-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Июнь 2018, 13:28

Иң ҙур таянысыбыҙ — почтальондар

Уҙған йылдағы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында почтальондар араһында иғлан ителгән конкурсты быйыл да дауам иттек. Район гәзитенә 100 дана абонемент тултырған почтальонды бүләкләү ине иҫәбебеҙ.

Уҙған йылдағы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында почтальондар араһында иғлан ителгән конкурсты быйыл да дауам иттек. Район гәзитенә 100 дана абонемент тултырған почтальонды бүләкләү ине иҫәбебеҙ. Шөкөр, хат-гәзит ташыусылар һынатмай, йылдағыса ең һыҙғанып эшкә тотондо, беҙ ҙә уларға ғына ҡарап торабыҙ, ни тиһәң дә, ауылдар халҡы менән тап почтальон эшләй, һәр йорттоң ишеген шаҡый, гәзитебеҙҙе популярлаштырыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.

Былтырғы еңеүсебеҙ, Ишҡол почта бүлексәһенән Айгөл Баймырҙина быйыл да үҙенең етеҙ, тырыш һәм намыҫлы хеҙмәткәр икәнлеген күрһәтте. Ул матбуғатҡа яҙылыу һәм ташламалы ун көнлөк иғлан ителгәс тә, ауылды бер итеп йөрөп сыҡты һәм иң тәүге булып 117 дананы тултырып та ҡуйҙы. Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге директоры В. Илһамов менән уны тәбрикләү өсөн килгәндә, Айгөл Бикйән ҡыҙы ошоларына өҫтәп тағы 10 абонемент тапшырыуы хаҡында белдерҙе.

— Һәр ваҡыттағыса Ишҡол урта мәктәбе коллективы ҙур терәк булды, унда уҡытыусылар ғына түгел, техник хеҙмәткәрҙәр ҙә, ашнаҡсылар ҙа — барыһы ла «Осҡон»ға яҙылды, — ти А. Баймырҙина. — Иң күп баҫма алдырыусы ауылдаштарымдан Фатима Махийәнова, Гөлсәсәк Солтанова, Зилә Ҡаһарманова, Динара Әбүзәрова, Фирҙәүес Әсәҙуллина, Гөлсөм Аҫылғужина, Ләлә Тимерйәнова, Рәмзилә Вәлиева, Ғәлимә Мохтароваларҙы билдәләргә кәрәк, уларҙың йорттарына кәмендә 6 гәзит-журнал ташыйым.

Почтальон сумкаһын элеүенә 3 йыл ғына булһа ла, ошо осорҙа Айгөл апай ишҡолдарҙың ышанысын тулыһынса яуларға өлгөргән, сөнки гәзит килеү менән уны һалып ҡуймай, йәһәт кенә, халыҡ район яңылыҡтарын «эҫеһендә генә» уҡыһын өсөн таратып сығыу яйын ҡарай. Был эштә уға 8-селә уҡыусы ҡыҙы Зәлиә лә, 2-се класты тамамлаусы улы Салауат та, хатта Магнитогорскиға йөрөп эшләүсе тормош иптәше Дәүләт Ғилметдин улы ла ярҙамлаша икән.

«Айгөл Бикйән ҡыҙын һәр йортта көтөп алалар, — ти бүлексә начальнигы Әҡлимә Хәйруллина ла. — Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында иң әүҙем һәм намыҫлы эшләүсе хеҙмәткәрҙәребеҙҙең береһе ул. Тәпән, Дәүләтша, Исҡужа һәм Рауил ауылдарын хеҙмәтләндереүсе Гөлсинә Мофаззалова менән Зөһрә Ниғмәтуллина ла унан ҡалышмаҫҡа тырыша».


Читайте нас: