+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Май 2018, 13:05

«Ирәндек» балаларҙы көтә

«Ирәндек» йәйге ял лагеры башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә быйыл өс сменала эшләсәк. Быға, балалар һәм ата-әсәләр, һис кенә лә бошонмағыҙ: лагерь йылдағыса 1000 баланы үҙ ҡосағына һыйындырасаҡ. Тимәк, ял итеүгә путевкалар һаны сикләнмәйәсәк.

«Ирәндек» йәйге ял лагеры башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә быйыл өс сменала эшләсәк. Быға, балалар һәм ата-әсәләр, һис кенә лә бошонмағыҙ: лагерь йылдағыса 1000 баланы үҙ ҡосағына һыйындырасаҡ. Тимәк, ял итеүгә путевкалар һаны сикләнмәйәсәк.

Әлеге ваҡытта «Ирәндек»тә ял итеү миҙгелен асыуға әҙерлек эштәре тамамланыу өҫтөндә. Шуны әйтергә кәрәк, лагерь йылдан-йыл камиллаша, биләмәне төҙөкләндереү, зауыҡ менән биҙәү йәһәтенән эштәр һис туҡтамай. Алты йыл эшләү дәүерендә ул күҙгә күренеп үҫеште, күркәмләнде.

Быйыл лагерҙа нимәләр эшләнде?

— Лагерь хеҙмәткәрҙәре ДЮСШ коллективы ярҙамы менән ҙур косметик ремонт башҡарҙы. Балалар учреждение-һында бөтә буяуҙар ҙа яңыртылды. Айырыуса тышта эш фронты ҙур булды: стадионда ҡояшҡа уңған спорт ҡорамалдары, биләмә буйынса барлыҡ перила-кәртәләр, беседкалар һәм эскәмйәләр, ял итеү үҙәге яңынан сағыу төҫтәргә мансылды. Лагерь эшләй башлаған дәүерҙән иң беренсе булып балаларҙы ҡабул иткән административ корпус та ремонт талап итә ине. Бында балалар урынлашасаҡ бүлмәләрҙең иҙәндәренә фанера түшәнек, ишектәрҙе яңырттыҡ. Кәрәк урында кафелдәрҙе алмаштырҙыҡ. Ашханала электрик эштәре башҡарылды. Биләмәлә 200 метр асфальт түшәлде. Ойошмалар һәм предприятиелар ҡатнашлығында экологик өмәләр үтте, — тип һөйләй лагерь директорының административ-хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары А. М. Усманов.

4 июндән «Ирәндек» балалар өсөн ишектәрен асасаҡ. Бәхетле балалар путевкаларын ҡулдарына алған да инде. Смена 21 көнгә иҫәпләнгән. Икенсе заезд 28 июндән 18 июлгә, өсөнсөһө 23 июлдән 12 августҡа ҡәҙәр дауам итәсәк.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.


Читайте нас: