+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Ноябрь 2018, 13:13

Асҡарҙа йәрминкә гөрләне

Йомала Асҡар ауылының үҙәк майҙанында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантана уҙҙы. Был көндө шулай уҡ район халҡы көтөп алған ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторолдо.

Йомала Асҡар ауылының үҙәк майҙанында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантана уҙҙы. Был көндө шулай уҡ район халҡы көтөп алған ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторолдо.

Бында ике яҡ өсөн дә отошло сауҙала тауар төрлөлөгөнөң бай булыуы күҙгә ташлана. Райондың төрлө ауылдарынан килгән һатыусылар халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек тауарҙар тәҡдим итте.

Һатып алыусылар бойҙай, арпа, һолоно күпләп һатып алды. Әбйәлил дәүләт сорт участкаһынан килгән бойҙайҙы шунда уҡ алып бөттөләр. «Башаҡ»тың, «Аграрий»ҙың, «Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалының иген культуралары тейәгән машиналары янынан да сират өҙөлмәне.

Шулай уҡ төрлө ауылдарҙан килгән кешеләр, фермер хужалыҡтары йылҡы, һарыҡ һәм ҡош-ҡорт ите тәҡдим итте. Ҡаҙмаштан килтерелгән ҡартаны ла бик яратып алды йәрминкәгә килгәндәр. Хәлилдә үҫтерелгән картуфты ла теләп алыусылар табылды. Көҙгө йәрминкәләрҙең йәме булған шифалы балды, унан әҙерләнгән препараттар, дарыу үләндәрен дә һайлап алыу мөмкинлеге булды. Ғөмүмән, был көндө берәүҙәр үҙҙәре үҫтергәнде һатып аҡса эшләһә, икенселәр ҡышҡылыҡҡа осһоҙ хаҡҡа сифатлы мал аҙығы ла, аҙыҡ-түлек алып та һөйөнә.

Байрамға йыйылғандарҙы район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов тәбрикләне.

— Беҙ Рәсәйҙең көслө йәмғиәте һәм үҫешкән иҡтисады булған сәскә атыусы ил булыуын теләйбеҙ. Быға беҙ социаль-иҡтисади үҙгәрештәрҙең еңел булмаған мәсьәләләрен хәл итеүгә бөтә көсөбөҙҙө йүнәлтеп, бергәләп өлгәшергә мөмкин. Нәҡ халыҡтың берҙәмлегендә Рәсәй дәүләтенең бөйөклөгө, суверенлылығы сағыла ла инде. Төп бурысыбыҙ — балаларыбыҙ, киләсәгебеҙ хаҡына тыныслыҡты һаҡлап ҡалыу, — тине Илдар Таһир улы байрам телмәрендә.

Байрам саралары сиктәрендә район мәҙәниәт йортоноң, Хәлил, Сиҙәм, Михайловка һәм башҡа ауылдарҙың үҙешмәкәр сәнғәт һөйөүселәре бай концерт программаһы тәҡдим итте, шулай уҡ төрлө спорт ярыштары үтте.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы ауыл биләмәләре үҙәктәрендә лә байрам саралары ойошторолдо.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: