-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Декабрь 2018, 18:34

Туй килә, туй!

Сафлыҡ, паклыҡ булып ергә ап-аҡ ынйы ҡарҙар яуған сихри мәлдә ауылдарға йәм өҫтәп туйҙар гөрләй.

Сафлыҡ, паклыҡ булып ергә ап-аҡ ынйы ҡарҙар яуған сихри мәлдә ауылдарға йәм өҫтәп туйҙар гөрләй. Ошо көндәрҙә Иҙәш Ҡусҡары ауылы егете Йәмил Хисмәтов Таҡһыр ауылы һылыуы Эльмираны ғүмерлеккә йәр итте. Ҡарап туйғыһыҙ матур пар ата-әсәләрен, туғандарын ҡыуандырып, айыҡ туй үткәрҙе. Йәштәрҙе туй тантанаһы менән ҡотларға район хакимиәте вәкилдәре Нәдилә Фәттәхова менән Линиза Сәғәҙиева ҡотланы, бүләк тапшырҙы.
Эльмира менән Йәмил ғаилә тормошон эскеһеҙ башлауы, уларҙың артабан да иманлы, өлгөлө булыуҙарына ныҡлы нигеҙ. Кейәү менән кәләштең бар хыялдары тормошҡа ашһын, ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙҙылыҡ килтермәй, бөгөнгөләй һоҡланғыс пар булып, мөхәббәтле, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Аҡ юл һеҙгә, Эльмира һәм Йәмил!
Читайте нас: