Алма ағасынан алыҫ төшмәй. Нәси-мә Әҡсәнованың һоҡланғыс булмышы ике матур башланғыстан яралған. Уға ҡандан атаһының теүәллек, әсәһенең матурлыҡ яратыуы күскән. Асҡар урта мәктәбен тамамлағас, Нәсимәнең пединституттың физика-математика факультетын һайлауы бер кем өсөн дә асыш булмай. Иҫәп-хисапҡа барымы, теүәл фәндәрҙе һөйөүе лә ғаиләнән. Атаһы Вәйес Мөбәшәр улы ауыл хужалығы идаралығында баш бухгалтер булып эшләһә, әсәһе Нәзифә Нотфулла ҡыҙы райпола һатыусы була.
Диплом алғас, 1978 йылда ул Асҡар мәктәбенә физика уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Мәғарифҡа бағышланған 20 йылының тәүге тиҫтәһен уҡытыусы, икенсе яртыһын уҡытыу буйынса директор урынбаҫары булып үтә. Класс етәксеһе булараҡ, биш класс сығара, уларҙың һәр береһе тураһында: «Миңә тик яҡшы уҡыған кластар ғына эләкте», — тип яҡты хәтирәләр һаҡлай. Нәсимә Вәйес ҡыҙының уҡыусылары иһә уны уҡытыусы-эталон, маяҡ итеп иҫкә ала, үҙен һәр саҡ ҡарап йөрөүенән, бөхтәлегенән үрнәк алыуҙары, дәрестәрен юғары кимәлдә ҡыҙыҡлы итеп ойоштора белеүе тураһында һағынып һөйләй. Юҡҡа ғынамы бихисап уҡыусылары, айырыуса ҡыҙҙар, уның юлынан китеп, физика уҡытыусыһы һөнәрен һайламаған. Ә уҡытыусының фиҙаҡәр хеҙмәте иһә Башҡортостандың мәғариф алдын-ғыһы исеме менән билдәләнгән. Завуч булараҡ та коллегалары араһында фәҡәт ихтирам һәм абруй ғына ҡаҙанған.
1999 йылда район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһына күскәс, уҡытыусыларҙың уға дәрестәр теҙмәһе төҙөүҙе дауам итеүен һорап килеүҙәре, хатта бының өсөн хаҡ түләп торорға әҙер булыуҙары тураһында йылмайып иҫкә ала Нәсимә Вәйес ҡыҙы. Ләкин ҡайҙа ул расписание төҙөп ултырыу, район хакимиәтендә ҡайнап торған эш уртаһында хасил була Н. В. Әҡсәнова.
— Мәктәптәге кеүек бында билдәле дәрес планы буйынса ғына эшләмәйһең, бер-бер артлы булып торған ваҡиғалар солғанышында тәгәрмәстәге тейен кеүек әйләнәһең дә әйләнәһең, — тип һөйләй әңгәмәсем. — Район хакимиәтендә эшләү йылдарында ҙур тормош тәжрибәһе тупланым. Район, уның халҡы менән яҡындан таныштым, тормош-көнкүрештәге проблемалар тураһында белдем.
Ул дәүерҙәге район башлығы В. П. Павлюкович менән берҙәм эш һөҙөмтәһе булып Асҡарҙа балалар, Красная Башкирияла ҡарттар йорто асыла. Хатта И. Х. Һиҙиәтовтың Салауатта төҙөгән дауалау учреждениеһын нәҡ хоспис итеп асыуҙа ла Нәсимә Вәйес ҡыҙының булышлығы бар. Инициативалы, эшмәкәр урынбаҫарының тәҡдимдәрен Владимир Петрович гелән хуплап ҡабул итә. Әйткәндәй, хәҙер матур йолаға әйләнгән уҡыу алдынғыларына район башлығы стипендияһы биреүҙең, 9 Май байрамы уңайынан хәрби парад уҙғарыуҙың башында идея генераторы булып Н. В. Әҡсәнова тора.
2004 йылда Нәсимә Вәйес ҡыҙы халыҡты социаль яҡлау бүлегенә начальник урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә һәм бында хаҡлы ялға сыҡҡансы 10 йыл эшләп өлгөрә. Оптималләштереү шарттарында әйҙәүсе белгес итеп тә күсерелә. Ләкин үҙе әйткәнсә, ҡайҙа, кем булып ҡына эшләүенә ҡарамаҫтан, ул һәр саҡ хеҙмәт бурысын ҙур теләк менән башҡара һәм эшенең һөҙөмтәһен күреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Күп балалы ғаиләләр, ветерандар, инвалидтар мәсьәләләре буйынса көндәлек эштән тыш, Н. В. Әҡсәнова собеста эшләгән осороноң хәҙер ҙә ҡәнәғәтлек кисерерлек һөҙөмтәһе итеп Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең тол ҡатындарына торлаҡ сертификаттары юллау һәм тапшырыу эшен һанай. «Сертификатҡа лайыҡлы инәйҙәрҙең береһе лә мәхрүм ҡалманы. Их, шунда шуны эшләмәгәйнем бит, тип үкенерлегем булмауына ҡыуанам. Ә бит хәҙер ҙә: «Һеҙҙең ярҙамды тойҙоҡ», — тигән рәхмәттәрен ишетеп торам», — ти ул.
— Тормошомдан уңдыммы? Үҙемә үҙем биргән ошо һорау алдында албырғап ҡалам. Уңдым да кеүек — янып эшләнем, донъя ҡорҙом, алдыма ҡуйған маҡсаттарыма өлгәшмәй ҡалманым. Таяныр ысын дуҫтарым, серҙәш әхирәттәрем, янымда туғандарым булыуы менән дә бик бәхетлемен. Ғаилә тормошонда ла яңғыҙлығымды тоймайым, эштән һуңғы ваҡытым йорт-баҡса хәстәрҙәре, дуҫтар менән аралашыуҙа үтә. Тик берҙән-бер улым Илдарҙы юғалтыу ҡайғыһы ғына йәнемде өтә. Тормошомдоң унһыҙға бүленеүенә алты йыл тулып уҙҙы. Илдар күп яҡлы талантлы, оҫта ҡуллы ине. Өфө ҡалаһының финанс идаралығында программист булып эшләне, — ғүмеренең иң ҙур һәләкәте тураһында һөйләгәндә лә Нәсимә Вәйес ҡыҙының сабырлығына һоҡланам. Кеше алдында күҙ йәшен күрһәтмәҫ, ныҡ ихтыярлы ҡатын ул. Хәҙер ул улының дауамы булған ейәне һәм ейәнсәре өсөн йәшәй, киленен ярҙамынан айырмай. Ҡоҙағыйы менән дә әхирәттәр кеүектәр, хәйер, элекке коллегалар бит әле улар.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, күп тә үтмәй Н. В. Әҡсәноваға телефон аша район хакимиәтенән: «Бәлки, район инвалидтар йәмғиәтенең эшен етәкләрһегеҙ?» — тигән һораулы тәҡдим яңғырай. Тамсы ла уйлап тормай, ыңғай яуап биргән Нәсимә Вәйес ҡыҙы төштән һуң инде инвалидтар ойошмаһын иңенә алып, эш башлай. Социаль өлкәлә ҙур тәжрибәгә эйә етәксе ҡулы аҫтында йәмғиәт гөрләп эшләп китә. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн спорт, мәҙәни, мәрхәмәтлек саралары уҙғарыуҙан тыш, уларҙың көнкүреш мәсьәләләрен, реабилитациялау саралары буйынса проблемаларын хәл итеүгә күп көс һала. Һәм әүәлгесә эшен ихлас күңелдән башҡарғанға, һәр кемгә тиң мөнәсәбәтле, ярҙамсыл булғанына уны кесеһе лә, олоһо ла берҙәй ярата, ихтирам итә.
Юбилярҙың күркәм ғүмер байрамы район инвалидтар йәмғиәтенең 30 йыллығына тура килде. Ошо айҡанлы саралар — район балалар һабантуйы, өлкән йәштәгеләр өсөн турслет уҙғарыу һәм уларға әҙерлек мәшәҡәттәре менән дәртләнеп, ҡайнап йөрөп, ғүмер тиҫбеһенә тағы бер йыл өҫтәлеүен һиҙмәй ҙә ҡалғандыр әле ул. Икеләтә байрамығыҙ менән һеҙҙе, Нәсимә Вәйес ҡыҙы!