Йылдағыса Әсәләр көнө алдынан район мәктәптәре уҡыусылары үҙҙәренең иң һөйөклө кешеләренә арнап шиғырҙар ижад итә, инша яҙа. Быйыл һеҙҙең иғтибарға 1-се Асҡар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Абдуллина етәкселегендәге 3-сө класта белем биреүсе балалар яҙған иншалар шәлкемен тәҡдим итәбеҙ.
«Минең әсәйем — донъялағы иң матур һәм аҡыллы кеше. Ләйсән Вәкил ҡыҙы 1-се Асҡар мәктәбендә балаларға белем бирә. Үҙенең эшен бик ярата. Өйҙә лә ул барыһына өлгөрә, беҙгә тәмле-тәмле аштар бешерә, Рушан ҡустым менән мине эшкә өйрәтә. Беҙ ҙә уға ярҙам итергә тырышабыҙ. Байрам менән, әсәй! Мин һине яратам!»
«Минең өсөн әсәйем — донъялағы иң яҡшы кеше. Ул миңә өйгә эштәрҙе әҙерләргә ярҙам итә, ә мин уға өй эсендә булышам. Әсәйем мине бешерергә, бәйләргә, сәскәләр үҫтерергә лә өйрәтә. Икәүләшеп салаттар эшләйбеҙ, кекс, бәлештәр бешерәбеҙ. Әсәйемде ныҡ-ныҡ яратам!»
«Һәр кемгә үҙенең әсәһе ғәзиз. Минең өсөн дә иң уңған, иң сибәр һәм иң һылыу — минең әсәйем. Уның исеме Ләйсән. Яҙҙың тәүге ямғыры кеүек наҙлы, саф ул.
Әсәйем мәктәптә инглиз теленән уҡыта. Эшен бик ярата, көн һайын шатланып, ҡыуанып мәктәпкә бара. Балалар ҙа уның дәрестәрен яратып көтөп ала.
Әсәйем бик уңған хужабикә. Атайым менән ҙур итеп йорт һалдылар, өйөбөҙҙөң эсендәге һәр нәмәлә әсәйемдең ҡулы тойола. Ул гөлдәр үҫтерә, түшәктәр бәйләй, бөтә нәмәне бөхтә итеп тота. Ә бешергән аштары телеңде йоторлоҡ тәмле. Бигерәк тә әсәйемдең бәлеш, билмән, ҡоймаҡтарын яратам.
Әсәйем баҡса үҫтерергә лә ярата. Был эште мин уның кеүек еренә еткереп, дөрөҫ эшләргә тырышам, түтәлдәрҙе гел утап торам. Өйҙә саң һөртөү, иҙән йыуыу кеүек эштәрҙә ярҙамлашам.
Минең әсәйем иң һылыуы, ҡояш кеүек ул. Гел балҡып, йылмайып йөрөй. Эштән ҡайтҡанын һағынып көтөп алабыҙ. Ул өйҙә булмаһа, донъябыҙ шыҡһыҙ, күңелһеҙ кеүек.
Әсәйем миңә бик иғтибарлы: саҡ ҡына ауырыһам да янымдан китмәй, төнө буйы керпек ҡаҡмай ултырып сыға ҡайһы ваҡыт, төҙәлгәнемсә бойоҡ йөрөй. Минең уңыштарыма үҙенекеләй һөйөнә. Мин дә уны борсомаҫҡа, тик яҡшы билдәләргә өлгәшергә тырышам, сөнки мин уны бик яратам!