+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Август 2018, 11:03

Бушлай йәрминкә

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы, ғаилә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге, «Ярҙам» коммерциялы булмаған ойошмаһы күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү йөҙөнән һуңғы йылдарҙа «Дармарка» акцияһын даими ойоштора.

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы, ғаилә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге, «Ярҙам» коммерциялы булмаған ойошмаһы күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү йөҙөнән һуңғы йылдарҙа «Дармарка» акцияһын даими ойоштора.

Ҡуйылған әйберҙәрҙе бушлай алырға мөмкин булған «Дармарка» йәрминкәһен район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева асып, мохтаж булғандарға ярҙам күрһәткәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Линиза Камил ҡыҙы әйтеүенсә, был акцияға йыл һайын эшҡыуарҙар Нурзиә Нурғәлина, Фирүзә Шаһимәрҙәнова, Дамир Яҡшығолов, Йәзилә Сыртланова бик күп кейем-һалым бирә. Быйыл мәрхәмәтлек акцияһына Миңзәлә Төлкөбаева, Айгөл Ғиләжева, Гөлсирә Зарипова, «Дисконт» (Е. Л. Мальцева), Язаров ШП-һы бик теләп ҡушылған. Шулай уҡ Ташбулат, Асҡар, Әлмөхәмәт ауылдары халҡы ла был изге эштән ситтә ҡалмаған.

— Уҡыу йылы алдынан мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамы менән ойошторолоусы акция бик кәрәкле. Уның һөҙөмтәһендә күп балалар мәктәпкә әҙерләнә алыр тигән ышаныстабыҙ, — ти Линиза Камил ҡыҙы.

Был көндө райондың төрлө ауылдарынан килгән күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ағзалары кейем-һалым, аяҡ кейеменән тыш, мәктәп кәрәк-яраҡтары ла һайлап алды һәм «Дармарка» акцияһын ойоштороусыларға, уны үткәреүгә үҙ өлөштәрен индергән һәр кемгә рәхмәт әйтеп таралышты.

Р. ДАУЫТОВА.


Читайте нас: