+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Май 2018, 11:25

Ишле ғаиләләр йортло булһын

Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан район хакимиәтендә күп балалы ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды.

Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан район хакимиәтендә күп балалы ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды.

«Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһы сиктәрендә торлаҡ төҙөүгә социаль түләм алыусы йәш белгестәрҙе һәм күп балалы ғаиләләрҙе район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов тәбрикләне.

— Беҙҙең районда йәштәр өйләнеү менән үҙҙәренең өйөн һалырға, айырым мөйөшлө булырға ынтылып тора. Шуныһы ҡыуаныслы, йәш ғаиләләр заманса зауыҡлы, бөтә уңайлыҡтары булған күркәм, ҙур йорттар күтәрә. Әбйәлил республикала шәхси торлаҡ төҙөү буйынса алдынғы урындарҙы биләй, беҙҙә йыл һайын 30 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелә, — тине Ғәлим Наил улы. — «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһы ярҙамын йыл һайын 17-18 ғаилә алып тора. Был программала ауыл хужалығында эшләүсе белгестәргә, күп балалы ғаиләләргә өҫтөнлөк күрһәтелә. Уҙған йылда 18 күп балалы ғаиләгә бөтәһе 19 миллион һумлыҡ социаль түләм бирелде. Бөгөн ете ғаилә бөтәһе 7,5 миллион һумлыҡ ярҙам аласаҡ. Ғаиләләрегеҙгә именлек, бәхет, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем.

Шатлыҡтан йөҙҙәре балҡыған бәхетле ғаиләләр барыһы ла тантанаға балалары менән килгәйне. Ғәлим Солтанов «Урал аръяғы МТС-ы»ның инженеры Язар Йыһаншинға, крәҫтиән-фермер хужалығында малсы булып эшләгән Рөстәм Малыбаевҡа, Яңы Балапан урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнур Фәррәховаға, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Раушания Смирноваға, Амангилде мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Гөлгөнә Вәлиеваға, Асҡарҙың «Сулпылар» балалар баҡсаһы педагог-психологы Миләүшә Хәйруллинаға, Т. Кусимов исемендәге гимназия йыйыштырыусыһы Гөлназ Шакироваға сертификаттар тапшырҙы.

Торлаҡ төҙөүгә социаль түләм алыусы ғаиләләр барыһы ла тиерлек өсәр бала тәрбиәләй. Хеҙмәт урындарында тырышып эшләгән белгестәргә ярҙам лайыҡлы бирелгән. Был аҡсаны улар йорттарын йәһәтләп төҙөп бөтөүгә йүнәлтәсәк. Мәҫәлән, Амангилденән өс бала тәрбиәләүсе Гөлгөнә һәм Кәбир Вәлиевтар 2015 йылда ер участкаһы алыу менән ошо программала ҡатнашырға теләк белдереп, сиратҡа баҫҡан. Ғаилә башлығы үҙенең тракторында ағас эше менән булыша. Хөкүмәттән яр-ҙам булыр әле тип, йәштәр ҡул ҡаушырып ултырмаған. Әсәлек капиталы, декрет аҡсаларын ҡушып, йорттарының нигеҙен һалғандар, бура күтәргәндәр, ҡыйығын япҡандар, төкөтмә эшләгәндәр. Йәш ғаиләнең бәрәкәтен, ырыҫын арттырып тыуған улдары сираттың алға шылыуына сәбәпсе булған.

— Сертификат бик ҡулай булды, хәҙер был аҡсаны йорт эсен эшләүгә тотонасаҡбыҙ. Тәҙрәләр ҡуясаҡбыҙ, иҙән-түбәне заманса материалдарҙан һаласаҡбыҙ. Балалар өсөн ҙур уйын бүлмәһе эшләргә хыялланабыҙ. Төкөтмәлә бөтә уңайлыҡтар буласаҡ, — тиҙәр Гөлгөнә менән Кәбир. — Мейес яҡҡас, иртән һыуыҡ, балалар өшөй. Шуға өйөбөҙҙө электр менән йылытырға хәл иттек. Социаль түләм алыу беҙҙең өсөн ҙур этәргес булды, хәҙер дәртләнеп эшкә тотонасаҡбыҙ.


Читайте нас: