-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июнь 2018, 11:37

Яратҡан һөнәре менән илгә хеҙмәт итә

Мәскәү өлкәһенең хәрби оркестры концертмейстеры, Дауыт ауылы егете Арсен Әлимғужин быйыл алтынсы йыл рәттән Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадында ҡатнашты.

Дауыт башланғыс мәктәбенең дүртенсе класын бөткәс, музыкаға һәләтле малай уҡыуын Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла дауам итә. Бала саҡтан тырыш, маҡсатына ҡыйыу юл ярыу-сан Арсен гимназияла ун беренсе класты тамамлағандан һуң, Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһы студенты булып китә. Беренсе курсты бөтөүгә егетте әрме сафына алалар. Хеҙмәте лә һөнәренә ярашлы була – Мәскәү өлкәһенең хәрби гарнизонына эләгә ул. Арсен оркестрҙа музыкант булып хеҙмәт юлын үтә, йәғни торба музыка ҡоралында уйнай.

Хеҙмәт итеү мөҙҙәте тулғас, дәрте ташып торған, тырыш егеткә командование артабан хеҙмәтен контракт буйынса дауам итеп ҡалырға тәҡдим итә. Һәм бына ете йыл инде Арсен Әлимғужин хәрби гарнизондың оркестры составында эшләй, ул оркестрҙың солисы.

«Йыл һайын Еңеү парадында марш-ты оло ғорурлыҡ һәм ата-бабаларыбыҙға һоҡланыу хисе менән уйнайбыҙ», — ти ул. Арсен әйтеүенсә, оркестр музыкантының тормошо ябай һалдаттарҙыҡынан бер нисек тә айырылмай. Иртәнге сәғәт 6-ла йоҡонан торған һалдаттар физик күнекмәләр яһай: турник, йүгереү, гер күтәреү, наряд буйынса ашханала дежур итеү… Көн һайын – дүртәр сәғәт, парад етеүгә өс ай ҡалғас, 6 – 7 сәғәт оркестрҙың репетициялары үтә.

Яҡташыбыҙҙың тырыш, намыҫлы хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы тарафынан даими билдәләнеп килә. Мәҫәлән, Арсен Әлимғужинға хеҙмәттәге уңыштары, ныҡышмалылығы өсөн илебеҙҙең оборона министры С. Шойгунан Рәхмәт хаты тапшырылған. Уның күкрәген шулай уҡ Рәсәй министрлығы миҙалдары биҙәй.

Хәрбиҙәр хаҡлы ялға иртә китеүен иҫәпкә алып, Арсен тыныс тормошта кәрәкле һөнәргә эйә булырға тәүәккәллек иткән. Бөгөн ул ситтән тороп Мәскәү финанс университетында иҡтисадсы белемен үҙләштерә. Хеҙмәт, уҡыуҙан буш ваҡыттарын нисек үткәреүе менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.

— Мәскәү ҙур һәм бик матур, шул уҡ ваҡытта тарихи ҡала. Мөмкинлек булғанда башҡаланың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт итәм. Бергә хеҙмәт иткән яҡташтар менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ, туған телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ. Әлбиттә, интернет селтәре аша республикабыҙ, Әбйәлил яңылыҡтары менән танышып барам. Башҡортса йырҙарҙы яратып тыңлайым, был тыуған яҡты һағыныу тойғоһон баҫа, — ти өлкән сержант А. Әлимғужин.

Йыл һайын отпуск алыу менән Арсен Дауытҡа, ата-әсәһен, ҡусты-һеңлеһен күрергә, уларға ауыл еренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрендә ярҙам итергә ашҡынып ҡайта. Уҙған йыл ул яҡындарына Ҡара диңгеҙ буйындағы ял йорттарының береһенә путевка бүләк итте, ғаиләләре менән бергәләп диңгеҙҙә һыу инеп, ҡыҙынып, яҡын тирәләге ҡалалар-ға сәйәхәт ҡылып ҡайтыуҙары онотолмаҫ хәтирә булып һаҡлана.

«Яратҡан һөнәр менән илгә хеҙмәт итеү — илһөйәрлек рухында тәрбиә алған минең өсөн ғорурлыҡ», — тип иҫәпләй А. Әлимғужин. Эйе, хәрби марш аҫтында берҙәм атлаған һалдаттар матур күренеш кенә түгел, ә берҙәмлек рухы, көс-ҡеүәт, илгә тоғролоҡ, дисциплина һәм тәртип күрһәткесе лә, минеңсә.


Читайте нас: