+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Май 2018, 14:06

Вице-премьер районда булды

Уҙған шәмбелә Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры, республика ауыл хужалығы министры И. И. Фәйзрахманов эш сәфәре менән Әбйәлилгә килде. Илшат Илдус улы район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов һәм уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов оҙатыуында «Красная Башкирия» АХК-һының Һамар фермаһында эштәр барышы менән танышты.

Уҙған шәмбелә Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры, республика ауыл хужалығы министры И. И. Фәйзрахманов эш сәфәре менән Әбйәлилгә килде. Илшат Илдус улы район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов һәм уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов оҙатыуында «Красная Башкирия» АХК-һының Һамар фермаһында эштәр барышы менән танышты.

Заманса үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, эшләп торған был фермала бөгөн 168 баш юғары продуктлы һыйыр аҫрала. Уртаса һауым тәүлегенә 23 кг тәшкил итә, вице-премьер был күрһәткестең юғары түгеллеген билдәләгәс, мөдир Рәсимә Сәфәрғәлина бөгөн һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро һәм 122 баштың һауылыуын белдергәс, эштәргә ыңғай баһа бирҙе

Беҙҙең ҡарамаҡҡа бында малдар өсөн дә, малсылар өсөн дә бөтә уңайлыҡтар, шарттар бар. Әммә яңы технологиялар осоронда йәшәйбеҙ шул: хужалыҡ етәкселеге тик роботтар идара итәсәк ферма төҙөү хыялын бойомға ашыра икән. Баҡтиһәң, бында 800 башҡа өр-яңы ике һыйыр ҡураһы, 300 башҡа быҙау аҙбары, мал аҙығы үҙәге буласаҡ.Әле һаман да өҫтәп төҙөлә барған заманса силос соҡорҙарын, 400 баш һыйырға иҫәпләнгән яңы ҡураның төҙөлөш майҙансығын ҡараны министр. Ошондай уҡ баш мал һыйҙырышлы икенсе ҡура, быҙау аҙбары, фураж өсөн келәттәр ҡайҙа урынлашасағы менән дә ҡыҙыҡһынды Өфө ҡунағы. Мал аҙығы үҙәге лә ошо ферма базаһында урынлашыуын ишеткәс, уның ниндәйен һайлауҙарын белеште. Раил Салауат улы әйтеүенсә, аҙыҡ үҙйөрөшлө миксерҙарҙа башҡа фермаларға йөрөтөп таратыласаҡ.

Хужалыҡ етәксеһе белдереүенсә, был заманса ҡураның беренсеһен быйыл уҡ сафҡа индерергә планлаштыралар һәм унда бөтә эште роботтар башҡарасаҡ. Арта-бан ҡорамалдарҙы ҡуйыу менән шөғөлләнәсәк «Lely» фирмаһы вәкилдәре интерактив таҡтала роботтарҙың нисек эшләйәсәген күрһәтте.

Роботтар һыйырҙарҙы һауыу урынына инеүгә өйрәтеп алыу өсөн һыуалған саҡта билдәле ваҡыт арауығында уларға ем ашата, был мәлдә малдарҙың ауырлығын, башҡа параметрҙарын, үрсемдең торошон контролдә тота. Робот һауыр алдынан һыйырҙың еленен щеткалап йыуа, был үҙенә күрә массаж да, ти белгестәр, бысраҡ һөт бөтөнләй эләкмәй үткәргескә. Өҫтәүенә, бында продукцияның бөтә күрһәткестәре билдәләнә: ундағы лактоза, май, аҡһым, төҫө, температураһы һ.б. Шуныһын да әйтмәй үтеү мөмкин түгел, роботтар һәүкәштәрҙең еленендә мастит кеүек сирҙәрҙе башланыу процесында үк асыҡлай икән. Шулай уҡ робот-малсылар буласаҡ фермала. Уларҙың беренсеһе аҙыҡ таратасаҡ, бындай робот был фермала бар ҙа инде, икенсеһе тиҙәкте йыйып алып, махсус соҡорға алып барып түгеп йөрөйәсәк.

Илшат Илдус улын роботтарҙың һөттөң составын ҡайһы этапта билдәләүе, «малсыларҙың» эш графигы, шулай уҡ ҡураның, уның түбәһе, түшәме ниндәй материалдан булыуы, бинала йәйге селләлә, йәки ныҡ һыуыҡтарҙа температура, климаттың контролдә нисек тотолоуы һәм башҡа күп мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырҙы, был хаҡта фирма вәкилдәренән яуап алып ҡына ҡалманы, үҙенең төрлө илдәрҙә булғанда өйрәнгән тәжрибәһенән сығып күп кенә файҙалы кәңәштәрен дә еткерҙе ул.

Фермала һыу мәсьәләһе киҫкен тороуына хәбәрҙар министр Рим Һатыбал улы менән уны хәл итеү юлдарын барланы һәм Рәсәйҙә тиңе булмаған был ферма төҙөлөшөндә ниндәйҙер проблемалар килеп тыуһа, ярҙам итергә әҙер булыуын белдереп, әбйәлилдәр менән һаубуллашты.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: