+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Сентябрь 2018, 10:57

Асҡар йәмле сәскәләр менән

Йәмле йәйҙең бар сағыулығын туплаған, йомартлығын күрһәткән Сәскәләр байрамын көндөң йонсоулығы ла боҙа алманы. Район үҙәгенең төп майҙаны йәйғор төҫтәрен балҡытҡан хозур баҡсаға әйләнде.

Йәмле йәйҙең бар сағыулығын туплаған, йомартлығын күрһәткән Сәскәләр байрамын көндөң йонсоулығы ла боҙа алманы. Район үҙәгенең төп майҙаны йәйғор төҫтәрен балҡытҡан хозур баҡсаға әйләнде.

Матур миҙгелдең бар гүзәллеген сағылдырырға тырышып, бай фантазияларын эшкә еккән күргәҙмәлә ҡатнашыусылар. Өҫтәлдәрҙә ни генә юҡ?! Атаҡлы рәссамдарҙың ҡылҡәләме төшөргәндәй сәскәнән туғылған картиналар, ҡупшы гөлләмәләр, баҡсала үҫкән йәшелсә, емеш-еләктән төрлө ғәжәйеп композициялар, натюрморттар — ҡатын-ҡыҙҙарҙың оҫталығына, ябай нәмәләрҙән матурлыҡ тыуҙыра белеү һәләтенә һоҡланырлыҡ. Йылдағыса, иң ҙур һәм бай күргәҙмәне үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡуйҙы. Аҡ халатлылар, ваҡыттарының тығыҙлығына ҡарамай баҡса уңышынан ҡыҙыҡлы әйберҙәр яһаған: кишерҙән жираф, кәбеҫтәнән ҡуян, картуфтан терпе, ташҡабаҡ, ҡыяр, сөгөлдөр ҙә ситтә ҡалмаған. Аллы-гөллө сәскәле композицияларҙың иҫәбе-һаны ла юҡ. Балалар баҡсалары ла һынатмаған. «Тирмәкәй», «Сулпылар» һәм «Ҡайынҡай»ҙың тәрбиәселәре күргәҙмә ҡороуға ижади ҡараған. Уларҙың өҫтәлдәрендә лә йәйҙең йәме — сәскәләр төп урын алып торҙо, үҙ ҡулдары менән мул уңыштан яһалған төрлө һындар биҙәне. Т. Кусимов исемендәге гимназия менән 1-се Асҡар урта мәктәбе сәскә түтәлдәренең бөтә матурлығын нәзәкәтле композицияларға күсергән. Сәнғәт мәктәбе, ДРСУ-ның туҡталҡалары йәйҙең сихри байлығы менән һөйөндөрҙө. Быйыл байрамда тәүге тапҡыр ҡатнашҡан рустар соборы күргәҙмәне алма спасына бағышлағайны. Ҡып-ҡыҙыл булып бешкән алмалы кәрзиндәр, татлы емештән бешерелгән бәлеш-бөйөрөктәр күҙ яуын алды.

Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дамир Харрасов бөтәһен дә матур байрам уңайынан тәбрикләне.

— Район үҙәге көндән-көн матурая, төҙөкләнә. Бында һеҙҙең дә өлөшөгөҙ бар. Баҡсаларығыҙҙа үҫкән сәскәләр урамдарҙы йәмләй. Шуның өсөн ҙур рәхмәт, артабан да бергәләп ауылыбыҙ күркәм, таҙа булһын өсөн тырышайыҡ, — тине Дамир Иштимер улы.

Байрам алдынан махсус комиссия район үҙәгенең учреждение-ойошмалары буйлап йөрөнө һәм шәхси баҡсаларҙы ҡараны. Асҡар ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Шәүрә Камалова конкурсҡа йомғаҡ яһаны һәм еңеүселәрҙе билдәләне. Предприятиелар араһында иң матур, төҙөк тип юл ремонт-төҙөлөш идаралығы табылды. Ысынлап та, бында килеп инеү менән күҙ ҡамаштырырлыҡ сәскә түтәлдәре ҡаршы ала, тирә-яҡта таҙалыҡ — гел ир-егеттәр эшләгән, биләмәһендә ҡеүәтле техника бер туҡтауһыҙ инеп-сығып торған ойошма тиерлек түгел. Был матурлыҡ Земфира Хәйруллинаның тырышлығы, оҫталығы һөҙөмтәһе. Ул йыл да ДРСУ биләмәһен төҙөкләндереүгә, сәскәләр үҫтереүгә күп көс һала. Икенсе урында «Урал аръяғы УЭМВС»-ы. Был ойошмалағы күркәмлек ир-ат ҡулы менән тыуҙырылған булыуы айырыуса маҡтауға лайыҡ. Урал Харисов сәскәләр үҫтереп кенә ҡалмай, альп тауҙары яһаған, төрлө фигуралар эшләп ултыртҡан. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә үҙенең сағыу сәскәләре менән район үҙәгенең төп майҙанын биҙәгән РОСТО өсөнсө урында билдәләнде.

Аллы-гөллө сәскәләре менән үҙәкте йәмләгән, бигерәк тә һәйкәл асылғандан һуң баҡсаһы уғата матурайған китапхана иң төҙөк учреждение тип табылды. Йәй дауамындағы тырышлыҡтары өсөн китапханасыларға беренсе урын бирелде. Икенселә — үҙәк район дауаханаһы. Учреждениелар араһында иң йәше булған күп функциялы үҙәк тә дөйөм хеҙмәткә үҙ өлөшөн индергән. Оксана Яныбаева тырышлығы менән баҡса тәртипкә килтерелгән, сәскәләр ултыртылған. МФЦ өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Белем биреү учреждениелары элек-электән сәскә үҫтереүгә маһир. Шулай ҙа йыл һайын белем усаҡтары алдында йә баҡсаларында берәй яңылыҡ индерәләр, түтәлдәрен яңыса биҙәйҙәр. Т. Кусимов исемендәге гимназияның биләмәһе сәскәләр батшалығымы ни?! Сығарылыш класс уҡыусылары ултыртҡан раузалар мәктәп алдына хозурлыҡ өҫтәй, сағыу төҫтәре менән арбаған астра, петуниялар күҙ яуын ала. Баҡсала тәгәрәп ятҡан мул уңыш коллективтың һәм уҡыусыларҙың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Йәшелсә плантацияһын фермер хужалығы тиерһең, тимәк гимназистарҙың өҫтәленән витаминлы ризыҡ өҙөлмәйәсәк. Т. Кусимов исемендәге гимназия араһында беренсе урын яуланы.

1-се Асҡар урта мәктәбенә икенсе урын бирелде. Бында ла сәскә түтәлдәре төрлө төҫтәр менән уйнай, мәктәп яны участкаһы бай йәшелсә уңышы менән һөйөндөрә. Өсөнсөлә — сәнғәт мәктәбе. Улар универмаг алдындағы баҡсала матурлыҡ тыуҙыра.

Балалар баҡсалары араһында еңеүсе исеменә «Тирмәкәй» лайыҡ булды. Коллектив баҡса биләмәһен матурлау өсөн күп көс һалған, шаулап үҫкән сәскәләр араһында бәләкәстәр рәхәтләнеп уйнай. «Миләш» балалар баҡсаһы ла гүзәлеккә булған ынтылышы менән ҡыуандыра. Улар икенсе урында билдәләнде. «Сулпылар» менән «Ҡайынҡай» өсөнсө урынды бүлеште. Иң-иңдәргә дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды.

Район үҙәген төҙөкләндереү һәм йәшелләндереүгә ҙур өлөш индергән йәш техниктар станцияһы, балалар ижады йорто, «Ярҙам» үҙәге, опека бүлеге, Пенсия фонды, үҙәкләштерелгән бухгалтерия, РУС, почта, мәҙәниәт бүлеге, «Ирәндек» лагеры, ЗАГС, хәрби комиссариат коллективтары дәртләндереү приздары менән бүләкләнде.

Асҡарҙың атаҡлы сәскәселәре араһына яңылары өҫтәлә барыуы шатлыҡлы. Гөлнур Шәрәфетдинова, Ғәшүрә Задина, Венера Зайцева, Мәрйәм Махийәнова, Фирҙәүес Моталлапова, Нәйлә Мөхтәруллина, Әнисә Илһамова, Гөлфирә Ғималетдинова, Зөлфирә Ғафарова, Рәйсә Хажина, Фәүзиә Камалова, Зөлфирә Сөләймәнова, Зәйтүнә Ҡотлоғужина, Гөлдәр Шакирова, Айһылыу Латипова, Рәшиҙә Ноғоманова, Алма Хисмәтуллина, Нәжибә Сәйфуллина, Гөлдәр Мансурова, Ве-нера Баймырҙина, Алһыу Хисаметдинова, Вера Бакрышева, Рәғиҙә Усманова, Рәхилә Уйылданова, Гөлфиә Ҡунафина һәм Урал Харисов оҫта баҡсасылар тип билдәләнде. Тағы шуны әйтеп үтеү мөһим: сәскәләр баҡсала үҫергә, тирә-йүнгә матурлыҡ өҫтәргә тейеш. Конкурста ҡатнашырға заявка биреп тә, сәскәләр ҡапҡа эсендә, бейек ҡоймалар артында үҫә икән, комиссия ағзалары уларҙы ҡарамаясаҡ.

Сәскә байрамын район мәҙәниәт һарайы көсө менән әҙерләнгән концерт номерҙары биҙәне. Күңелгә яҡын моңдар илаһи матурлыҡтың, сәскәле йәйҙең һуңғы нағышы, хушлашыу аккорды булып яңғыраны.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: