+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2018, 10:26

Һәйкәлде күрҙеләр

Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан Дәүләт ауыл биләмәһенең ветерандар ойошмаһы рәйесе В. И. Һибәтов Яңауыл һәм Ҡушый ауылдарының оло йәштәгеләре өсөн үҙенсәлекле бүләк яһаны.

Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан Дәүләт ауыл биләмәһенең ветерандар ойошмаһы рәйесе В. И. Һибәтов Яңауыл һәм Ҡушый ауылдарының оло йәштәгеләре өсөн үҙенсәлекле бүләк яһаны.

Был көндө ошо ауылдарҙағы инәй-апалар, ағай-апайҙар махсус рәүештә бүленгән мәктәп автобусына тейәлеп, кемдәрелер шәхси автомобилдәрендә Асҡарға юлланды. Район үҙәгенә килеүҙәренең төп маҡсаты — быйыл йәй китапхана янында ҡалҡып сыҡҡан тыл ветерандары һәм һуғыш балалары хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлде үҙ күҙҙәре менән күреү, шулай уҡ ололар көнө уңайынан төп майҙанда ойошторолған байрам сараларының шаһиты булыу ине.

Китапхана янына килеп туҡтағас, барыһы ла, күптәре ярҙамсыһыҙ йөрөй алмаһа ла, һәйкәлде яҡындан барып ҡараны, һуғыш ауырлыҡтарын күреп-кисергәндәр хөрмәтенә сәскәләр һалды.

Оло быуын вәкилдәре алдында сығыш яһап, район ветерандар советы рәйесе А. Ғ. Төлкөбаев уларҙы байрам уңайынан тәбрикләне һәм һәйкәлде төҙөү тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтте.

— Һуғыш осорондағы ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар кисергән михнәттәрҙе хәтерләткән был һәйкәлдең барлыҡҡа килеүендә һәр кемегеҙҙең өлөшө бар, сөнки Дәү-ләт ауыл биләмәһе халҡы иғәнә индереүҙә әүҙем булды. Ейән-ейәнсәрегеҙҙе, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙҙе бында алып килеп, күрһәтеп, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яугирҙәр-ҙең генә түгел, тылдағыларҙың да батырлығы хаҡында һөйләп, үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә булышлыҡ итә алаһығыҙ, — тине Ансар Ғаттар улы.

— Һәйкәлдәге ҡатындың ҡу-лындағы көлтә, яурынындағы ураҡ нәҡ беҙҙе хәтерләтә. Беҙ ҙә көлтә бәйләнек, уны эҫкерткә лә һалдыҡ, ат менән ташыныҡ, —тине 90 йәшлек тыл ветераны Һәнеүәт инәй Ишбирҙина.

— Беҙ атайһыҙ үҫкән быуын. Әҙәм булып киткәнсе, күпме ауырлыҡтар күрҙек. Ил-йорт тыныс торһон, башҡа һуғыш булмаһын, — тип дауам итте уның һүҙҙәрен Рәсимә Хисмәтова.

— Өләсәйемдең алты улы менән ейәне илде һаҡларға яуға ки-теп, бер улы ғына Еңеү менән ҡайта. Һуғыш михнәттәрен беҙ ҙә аҙ татыманыҡ, — был Рәсимә Һибәтованың һүҙҙәре.

Ҡушый ауылының ветерандар ойошмаһын етәкләгән Гөлсирә Иш-бирҙина үҙҙәренең дә ярҙамы менән ҡуйылған һәйкәлде күреүҙе ойошторған Вәзир Истамғол улына, Ансар Ғаттар улына рәхмәт белдерҙе:

— Йәш быуын өсөн һәйкәл — тере тарих, ғәмәлдәге әсбап. Балаларға һәйкәлде күрһәтеп, ул осор кешеләре күргән ауырлыҡтар хаҡында бәйән итһәк, уларға һабаҡ буласаҡ.

Артабан яңауылдар һәм ҡушыйҙар һәйкәл янында иҫтәлеккә фотоға төшөп, Асҡарҙың үҙәк майҙанында Ололар көнө айҡанлы ойошторолған сараларҙа ҡатнашты, район кимәлендәге етәкселәрҙең ҡотлауҙарын ҡабул итте, байрам концертын ҡарап кинәнде.

Улар өсөн байрам саралары бының менән генә тамамланы. Яңауылда ла, Ҡушыйҙа ла Асҡарға барып ҡайтҡан оло йәштәгеләрҙе ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары байрам табыны әҙерләп көтә ине. Сәй артында инәй-апаларҙың экскурсияла күреп-белеп ҡайтҡандары хаҡында һөйләп һүҙҙәре бөтмәне.

Вәзир Истамғол улы, көндәр йылы торғанда ошо изге ниәттә Дәүләт ауылының да ветерандарының Асҡарға сәйәхәтен ойоштороу-ҙы планлаштыра.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: