– 11 ай йомғаҡтары буйынса, 2017 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, тыуым күрһәткесе 20-гә артты, үлем осраҡтары икәүгә кәм булды. Былтыр 600-сөтыуыу тураһындағы таныҡлыҡты 25 декабрҙә бирҙек. Йыл аҙағына тыуым күрһәткесе 611 булды. Һуңғы йылдарҙы ҡарағанда иң түбән тыуым 2017 йылға тура килде. 2016 йылда районда 709, 2015 йылда 787 бала донъяға килде. Демографик үҫештә ағымдағы йылда ыңғай динамика күҙәтелеүе Хөкүмәт кимәлендә күрелгән етди саралар, ғаиләләргә бирелгән яңы социаль ярҙам төрҙәре булышлыҡ итә, тип уйлайым,– ти ЗАГС бүлеге мөдире Ф. М. Әхмәтова.