Ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгөн көтөп алыусылар юҡ түгел — бар! Осто-осҡа ялғап, һәр һум-тинде иҫәпләп йәшәгән ауыл халҡы яратҡан, ғәҙәт иткән гәзит-журналдарына яҙылғанда әҙ булһа ла ташлама менән файҙаланып ҡалырға тырыша.
— Әбделмәмбәт почта бүлексәһендә декадниктың тәүге көнөндә «Осҡон»ға 15 квитанция тултырылды, — тип хәбәр итте почта мөдире Земфира Ҡунаева. Бынан тыш Әбделмәмбәт, Мәхмүт ауылдарын хеҙмәтләндереүсе почтальон Байрамбикә Диярова ла, өй беренсә йөрөп, подписка абонементы тултыра. Әбделмәмбәт урта мәктәбенең уҡытыусылар коллективы киләһе йыл «Осҡон»һоҙ ҡалмаясаҡ. Район баҫмаһының электрон версияһына яҙылыусылар бар. Мәктәпкәсә төркөмдә эшләүсе дүрт хеҙмәткәр ҙә район баҫмаһына яҙылдыҡ, тип ышандырҙы. ФАП мөдире Фирүзә Сөләймәнова ла күптән гәзиткә яҙылған булып сыҡты. Аҙна аҙағына декадникты файҙаланып район баҫмаһына яҙылыусылар һаны почта бүлексәһе буйынса 46-ға барып етте.
Хәлил почта бүлексәһе буйынса ла матбуғатҡа яҙылыуҙа йәнлелек күҙәтелә. Яҙылам тигәндәргә почтаға барып йөрөргә түгел. Почтальондар Лиза Мырҙабаева һәм Вәлимә Шөғүрова өйҙәренә, йә эш урындарына барып абонемент тултыра, хатта яҙылмайым тигәндәренең дә уң яғына сығырға тырыша улар. Һирәк-һаяҡтар почтаға килеп яҙыла. Лиза Камил ҡыҙы быйыл тәүге ярты йыллыҡта 100 дана «Осҡон»ға яҙҙырыуға өлгәшкәне өсөн редакцияның махсус бүләгенә лайыҡ булғайны. Был юлы ла бәйгенән тороп ҡалмаҫҡа, тип дәртләнеп йөрөй. Почтальон менән бергә мәҙәни-ял үҙәгенә, урта мәк-тәпкә, ФАП-ҡа, магазиндарға инеп сыҡтыҡ. Юлыбыҙ уңды: шул арала өс кеше «Осҡон»ға яҙылды. Тағы ла өсәү ошо ун көнлөк эсендә мотлаҡ яҙыласаҡмын, тип вәғәҙәләп ҡалды.
Хәлил ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А. Б. Хәйбуллин подписка мәсьәләһе буйынса ауыл активы, урындағы учреждениелар вәкилдәре менән һөйләште.