+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ноябрь 2018, 11:57

Һәр телевизорға — 20 бушлай канал

2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсәсәк.

2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсәсәк. Был башланғыс «2009–2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә бойомға ашырыласаҡ. Һанлы телевидение нимә ул? Уға нисек күсергә, бының өсөн ни эшләргә кәрәк?

Йыл аҙағына тиклем тотош ил биләмәһе Рәсәй теле-радиотапшырыуҙар селтәренең ике мультиплексы — РТРС-1 һәм РТРС-2 сигналы менән тәьмин ителергә тейеш. Һанлы телевидениены һайлаусылар абонент хаҡы түләмәйәсәк, йәғни тулыһынса бушлай 20 федераль каналды ҡарау һәм өс радиостанция тапшырыуҙарын тыңлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Әммә был әлеге алымда телетапшырыуҙар күрһәтеүҙең тулыһынса туҡтауын аңлатмай, бары тик дәүләт тарафынан уның өсөн субсидия бүленмәйәсәк. Шуға күрә, һәр телеканал әлеге алым менән күрһәтеүҙе һаҡлау-һаҡламауҙы үҙе хәл итә һәм сығымдарҙы ҡаплай. Мәҫәлән, Беренсе канал, НТВ кеүек ҙур телекомпаниялар әлеге форматта ҡаласағын белдерҙе. Күпселек ҡулланған кабель операторҙарына килгәндә, улар үҙҙәре яйлап «һанлы» күрһәтеүгә күсәсәк, ә абоненттарға бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Тик һанлы телевидениены һайлаусыларҙан айырмалы рәүештә, улар кабель операторҙары хеҙмәте йәки юлдаш антенналары өсөн абонент хаҡы түләүҙе дауам итәсәк. Барыбыҙ ҙа ҡараған Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һанлы күрһәтеүгә күсмәйәсәк. Сөнки төбәк телеканалдарының береһе лә Рәсәй теле-радиотапшырыу селтәренең ике төп мультиплексына индерелмәгән, шуға күрә улар, шул иҫәптән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла эшмәкәрлеген әлеге алымда дауам итәсәк.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын ҡарау өсөн универсаль антенна һатып алырға йәки һанлы ҡорамал (приставка) урынлаштырған хәлдә метрлы диапазонда ҡабул иткән антеннаны һаҡларға кәрәк буласаҡ.

Һанлы телевидениеның өҫтөнлөктәре нимәлә һуң? Һанлы сигнал сифатына һауа торошо йоғонто яһамай. Бынан тыш, экрандағы сағылыштың, тауыштың күпкә сифатлыраҡ, таҙараҡ булыуын, каналдар һанының күплеген һәм башҡа ыңғай яҡтарын билдәләргә мөмкин. Тағы ла бер ҙур өҫтөнлөгө — һанлы телевидение иҡтисади йәһәттән отошло.

Күптәр әлеге телевизорҙар һанлы телевидение ҡарау өсөн бармаясаҡ тип хафалана. Быға аңлатма биреү кәрәктер: 2013 йылдан һуң етештерелгән заманса телевизоры булған кешеләргә дециметрлы диапазонлы антеннаға эйә булыу етә. Уның шәхси, коллектив, тышҡа йәки бүлмәгә ҡуйыла торған төрҙәренең барыһы ла ярай. Ә инде 2013 йылға тиклем сығарылған телевизор эйәләренә антенна һәм һанлы приставка алырға кәрәк. Приставка электроника магазиндарында һатыла, хаҡы яҡынса 1000 һум тирәһе. Ошо шарттарҙы үтәп, телевизорығыҙҙы көйләһәгеҙ, 20 һанлы телеканал һәм шуларға өҫтәп, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарау мөмкинлегенә эйә булырһығыҙ.

Башҡортостанда һанлы эфир телеселтәре булдырыу менән Рәсәй теле-радиотапшы-рыуҙар селтәре филиалы — «Башҡортостан Республикаһы радиотелетапшырыу үҙәге» шөғөлләнә. Бынан тыш, төбәк консультация ярҙамы үҙәге, тәүлек әйләнәһенә эшләгән бушлай федераль «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны (8-800-220-20-02) булдырылған.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: