҡты, үҙебеҙҙең часть йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек».
Баш ҡалала сит ил ҡунаҡтары күп булыуы, улар Еңеү парадын, хәрби техниканы айырыуса ҡыҙыҡһыныу менән ҡарауы тураһында ла һөйләне райондашыбыҙ.
9 майға арналған төп ваҡиға — Мәскәүҙәге данлыҡлы Еңеү парадында ҡатнашҡаны өсөн Урал Йәрмөхәмәтовҡа РФ Оборона министрлығының һәм Бөтә Рәсәй Хәрби диңгеҙ пехотаһы союзының «Бөйөк Еңеү парадында ҡатнашыусы» миҙалы тапшырылған. Ә был саранан алған тәьҫораттары тағы әллә күпме йылдар уның хәтерендә һаҡланыр әле. Афарин, Урал, ил һағындағы хеҙмәтеңдә артабан да уңыштар ғына юлдаш булһын!
Һүрәттә: У. Йәрмөхәмәтов һулдан беренсе.