Рәхмәт ауылының «Умырзая» фольклор ансамблен дәррәү, дәртле ун ҡатын-ҡыҙ берләштерә. Шулай дәрт-дармандары ташып тормаһа, Венгрия һынлы Венгрияғаса барып етә алмаҫтар ине улар. Рәхмәттәрҙең сит илгә сәфәре тураһында гәзиттә лә яҙып сыҡҡайныҡ. Редакцияға килеп: «Яратҡан гәзитебеҙҙә үҙебеҙҙе күргебеҙ килә», — тип, нисек самолетта осоуҙары, сығыш яһау-ҙары, биш йондоҙло ҡунаҡханала ял итеүҙәре тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашҡайнылар.
Ысынлап та, «Умырзая»лар «Осҡон»доң тоғро дуҫтары. Берәмләп кенә түгел, бергәләшеп гәзиткә яҙылыуҙары күркәм традицияға әйләнгән уларҙың. Беренсе ярты йыллыҡта ауыл буйынса ни бары 22 дана «Осҡон» алдырһалар, шуларҙың унауһы «Умырзая»лар өлөшөнә тура килә. Әле лә бына ҡырылмаһа-ҡырҡ — картуф сәсеү, баҡсала эштәр, һарыҡ ҡырҡыу, себеш-бәпкәләрҙе ҡарау, өй йыуыу кеүек ошо мәлдең мөһим хәстәрҙәрен бер килке ваҡытҡа ҡалдырып, ҡунаҡҡа барған шикелле матур итеп кейенешеп ансамблдең ойоштороусыһы, ветеран уҡытыусы Рәйдә Мөхәмәтҡужинаның йортона йыйылдылар. Яйҡар һәм Рәхмәт ауылдарына почта таратыусы Рәзилә Сабирова инәй-апайҙарға икенсе ярты йыллыҡҡа квитанция тултырғансы, «Умырзая»лар үҙ-ара донъя хәлдәре тураһында һөйләшә-көлөшә сәй эсергә лә өлгөрҙө.
— «Осҡон»до беҙҙең атай-әсәйҙәр уҡыны. Тормош ҡорғас, үҙебеҙ район баҫмаһын алдыра башланыҡ һәм хәҙер хаҡлы ялға сыҡһаҡ та, гәзиттән айырылғаныбыҙ юҡ. Район һулышын «Осҡон» аша беләбеҙ, — ти улар.
90 йәшлек Нурлығаян инәй Мансурова ғәжәп кеше инде: гәзитте күҙлекһеҙ уҡый, бөтә район яңылыҡтарын белеп тора. Ул оҙаҡ йылдар почтальон булып эшләгән. Өммөгөлсөм Әхмәҙиеваға 82 йәш: «Оло булһам да — йөрәгем йәш. Әбйәлил хәбәрҙәрен белмәй ҡалғым килмәй», — ти. Бала-лар үҫкән мәлдә аҡса етешмәһә лә ғаиләләрен рухи аҙыҡһыҙ ҡалдырмаған, ҡыҙ-улдарын да гәзит-журналдар уҡыр-ға ылыҡтырған күп балалы әсәйҙәргә афариндан башҡа нимә тиерһең?! Ә бит һәр ҡайһыһының ғаиләһе ишле: Нурлығаян һәм Өммөгөлсөм инәйҙәр, Рәйфә Нәбиуллина, Рәйдә Мөхәмәтҡужина бишәр бала үҫтергән, Мәүлиҙә Әхмә-ҙиева алтауҙы баҡҡан, ҡалғандары — Зөһрә Харисова, Люциә Фәррәхова, Хазина һәм Зилә Әхмәҙиевалар — дүртәр бала үҫтереп, уларға юғары белем биргән. Бөгөн бәхетле әсәйҙәр хаҡлы ялда. Клуб мөдире булып эшләгән сағынан «Умырзая»ға етәкселек иткән Идия Ғәлимова ла рухташ, фекерҙәш апайҙары менән гелән бергә. «Теләк-маҡсаттар бер булғас, йәш айырмаһы һиҙелмәй», — ти ансамбль етәксеһе.