+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Декабрь 2018, 19:47

Иҙәштәр сәләмәт тормош яҡлы

«Сәләмәт ауыл» конкурсына Иҙәш Ҡусҡары ауылы халҡы дәррәү ҡушылды.

«Сәләмәт ауыл» конкурсына Иҙәш Ҡусҡары ауылы халҡы дәррәү ҡушылып, йыл дауамында төрлө саралар, ярыштар үткәрҙе, конкурсты ойоштороусылар ҡуйған бурыстарҙың һәр талабын үтәргә тырышты. Йыл тамамланыуға һанаулы көндәр ҡалғанда ауыл халҡы урындағы клубҡа йыйылып, конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Йомғаҡлау сараһында «Сәләмәт ауыл»ды ойоштороусылар район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе В. Ә. Илһамов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева һәм район хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияһы секретары Н. Ғ. Фәттәхова ҡатнашты.
Бай табын артында ауылдың рухи сәләмәтлек өлгөләре булған оло быуын кешеләре хөрмәтләнде. Клуб мөдире Роза Хажиәхмәтова уларҙың һәр береһе тураһында йылы һүҙҙәр әйтте, ауыл биләмәһе депутаты Фәрит Шәрипов Гусев ауыл хакимиәтенең иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.
Иҙәш Ҡусҡары ауылы таһыл көрәшселәре менән дан тота. Сараның икенсе өлөшөндә спортсыларҙың ҡаҙаныштары барланды.
Ауылдың ағинәйҙәр ҡоро рәйес Зәйтүнә Шәрипова «Сәләмәт ауыл» конкурсына сиктрендә уҙған сараларға байҡау яһаны.
Конкурста ҡатнашыусы ауылдар район кимәлендәге ярыштарҙа ла көсөн һынай. ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса алты ауыл араһында икенсе урынға лайыҡ булған иҙәштәргә В. Ә. Илһамов кубок тапшырҙы, команда ағзаларына миҙалдар таҡты. Сараны ауыл һәүәҫкәрҙәре, һәләтле балалар ҡуйған концерт биҙәне.
Г. КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: