+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Декабрь 2018, 12:26

Рухи хазинабыҙ

Әбйәлилдең күренекле сәсәне Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың тыуыуына 160 йыл тулыу уңайынан үҙәк район китапханаһында хәтер кисәһе һәм «Әйтер һүҙем бар» исемле йыйынтығының исем туйы үтте.

Әбйәлилдең күренекле сәсәне Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың тыуыуына 160 йыл тулыу уңайынан үҙәк район китапханаһында хәтер кисәһе һәм «Әйтер һүҙем бар» исемле йыйынтығының исем туйы үтте.

— Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙы «Әбйәлилдең тарихта билдәле тәүге шағиры» тип атар инем, — тине сараны асып, китапхана хеҙмәткәре Рәхимә Мусина. — Уның ни бары илле шиғыры беҙҙең көндәргә килеп еткән. Уларҙы беҙ, «Осҡон»доң ул ваҡыттағы мө-хәррире Самат Фәйзуллин, сәсәндең ейәне Шамил, бүләләре Ишморат, Салауат Әминевтар ярҙамы менән ун йыл элек төрлө сығанаҡтарҙан туплап, йыйып район типографияһында «Сәләм булһын һуңғыларға» исемле китап итеп баҫтырып сығарғайныҡ. Самат Исҡужа улының ныҡышлығы менән быйыл ул «Китап» нәшриәтендә лә баҫылып, донъя күрҙе. Ғалимә Зәйтүнә апай Шәрипова матур ғына инеш мәҡәлә яҙған. Заманында Шафиҡ Тамъяниҙың шиғырҙары тоҡ-тоҡ итеп юҡ ителгән. Үҙен һөргөнгә хөкөм иткән ерҙән Әбделғәзе ауылы халҡы яҡлап алып ҡалған. Юҡ ителһә лә, шиғырҙары халыҡ теленән төш-мәгән, дәфтәрҙән-дәфтәргә күсереп, телдән-телгә тапшырылып, 70-се йылдарҙа ғына халыҡ ижадын өйрәнеүсе Әхмәт Сөләймәнов, Ғайса Хөсәйенов кеүек ғалимдар ҡулына эләгеп, фәнни нигеҙҙә өйрәнелә, төрлө йыйынтыҡтарға индерелә. Хәҙер Тамъяниҙың ижады мәктәп дәреслектәрендә лә булыуы ҡыуаныслы.

Китапханалағы хәтер кисәһенә сәсәндең ижадын яҡшы белгән кешеләр йыйылғанға күрә, ул барыһы өсөн дә ҡыҙыҡлы булды, төплө, йөкмәткеле сығыштар яңғыраны. Марс Сәйетғәлин сараны шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа яҙған «Тамъяниҙың әйткәне» шиғыры менән асып ебәрҙе. Самат Фәй-зуллин китапты нәшер итеү тарихын һөйләне. Шафиҡ Тамъяниҙың бүләһе — Йәнгелдән Салауат Әми-нев олатаһының шиғри һәләтен мираҫ итеүен раҫлап, үҙе сығарған таҡмаҡтарҙы әйтеп, йырлап ишеттерҙе. Бүләсәре — Әлмөхәмәттән Зөбәйлә Зарипова «Урал» мөнә-жәтен башҡарҙы. Әбделғәзелә йәшәүсе бүләсәре Гөлсәсәк Усманова олатаһының шиғырҙарына күңел йылыһы һалып, байҡау яһаны, Дәүләттән Мәрйәм Әминева иһә биографияһына туҡталды. Әбделғәзенән Әлфиә Ғәлләмова, Фәхирә Исмәғилева, сәсәниәләр Хәнифә Әүбәкирова менән Вәсилә Садиҡова, Фатима Һибәтова шиғри-йырлы күстәнәстәр менән килгәйне. Ветеран уҡытыусылар Зөһрә Усманова, Фәүҡинур Сафина Шафиҡ сәсәндең ижады буйынса үҙҙәре мәктәптә үткәргән республика кимәлендәге саралар тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Район етәкселеге исеменән мәғлүмәт-аналитика бүлеге на-чальнигы Радик Рәхмәтуллин, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева сығыш яһаны һәм данлы яҡташыбыҙҙың ижады онотолмауына, китап рәүешендә киләсәк быуынға еткереләсәгенә ҡыуаныс белдерҙе.

Кисәлә оло рухи хазина хакимлыҡ итте, шағирҙың яҡты образы һәр кемдең күңел түренә үтеп инде.

Ф. НИЗАМОВА.

Читайте нас: