-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Сентябрь 2018, 11:24

«Унда башҡорт рухы йәшәй…»

Хәлил ауыл биләмәһе ветерандары Арғаяш районына сәфәр ҡылды.

Хәлил ауыл биләмәһе ветерандары Арғаяш районына сәфәр ҡылды.

Хәлил ветерандар советы иң әүҙем, иң берҙәм ололарҙы бер ҡорға туплаған районда ғына түгел, республикала ла киң билдәлелек алған йәмәғәт ойошмаларының береһе. Үҙ дәүерендә төрлө өлкәләрҙә эшләгән, механизатор, уҡытыусы, малсы, һауынсы, мәктәп директоры, фельдшер, колхозсы, һатыусы һәм башҡа һөнәр эйәләрен һүнмәҫ дәрт һәм ижад ҡомары берләштерә. Хор коллективы, халыҡ инструменттары һәм уҙамандарҙың «Малайҙар» ансамблдәре «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленән һуңғы ете йыл дауамында бер тапҡыр ҙа еңеүһеҙ ҡайтҡаны юҡ. Быйыл был фестивалгә район намыҫын яҡларға ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Ынйы» вокал коллективы барырға әҙерләнә. Бына ошо ойошма ағзаларынан һәм район ветерандар советы рәйесе А. Ғ. Төлкөбаев, ветерандар хәрәкәте активистары — Асҡарҙан Арслан Лоҡманов (фотограф), Амангилденән Иштимер Ғүмәров, Яңы Балапандан Рәжәп Малыбаевтан торған 30 кешелек делегация күрше өлкәнең аҫаба башҡорттар төйәк иткән ҡунаҡсыл төбәгендә булып ҡайтты.

Алыҫ сәйәхәт тәьҫораттары тураһында был сәфәрҙе ойошторған Хәлил ауыл биләмәһенең ветерандар советы ағзалары һөйләй.

Әҙеһәм Хәмзин, мәғариф ветераны, Хәлил ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе:

— Арғаяш районын барып күреү йәшлек хыялым булды. Уның сәбәптәре бер нисә: студент саҡта саңғы ярышында Арғаяштан бик таһыл спортсылар — башҡорт егеттәре менән дуҫлашып киттем. Башҡорт дәүләт медицина институтының ҡабул итеү комиссияһы составында эшләгән йылдарҙа сығышы менән йәнә бер зыялы башҡорт ағайы, уҡыу йортоноң ректоры, медицина фәндәре докторы З. Ә. Ихсанов менән таныштым. Зәйнулла Әмин улы үҙ милләте өсөн янып торған, башҡортҡа ғына хас сабыр аҡыллы, тыйнаҡ, рухлы шәхес ине. Башлыса башҡорттар йәшәгән Арғаяш районын барып күреү теләге күңелемдә шул ваҡытта уҡ яралды. Хәлил ауыл биләмәһенең ветерандар советына етәксе булып килгәс, ошо хыялым хаҡында ойошма ағзаларына һөйләп, берәй яйы сыҡһа, бергәләп барып күрәйек, тип әйткән инем. Быйыл Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе ветерандар ойошмалары лидерҙарының тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны итеп нәҡ беҙҙең район һайланыуы, күрше өлкәнән килгән ҡунаҡтар алдында Хәлил ветерандарына сығыш яһау хоҡуғы тейеүе күптәнге ниәтемде тормошҡа ашырыуға беренсе аҙым булды. Арғаяш районы ветерандар советы рәйесе С. П. Кондратьева менән ошо сәфәр тураһында килештек. Транспорт мәсьәләһен хәл итеүҙә депутатыбыҙ Ҡ. М. Ғәзизов һәр ваҡыттағыса ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Ишбулды Күсәрбаев, мәғариф ветераны:

— Беҙҙең делегацияны Арғаяш районының сигендәге Яратҡол ауылында район ветерандар советы рәйесе Светлана Кондратьева, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Наталья Семинякина, Яратҡол ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Туҡтаров һәм урындағы йәмәғәт ойошмалары активистары, мәҙәниәт йорто артистары ихлас ҡаршы алды. Автобус килеп туҡтау менән дәртле йыр-бейеүҙәр башланды. Беҙ былай уҡ мәртәбәләп ҡаршыларҙар тип көтмәгәйнек. Тәүге тәьҫораттар уҡ күрше төбәктәге осрашыуҙың яҡшы үтәсәгенә ышандырҙы һәм артабан сәфәр дауамында тәьҫораттарыбыҙ байығандан-байый барҙы. Иң оҡшағаны: халҡы, уларҙың ябайлығы, ҡунаҡсыллығы. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, яҡты сырай, самауырҙар боһорап ултырған һыйлы табындар менән ҡаршыланылар.

Ғәлиә Ҡарамырҙина, балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан:

— Арғаяш районының тәбиғәте бик матур. Төбәк күлдәргә бай. Район майҙаны буйынса беҙҙекенән бәләкәй булһа ла, бында бөтәһе 56 күл бар. Өйәлге күле беҙҙең Яҡтыгүл кеүек шифалы батҡағы менән дан тота. Күл буйында 80-гә яҡын шифахана һәм курорт урынлашҡан. Юл буйындағы тәрбиәле баҫыуҙар һоҡландырҙы. Ҡарауһыҙ йөрөгән малдарҙы осратманыҡ.

Ринат Ғәлишин, Киров исемендәге колхозда бухгалтер булып эшләгән:

— Арғаяшта башҡорт мәҙәниәтенә ҙур иғтибар бүленеүе иғтибарҙы үҙенә тартты. Халыҡтың, ҡайҙа ғына барһаҡ та, башҡортса һөйләшеүе һоҡландырҙы ла, ғәжәпләндерҙе лә. Беҙ алдан урыҫлашҡан башҡорттар араһына барабыҙ тип күҙаллағайныҡ. 1790 йылда 5-се башҡорт кантоны башлығы Мөхәмәтҡолой Көсөков нигеҙ һалған Ҡолой ауылындағы урта мәктәптә ауылдың, башҡорт халҡының тарихи үткәнен, мәҙәниәтен, тормош-көнкүрешен сағылдырған бик бай тыуған яҡты өйрәнеү музейында булдыҡ. Музейҙа күренекле башҡорт шағирәһе, сығышы менән Арғаяш ҡыҙы Кәтибә Кинйәбулатоваға арналған мөйөш бар. Уның иҫтәлеге, төҫө булып ебәк еләне лә һаҡлана. Мәктәптә башҡорт теле бер нисә йыл элек кенә Башҡортостан Мә-ғариф министрлығы программаһы буйынса аҙнаға 5 дәрес уҡытылған. Ике йыл элек ул факультатив дәрес итеп ҡалдырылған, сәғәттәр ҡыҫҡартылып, 2 дәрескә ҡалған. Ҡолой ауылы китапханаһы башҡортса әҙәби китаптарға бик бай. Бүләк итеп алып килгән милли матбуғат баҫмаларын — «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарын тапшырҙыҡ.

Район мәҙәниәт йортонда ла башҡорт халҡының мәҙәниәте сағылдырылған мөйөш бар.

Руслан Дәүләтов, колхоздың элекке ревком рәйесе, ветерандар советы рәйесе урынбаҫары:

— Төшкө аштан һуң беҙҙе Ишалино ауылы янындағы алюмин банкалар етештереүсе «Болл» заводына алып киттеләр. Заводты Америка компанияһы төҙөгән, 2008 йылда сафҡа ингән. Завод төрлө эсемлектәр өсөн банкалар етештерә. Етештереү күләме тәүлегенә 3 миллион дана. Предприятиела 110 кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы 40-70 мең һум тирәһе. Бөтә процестар ҙа автоматлаштырылған. Бындай заводтар Рәсәйҙә өсәү генә.

Беҙгә завод буйлап сәйәхәт ҡылыу, уның эшмәкәрлеге менән танышыу һәм етештереү процесын күҙәтеү бәхете тейҙе. Тәүҙә инструктаж үткәрҙеләр. Махсус халаттар, күҙлек һәм ҡолаҡтарға тауыштан һаҡлаусы тығындар бирҙеләр. Предприятиела тәртип һәм таҙалыҡ хөкөм һөрә. Бында фотоға төшөү тыйылһа ла, беҙгә рөхсәт иттеләр. Быны беҙ үҙебеҙгә ҡарата ҙур хөрмәт итеп ҡабул иттек.

Нәйлә Күсәрбаева, мәғариф ветераны, ветерандар хоры етәксеһе:

— Cәнәғәт объектына экскурсиянан һуң район мәҙәниәт йортона килдек. Район башлығы Исрафил Вәлишин сәләмләне. Арғаяштарҙың был осрашыуға район кимәлендә етди әһәмиәт биреп, ентекле әҙерләнеүҙәрен билдәләп үтке килә. Концерттың тәүге өлөшөндә хужалар үҙҙәре сығыш яһаны. Арғаяшта төйәк иткән төрлө милләт вәкилдәренең мәҙәниәтен сағылдырған концертта күпселек номерҙар башҡортса булды. Был тәбиғи лә, сөнки районда 64 процент башҡорттар йәшәй. Башҡорт халҡының классик бейеүҙәре, туған телдә яңғыраған йырҙар күңелдәргә май булып яғылды. Район мәҙәниәт йортонда башҡорт бейеү коллективы эшләй, уның художество етәксеһе Ләйсән Ниғмәтуллина беҙҙең яҡташыбыҙ булып сыҡты.

Беҙ ҙә музыкаль күстәнәс алып барҙыҡ. Әйткәндәй, зал халыҡ менән тулы ине, һәр сығышыбыҙҙы көслө алҡыштар менән оҙаттылар. «Малайҙар» ансамблен оҙаҡ сәхнәнән ебәрергә теләмәнеләр, «Ынйы»ларҙың йырын йылы ҡабул иттеләр. Инструменталь ансамбль «Уралым» ҡобайырын башҡарҙы. Сығышыбыҙҙы хор башҡарыуында «Башҡортостан» йыры менән тамамланыҡ.

Айһылыу Таһирова, мәғариф ветераны:

— Сәфәр барышында беҙҙе ҡайҙа ғына алып барманылар, нимә генә күрһәтмәнеләр, кемдәр менән генә осрашманыҡ! Арғаяштарҙың йәнтөйәген яратыуы, уның тарихын ихтирам итеүе, ҡәҙерләп һаҡлауы һоҡланыу уятты. Быға миҫал булып, Губернское ауылындағы ошо ауыл биләмәһенән сыҡҡан яугирҙәргә арналған мемориал комплекс тора. Ул оҙаҡ йылдар дауамында төҙөлгән һәм тулыландырылған. Парк биләмәһендә ауылдың беренсе комсомолецы ҡәбере, Советтар Союзы Геройы В. С. Архиповтың бюст-һәйкәле, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә обелиск һәм яугирҙәрҙең исем-шәрифтәре яҙылған стела урынлашҡан. Һуңғы өс йылда паркты төҙөкләндереүгә урындағы хакимиәт ҙур иғтибар бүлгән. Легендар «Т-72Б» танкыһы, БТР, һуғыш заманынан ҡалған гаубицалар килтерелгән, Афғанстан, Чечня һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың да исемдәре мәрмәрташта мәңгеләштерелгән. Еңеү паркын ауыл халҡы тәрбиәләп тота.

Таһир Ҡарағолов, малсылыҡ ветераны:

— Кузнецк ауылында Ирина Буркованың тауистар фермаһында булыу һөйләп бөткөһөҙ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Элек эколог булып эшләгән ҡатын ике йыл элек тормош иптәше менән шәхси хужалығында үҙенсәлекле ҡоштар фермаһы булдырған. Ихаталағы ситлектәрҙә тауистарҙан тыш, дөйәғоштар, тауыҡтар, фазандар, өйрәктәр үрсетелә. Тауыҡтарҙың ниндәй генә тоҡомлолары юҡ. Кикеректәренә тиклем ҡап-ҡара Льюянг тауыҡтары хайран итте. Үҙенсәлекле ҡош-ҡортто төрлө илдәрҙән бик ҡиммәт хаҡҡа һатып алғандар. Мәҫәлән, фазандарҙы Тайвань һәм Япониянан килтергәндәр. Йомортҡанан инкубаторҙа баҫтырып сығарғандары ла бар. Ҡайһы бер йомортҡаларҙың бер данаһы 1500 һумға барып баҫа, ти хужабикә. Яҡын арала фермерҙар яңы кейектәр артынан Германияға юлланырға ниәтләй. Йәнле ҡапҡа эсендә тейендәр, себер боландары, ҡара сусҡалар аҫырала. Ихатала таҙа, матур, ял итеү өсөн махсус урындар ҙа бар.

Сәриә Килдейәрова, мәғариф ветераны:

— Район үҙәгендәге ике мәктәптә булдыҡ. Шау сәскәгә күмелгән 1-се мәктәп урамдан уҡ үҙенә тартып тора. Мәктәп менән директор Галина Чухнина таныштырҙы. Бында 700-ҙән ашыу бала уҡый. Ошонда уҡ мәктәпкәсә төркөмдәр урынлашҡан, кадет класы бар. Ашханала самауыр артында сәй эсә-эсә мәктәп тормошо тураһында видеояҙма ҡараныҡ. Баҡтиһәң, белем усағының кино һәм фотостудиялары бар икән. Балаларҙың конкурстарҙа ҡатнашҡан ижади эштәре стендтарҙа урын алған. Коридорҙағы диуарҙарға төшөрөлгән һүрәттәр ҙә уҡыусыларҙың ижад емештәре.

Мәктәптең спорт өлкәһендә район, өлкә, Рәсәй кимәлендәге еңеүҙәре бихисап. Ике спорт залы бар. Ихатала «Новатек» кампанияһы заманса стандарттар буйынса өр-яңы футбол майҙансығы, йүгереү юлдары төҙөгән. Уның йәнәшәһендә заманса баскетбол, волейбол майҙандары урынлашҡан.

Рауза Дәүләтова, сауҙа ветераны:

— Ғөмүмән, Арғаяшта спортҡа иғтибар ҙур. Яуланған еңеүҙәр өсөн белем усаҡтарына ҙур суммаларҙа гранттар бүленә. 1-се мәктәптәге әлеге спорт майҙансыҡтары 3,5 һәм 2,5 миллион һумға төшкән. Быйыл йәй Рәсәйҙә футбол буйынса донъя чемпионаты барғанда 1-се мәктәп командаһы Мәскәүҙә Италия юниорҙары менән осрашыуҙа еңеп ҡайтҡан. Был еңеү өсөн йәш спортсыларҙы «Орленок» лагерына путевкалар менән бүләкләгәндәр, беҙ барғанда балалар Ҡара диңгеҙҙә ял итә ине.

Зәйтүнә Әсәҙуллина, Һыуһылыу Ласынова, мәғариф һәм сауҙа ветерандары:

— 1-се мәктәп базаһында 1999 йылда география уҡытыусыһы Т. Г. Самсонова Геология музейын булдырылған. Тамара Григорьевна районда иң беренсе булып РФ Президенты грантына лайыҡ булған уҡытыусы. Етмеште артмаҡлаһа ла, әле лә дәртләнеп эшләп йөрөй. Музей фондында яҡынса 700 төрлө минерал һәм тау тоҡомо тупланған. Бында ябай рудаларҙан алып, алтын һәм алмазға тиклем урын алған. Һәр экспонаттың тәбиғи ятҡылығы һәм нисәнсе йылда табылыуы тураһында белешмә бар. Уларҙың күбеһен музей етәксеһе 1-се мәктәптең йәш геологтары менән бергә, экспедицияларҙа йыйған. Бында күҙҙең яуын алып торған Карелия шунгитын һәм 2013 йылда Сыбаргүлгә төшкән Силәбе метеоритының ярсыҡтарын да күрергә яҙҙы.

Ғәлиә Ғәлимова, элекке китапханасы:

— Сараның рәсми өлөшө осрашыуҙы йомғаҡланы. «Түңәрәк өҫтәл» эшендә район хакимиәте башлығы Исрафил Вәлишин, уның урынбаҫарҙары, Силәбе өлкәһе ветерандар советы рәйесе Анатолий Сурков, Ҡоншаҡ районы ветерандар советы рәйесе Жәүҙәт Мәхмүтов, Арғаяш районының бөтә ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм ветерандар хәрәкәте етәкселәре ҡатнашты. Район башлығы был осрашыу тәүгеһе һәм һуңғыһы булмаҫ, киләсәктә лә хеҙмәттәшлек дауам итер тигән теләктә ҡалды. Әбйәлил ветерандар советы рәйесе А. Ғ. Төлкөбаев район ойошмаһының эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Беҙҙең Хәлил ауыл биләмәһе ветерандар ойошмаһы рәйесе Ә. М. Хәмзиндың сығышы ла ихлас ҡабул ителде. Ул арғаяштарға инселәп алып килгән бүләгебеҙ — башҡортса китаптарҙы тапшырып үтте. Һөйләшеү аҙағында Әбйәлил һәм Арғаяш ветерандар советтары араһында артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Арғаяштарҙың үҙҙәрен ҡунаҡҡа саҡырып, бик йылы хушлаштыҡ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: