+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Декабрь 2018, 17:46

Хоспис ярҙамға мохтаж

Район гәзиттәре редакциялары башлап ебәргән хосписҡа ярҙам күрһәтеү буйынса мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә.

Район гәзиттәре редакциялары башлап ебәргән хосписҡа ярҙам күрһәтеү буйынса мәрхәмәтлек акцияһын дауам итеп, район ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенән игелек десанты дауалау учреждениеһында булды. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева килтергән үтек, электр сәйнүге, кер үтекләү һәм киптереү ҡорамалдарының һис шикһеҙ кәрәге тейәсәк. Р. М. Әғзәмова кер йыуыу порошогы, белизна кеүек көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр тапшырҙы. Ҡырҙас ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, мәҙәниәт хеҙмәткәре Роза Хәйруллина хосписта дауаланыусылар алдында кескәй генә концерт ҡуйҙы, матур йырҙары менән хисләндерҙе, шиғырҙар уҡып йыуандырҙы. Хоспис мөдире вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. С. Иҫәнбулатова ярҙам һәм иғтибар өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Пациенттар ҙа изге ниәт менән йөрөүселәргә фатиха биреп оҙатты.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: