+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Июль 2018, 15:40

Йәштәр, булдыҡлылар...

Булдыҡлы хужаларҙың йорт алдына килеп туҡтау менән бында төплө ҡарашлы, тәртип яратҡан кешеләр йәшәүен аңлайһың.

Булдыҡлы хужаларҙың йорт алдына килеп туҡтау менән бында төплө ҡарашлы, тәртип яратҡан кешеләр йәшәүен аңлайһың. Өйҙәре заманса материалдар менән ҡупшы ла, ныҡ та итеп һалыныуы, ихатала һәр нәмә үҙ урынында булыуы ғаилә башлығының тырышлығына ишара. Ҡапҡа эсе, баҡсалағы сәскәләр төрлө төҫтәре менән күҙҙе иркәләй, йорт эсе лә бөхтә, таҙа. Хужабикәнең уңғанлығын, бөтмөрлөгөн донъяһы ялт итеп тороуы, тәмле аш еҫе таралыуы һөйләй.

Бер-береһен ярты һүҙҙән, ҡараштан аңлаған мөләйем пар бәхетле тормош кисерә. Ислам Өфө энергетик колледжында электрик һөнәрен үҙләштергән. Дилә Магнитогорск педагогия колледжын тамамлап, ҡала мәктәптәренең береһендә уҡытыусы булып эш башлай. Ата-әсәһенә яҡыныраҡ булыу өсөн металлургия комбинатына эшкә ҡайтҡан Ислам яҙмышын да ошонда осрата. Йәштәр өйләнешә. 2006 йылда ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, тәүге улдары Инсаф тыуа. Киләсәккә оло пландар менән йәшәгән Ислам ғына ҡаланы артыҡ мөрхәтһенмәй. Бәләкәй сағынан ауыл тормошо ҡанына һеңгән ир-егет дүрт стенаға ҡарап ултырыуҙы өнәмәй һәм бер көн кәләшенә Байымға ҡайтып, тормош ҡороу хаҡында һүҙ ҡуҙғата.

— Эшем бик оҡшаһа ла, ҡаршы төшмәнем. Исламдың ҡарары дөрөҫ булыр тип, тулыһынса уға ышандым һәм беҙ күсеп ҡайттыҡ, — ти Дилә Хажиәхмәт ҡыҙы. — Әле лә иремдең һүҙенән сыҡмайым, сөнки ул ғаилә, балалар өсөн өҙөлөп тора, беҙҙе яҡлап-ҡурсалап ҡына йәшәй.

— Шулай булырға тейеш, яҡындары өсөн яуаплылыҡ ғаилә башлығы иңендә ята бит, — тип һүҙгә ҡушыла Ислам Әсләм улы. — Ғаиләм бәхетле булһын, улым һәм ҡыҙҙарымдың бала сағы матур үтһен өсөн тырышам.

Тыуған яғында ғаилә башлығы иң тәүҙә йорт күтәреүҙе хәстәрләй башлай. Ҡул көсө, аҡса талап ителгән был ауыр эштә Исламдың ата-әсәһе лә терәк-таяныс була. Әсләм Һаҙый улы урындағы хужалыҡта зоотехник, Мәүлиҙә Әшираф ҡыҙы участка дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Эшһөйәр ата-әсә балаларын да үҙҙәре өлгөһөндә тәрбиәләгән. Алтын ҡуллы Ислам йорт эсендәге барлыҡ эштәрҙе үҙе башҡарған, хатта заманса түшәм дә уның хеҙмәт емеше. Яҡындары өсөн бар уңайлыҡтар булһын тип тырышҡанлығы күренеп тора. Ғаилә башлығы бал ҡорттарын тота. Бәләкәй сағынан балсы олатаһы Һаҙый Абсаҙый улы янында йөрөп, ҡорт тотоу серҙәрен тулыһынса өйрәнә. Йыл һайын оялар һанын арттыра бара, йәй һайын умарталарын йүкә үҫкән Инйәр яҡтарына алып бара. Йүнсел хужа үҙенең техникаһы ярҙамында ла ғаилә бюджетын тулыландыра. Йәш ғаилә мал тота, баҡса үҫтерә. Ғүмер юлдашы Дилә бик бөтмөр, донъяһын да, балаларын да хәстәрләргә өлгөрә. Уның ата-әсәһе Хажиәхмәт Рысйән улы менән Рәйлә Рәфҡәт ҡыҙы ғаиләне ярҙамынан ташламай. Улар ҙа ғүмер буйы колхозда механизатор һәм фермала лаборант булып эшләгән кешеләр.

Олатай-өләсәләре өсөн иң ҙур йыуаныс — ейән-ейәнсәрҙәр. Инсаф икенсе класты бөткән, алты йәшлек Әминә балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәйҙәре Әлсинәгә ике йәш, Дилә уның менән декрет ялында ултыра. Ғаилә башлығы ҡалаға йөрөп эшләй, комбинатта электромонтер. Абсаҙыевтар үҙҙәренең бөткөһөҙ мәшәҡәттәренән бушап, ауыл, мәктәп тормошонда ҡатнашырға ваҡыт табалар. Нигеҙҙә йәш ғаиләләр, тимәк балалар күп булған урамда ҡыш етеү менән һырғалаҡ эшләп, боҙҙан төрлө һындар әүәләп ҡуялар. Бәләкәстәрҙең рәхәтләнеп, шау-гөр килеп тау шыуыуы, саф һауала уйнауҙары ата-әсәләр өсөн дә кинәнес. Абсаҙиевтар былай ҙа диванда, телевизор янында ял итергә яратмай, саҡ ҡына буш ваҡыттары булыу менән балаларын алып, республиканың матур урындарын күрергә сығып китәләр. Киләсәккә оло маҡсаттар менән йәшәгән ғаилә өйҙәрендәге ҡот, бәхет нурын юғалтмай, бер-береһенә һөйөү, ихтирам хистәрен ҡәҙерләп һаҡлап, туғандарын һоҡландырып оҙаҡ ғүмер кисерһен.


Читайте нас: