-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ноябрь 2018, 11:49

Бәхил бул, Ағай!

Рухташым Әсхәл ағайҙың арабыҙҙан китеп барыуы көтмәгәндә булды.

Рухташым Әсхәл ағайҙың арабыҙҙан китеп барыуы көтмәгәндә булды. Икенсе инсультҡа ла бирешмәгәйне ул, үҙендә йәшәү көсө тапты — ингән-сыҡҡандар менән һин дә мин аралашты. Ә өсөнсөһөн күтәрә алманы — баҡыйлыҡҡа күсте.

«Ағай» һүҙен ҙур хәрефтән яҙыуым юҡҡа түгел. Сөнки беҙҙең халыҡта интеллигенция вәкилдәрен, бигерәк тә уҡытыусыларҙы һәм әҙиптәрҙе, борон-борондан «ағай»-«апай» тип йөрөткәндәр. Әсхәл Әхмәт-Хужа ла үҙ тиҫтерҙәре менән беҙҙең һәм беҙҙән кесерәктәр өсөн ысын мәғәнәһендә «Ағай» булды.

Алтмышынсы йылдарҙа бер саф булып, таланттарын балҡытып башҡорт әҙәбиәтенә килеп ингәндәр араһында мөһәбәт кәүҙәһе, көмөштәй саф тауышы, ил-йорт тарихын яҡшы белеүе менән башҡаларҙан айырылып торған беҙҙең Ағай ҙа бар ине. Улар Рәми Ғарипов мәктәбе уҡыусылары ине.

Был таланттар менән етмешенсе йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда яҡындан танышырға һәм аралашып йәшәргә насип булды. Сөнки вузда яҙлы-көҙлө «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге ойошторған шиғриәт байрамдарына Мостай Кәрим ҡәләмдәштәре Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Давид Кугультинов, Сыңғыҙ Айтматов, Михаил Дудин һәм башҡалар менән килер ине. Ә был кисәләрҙең уртаһында Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Сафуан Әлибаев, Ҡәҙим Аралбаев, Динис Бүләков һәм беҙҙең Ағай булды. Улар араһында илһамланып, һәр һүҙҙең бәҫен, яңғырашын йөрәк түренән сығарып, үҙ күңеле ярһыуынан үҙе осоп китерҙәй булып ҡанатланып шиғыр уҡыған Әсхәл Әхмәт-Хужаға был тәңгәлдә тиңләшеүсе булмай торғайны.

Аҙаҡ инде Ағайҙың шиғри-сәсмә сығыштарын тыңларға, уның менән төрлө темаларға әңгәмәләр ҡорорға тура килде. Һәм ул һәр саҡ үҙенең булмышына, тәбиғәтенә тоғро ҡалды — ниндәй генә шарттарҙа булмаһын, Р. Ғарипов әйткән «Бер телдән дә телем кәм түгел» тигән хәҡиҡәтте алға ҡуйҙы һәм башҡорт телен һаҡлар, яҡлар ҡалҡан ише булды. Һәр сығышында телебеҙҙең һүҙ байлығын яҡшы белеүе һәм шуны бик урынлы ҡулланыуы менән Ағай үҙ тыңлаусыларын, әңгәмәләштәштәрен һүҙҙең бәҫен, әһәмиәтен, баһаһын, көс-ҡеүәтен һәм урынын тойорға-белергә өйрәтте.

Замандар ауырайып, Өфөлә китап сығарыу ныҡ ҡыйынлашҡас, Ағай район типографияһында шиғырҙар йыйынтығын баҫтырыуҙы кәмһенеүгә һанаманы. Киреһенсә, ихласлап шул эшкә тотондо. Һәм ул хаҡлы булып сыҡты. 2008 йылда район мәҙәниәт йортон ҙурайтып, матурлап йүнәткәндән һуң ойошторолған тантанаға килгән республика Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа Ағай «Әбйәлилем — тыуған илкәй» китабын бик матур арнау менән бүләк итте. Был редакция менән типографияның шул саҡтағы хеҙмәткәрҙәренең эшенә лә юғары баһа ине. Һәм мин, бөгөн булһа, фиҙаҡәр, ихлас эштәре өсөн редакция-нәшриәт комплексы ҡыҙҙарына рәхмәтлемен.

Ә Ағайҙың «Осҡон» менән ныҡлы бәйләнеше алтмышынсы йылдарҙан килә. Ул редакцияла бер йыл эшләп китә. Шул саҡта «Йәйғор» әҙәби түңәрәген ойоштора. Бөгөн ул республикала билдәле әҙәби мәктәп. Тәүге сынығыуҙы унда райондаштарыбыҙ Айһылыу Йәғәфәрова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Иҙрис Ноғоманов һәм башҡа күптәр — БР Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзалары алған.

Тыуған илем, ерем, телем, Әбйәлилем тип йән атып йәшәгән Әсхәл Ағайҙың әҫәрҙәре юғары уҡыу йорттары һәм мәктәп программаларына индерелгән. Күп китаптары шәхси китапханаларҙа. Тимәк, Ағай беҙҙең арала, беҙҙең менән бергә. Уның шиғырҙары һәм поэмалары, робағиҙары йәшәүебеҙгә дәрт һәм илһам, йорт-илебеҙгә, телебеҙгә һөйөү, уларҙы яҡлау һәм һаҡлау хисенә ут-ялҡын өҫтәй.

Әсхәл Әхмәт-Хужа быуыны башҡорт әҙәбиәтендә ҡабатланмаҫ дәүер булды. Һәм Ағайҙың ижади мираҫының поэтикаһын өйрәнеүселәрҙең булырына иманым камил.

Бәхил бул, Ағай! Йәнең йәннәттә булһын!

Самат ФӘЙЗУЛЛИН,

«Осҡон» гәзитенең 1994-2009 йылдарҙағы мөхәррире.
Читайте нас: