+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2018, 10:15

Тормош именлеге — егәрлеләр ҡулында

Ҡырҙаста йәшәгән Рөстәм менән Флүрә Мәсәлимовтар ауылдың йөҙөк ҡашына тиң ғаилә. Үҙ-ара ихтирам һаҡлап, бер-береһенең һүҙенә ҡолаҡ һалып, кәңәшләшеп донъя көткәнгә эштәре лә уң бара, донъялары ла алға тәгәрәйҙер.

Ҡырҙаста йәшәгән Рөстәм менән Флүрә Мәсәлимовтар ауылдың йөҙөк ҡашына тиң ғаилә. Үҙ-ара ихтирам һаҡлап, бер-береһенең һүҙенә ҡолаҡ һалып, кәңәшләшеп донъя көткәнгә эштәре лә уң бара, донъялары ла алға тәгәрәйҙер.

Бөгөн Рөстәм Мәсәлимов районда аяғында ныҡ баҫып торған эшҡыуар булараҡ билдәле. Һөнәре буйынса водитель булған Рөстәм йәш сағында район үҙәге предприятиеларында шофер булып эшләй.

Яңауыл ҡыҙы Флүрә менән өйләнешкәс, төпсөк малай булараҡ, Рөстәмдең әсәһе янына ҡайтып, бергә йәшәй башлайҙар. Ҡырҙаста эш урындарына ҡытлыҡ булғас, был эшҡыуарлыҡ киң ҡолас ала башлаған йылдар була, үҙ эшен булдырыу ниәте тынғы бирмәй йәштәргә. Мәсәлимовтар магазин асып, ваҡлап тауар һатыу менән шөғөлләнәләр, тик был тармаҡта дәғүәселәр күбәйеп киткәс, сауҙанан китергә тура килә. Төрлө юлдарҙы эҙләп, һынап ҡарай торғас, Рөстәм таҡта ярыу цехы асырға тигән ҡарарға килә. Яҡын булһын тип, пилорамды картуф баҡсаһына урынлаштыра. Ни тиһәң дә, мәшәҡәтле булһа ла, ағас эшкәртеүҙән файҙа күрергә була шул. Ағас сығарыу, уны урмандан ташыу, бысылған материалды ҡулланыусыға илтеү өсөн кәрәкле техникаһы — КамАЗ машинаһы, Беларусы бар уның. Ағас бысыуҙан тыш, заказ буйынса бура ла бурай эшҡыуар. Ул ғына түгел, тендерҙарҙа ҡатнашып, төҙөлөш-ремонт менән булыша. Был эштәрҙә ярҙамсыларһыҙ булмай, әлбиттә, предприятиеһында ике кеше даими эшләһә, ҡыҙыу миҙгел осоронда ялланыусылар ҙа күп кенә.

— Барлыҡ уңыштарымдың башланғысы ғаиләмдән. Йорттағы тәртип, таҙалыҡ, күңел тыныслығы барыһы ла ҡатындан, — ти эшҡыуар.

— Рөстәм килендән уңды. Флүрә килен шул тиклем эшһөйәр, алсаҡ. Донъяһын гөрләтеп көтә, ҡыҙ-улдары тәрбиәле, тәртипле. Рөстәм ҡатынының ҡәҙерен белә, киленгә бынамын тигән машина һатып алып бирҙе — бындай иғтибар ир кешенең ҡатынын хөрмәт итеүе, яратыуы билдәһелер тием. Балаларым ситтә булғас, минең бөтә йомошом уларҙа. Килен бараһы урынға алып бара, кәрәк нәмәмде Асҡарҙан алып килә. Ошондай күршеләрем булыуы менән бәхетлемен, — тине беҙ булғанда хәл белешергә ингән Ғәлиә апай Ғүмәрова.

Мәсәлимовтар ғаиләһендә алты бала буй еткерә. Нәсимә Белорет медицина колледжының өсөнсө курсында белем алһа, Рәфис Өфөләге иҡтисади-инженер лицейҙың 10-сы класында уҡый. Альбина дүртенсе, Таймас өсөнсө класс уҡыусылары, игеҙәктәр Айназ менән Гөлназ урындағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Ата-әсә балаларын һәр яҡлап үҫтереүгә етди иғтибар бирә. Альбинаны өс йыл аҙнаһына өс тапҡыр Асҡарға бал бейеүҙәренә йөрөткәндәр, быйыл музыка мәктәбенә һүрәт төшөрөүгә өйрәнеү дәрестәренә биргәндәр. Уҙған йыл Ҡырҙаста хореограф Ләлә Йәнекәева башҡорт бейеүҙәре түңәрәге алып барған, унда инде бәләкәстәр бөтәһе лә ихлас йөрөгән. Таймас таэквондо түңәрәгендә шөғөлләнгән.

Рөстәм Мәхмүт улы көн оҙоно үҙ эшенән бушамағас, бар донъяуи мәшәҡәттәр ҡатыны иңендә. Әлбиттә, был еңел түгел, әммә тырыш ҡатын барыһын да булдыра. Кәртә-ҡураһы тулы мал, ҡош-ҡорт, һәр нәмәнән аҡса ла табырға тырыша.

— 5-6 баш һыйырҙан өҙөлгәнебеҙ юҡ. Һөт килеш тә тапшырғыланым. Әммә бик осһоҙға алалар. Шуға хәҙер эшкәртеп, май-ҡаймаҡ-эремсек һатам, — ти Флүрә Мостафа ҡыҙы.

Күпме һыйыр, шунса башмаҡ-быҙауын да ваҡытында ашатып, тәрбиәләргә лә кәрәк бит. Ике йыл элек бейә алғандар, киләсәктә был ғаилә бейә бәйләп, ҡымыҙ етештереү менән дә шөғөлләнмәҫтәр тимә.

Бынан тыш, Мәсәлимовтар йыл һайын 70-шәр баш ҡаҙ бәпкәләре алып көтә. Йәй осоро бройлер тауыҡ себештәренең бер партияһы ҙурайыуға, икенсеһен алалар. Быйыл һынамаҡҡа мулард тоҡомло өйрәктәр ҙә алып көткәндәр.

— Был өйрәктәр әрһеҙҙәр, тиҙ эшкинделәр, киләһе йыл күберәк алып көтөргә иҫәп, — ти Флүрә.

Ике баҡса тултырып картуф үҫтерәләр, тәрбиәләһәң генә мул уңышы менән ҡыуандырған икенсе икмәкте һатып та байтаҡ аҡса эшләйҙәр. Төрлө йәшелсә-емеше лә ҡутарылып уңа хужабикәнең. Бер нәмәне лә әрәм-шәрәм итмәй ҡатын: ҡайнатмалар әҙерләй, компот яба, йәшелсәләрен тоҙлай, консервалай, салаттар эшләй. Ҡыярҙы ғына йыл да 40-ар банкы тоҙлай, сөнки һатып алыусылары бар. Ул-ҡыҙҙары менән бергәләшеп сығып, еләк тиреп тә һаталар.

Бынау хәтле донъя мәшәҡәттәрен үтәү ҙур көс, күп ваҡыт талап ителә. Әммә бер ҙә зарланмай, хатта урмансылыҡҡа үҫентеләр утарға эшкә йөрөргә лә өлгөрә Флүрә.

— Эш булғанда, ниңә эшләмәҫкә, уның бер ҡыйынлығы ла юҡ, аҡсаһын түләйҙәр, — ти Флүрә Мостафа ҡыҙы өйҙәге эштәрҙе йырып сығып, унда ла эшләүенә аптырауыма. — Балалар ҡул аҫтына инде. Быҙауҙарҙы, аттарҙы ҡарап торалар, себештәрҙе ашаталар, баҡсала ярҙам итәләр.

Был йорт эштәре бәләкәстәр иңендә, өлкәндәренең үҙ шөғөлө: каникул ваҡытында Нәсимә Асҡарҙағы кафеларҙың берәүһендә эшләгән, Рәфис иһә ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләүҙә төп көс булған.

— Күп балалы ғаиләләр өсөн ҡаралған ташламалар беҙҙең өсөн ҙур ярҙам. Лицейҙа уҡыған Рәфискә йәшәү бушлай. Балаларға ике йылға бер тапҡыр мәктәп формаһы алыуға аҡса бирелә. Газ, свет өсөн түләм дә компенсациялана, — тип рәхмәтен белдерә хөкүмәткә Әсәлек даны миҙалы менән бүләкләнгән Флүрә ханым.

Үҙҙәре лә уңған, балаларын да эшһөйәр итеп тәрбиәләргә тырышҡан ир менән ҡатындың донъяһы ла бөтөн, тормоштары ла етеш, күңелдәре лә тыныс. Өйҙәрендә ҡаласа бөтә уңайлыҡтар булдырылған, зауыҡ менән биҙәлгән йорт эсе ҡатындың ҡотло ҡулдары менән нурға ҡойонған.

Ата-әсә нигеҙен һаҡлаған Мәсәлимовтар Рөстәмдең бер туған ағай-апайҙарының даими йыйылыу урыны. Йыл һайын әрүәхтар рухына аят уҡытыуға, ҡорбан салыуға, туғандарын йыйыуға бер ҙә ҡыйынһынып тормағанға ла ҡот, бәрәкәт ҡунғандыр улар йортона. Өҫтәүенә, ауылда үткән һәр сарала бағымсы булған эшҡыуар кешеләрҙең дә сауабын күпләп ала.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: