-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Декабрь 2018, 17:53

Тоғро дуҫтарыбыҙҙа ҡунаҡта!

Ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы яҙылыу ун көнлөгөн файҙаланып, Хәмит ауылында гәзиткә яҙылыусылар көнө ойошторолдо. Халыҡ менән осрашыу ауыл клубында үтте.

Ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы яҙылыу ун көнлөгөн файҙаланып, Хәмит ауылында гәзиткә яҙылыусылар көнө ойошторолдо. Халыҡ менән осрашыу ауыл клубында үтте.
Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге директоры В. Ә. Илһамов йыйылыусыларҙы гәзит эше нескәлектәре, гәзит уҡыусылар менән бәйләнеш хаҡында һөйләп, коллектив алдына ҡуйылған бурыстар менән таныштырҙы һәм беҙҙең эшкә, «Осҡон»доң йөкмәткеһенә, биҙәлешенә ҡарата тәҡдимдәрен, тәнҡит һүҙҙәрен әйтеүҙәрен һораны.
–Донъя, республика һәм район яңылыҡтары, халыҡтың йәшәйеше, уҙған саралар менән таныштырып барған «Осҡон» һәр өйгә килергә тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Район гәзите беҙҙең өйҙәрҙә көтөп алынған ҡунаҡ, почта килеү менән иң элек «Осҡон»до ҡулға алабыҙ, бер генә хәрефен дә төшөрөп ҡалдырмай, уҡып сығабыҙ, – тип күңелдәребеҙҙе күтәреп ебәрҙе хәмиттәр.
Гәзит кенә түгел, халыҡты борсоған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшкәндән һуң гәзиткә яҙылыусылар араһында приздар уйнатылды. Киләһе ярты йыллыҡҡа «Осҡон»ға яҙылған хәмиттәрҙең күбеһе бүләк отоп һөйөндө һәм артабан да район гәзитенән айырылмаясаҡтарын әйтеп хушлашты.
Читайте нас: