+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Декабрь 2018, 12:26

Велосипед хужаһын көтә

3 декабрҙән киләһе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы матбуғатҡа, шул иҫәптән «Осҡон» гәзитенә ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды.

3 декабрҙән киләһе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы матбуғатҡа, шул иҫәптән «Осҡон» гәзитенә ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды.

— Велосипед уйнатыласағын ишетеп, киләһе осорға гәзиткә тиҙерәк яҙылырға ине, — тип килеп инде редакцияға Ғ. Ғ. Абдрахманов.

Спорт менән дуҫ булған гәзит уҡыусыбыҙ Ғаяз бәләкәйҙән велосипедта йөрөргә ярата, Исхаҡтан Буранғолға йөрөп уҡығанда ла төп көс ошо транспорт сараһына төшә. Унан инде водитель танытмаһы алып, шофер булып эшләгәс, үҙенә еңел автомобиль алып ебәргәс, оҙаҡ йылдар машинанан төшмәй тиерлек.

— Һуңғы ваҡытта ҡабаттан велосипедҡа ултырҙым. Хәрәкәттә — бәрәкәт тигәндәй, иң беренсе, һаулыҡ өсөн яҡшы ул. Икенсенән, мал эҙләп урман-ҡырға сыҡҡанда уңайлы ла. Хәҙер Асҡар урамдарынан машина менән үтеп булмай тиерлек, уны ҡуйып китер урын да юҡ. Шуға ла «центр»ға велосипед менән сығыуҙы хуп күрәм, һөйәнең дә киттең, — ти Ғаяз Ғимаҙи улы.

— «Осҡон» уҡыусыларынан бәхетле берәүгә шәп бүләк әҙерләнгән. Дүрт төрлө тиҙлектәге был велосипедты отҡанда шәп булыр ине, — тине Ғаяз Абдрахманов велосипедҡа ултырып ҡарап.

Төп приз — велосипед уйнатыласаҡ уйында ҡатнашыу өсөн 15 декабргә тиклем гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсермәһен редакция адресына ебәрергә кәрәк. Велосипед һеҙҙе көтә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

«Осҡон»ға яҙылыу өсөн почта бүлексәләренә, почтальондарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, редакцияға килеп тә яҙылырға була.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: